Польшаның төньяғында урынлашҡан Кошалин ҡалаһында бер төркөм католик руханиҙар, уларҙың фекере буйынса, дин ҡанундарына тап килмәгән китаптарҙы яндырған. Әҫәрҙәр араһында инглиз яҙыусыһы Джоан Роулингтың бар донъяға билдәле тылсымсы малай Гарри Поттер тураһындағы романдары һәм Америка әҙбиәһе Стефани Майерҙың 2010 йылдарҙа йәштәр араһында киң таралған “Сумерки” китаптары ла бар.
Балалар алдында китаптар яндырыу сараһынан фоторепортаж “Фейсбук” сайтында “СМС с Небес” фонды тарафынан баҫылып сыға. Фонд шулай уҡ Библияның һәр төрлө тылсым һәм магияға ҡаршы булыуы хаҡында телгә ала.
Был тема айҡанлы шул уҡ “Фейсбук”та киң бәхәс йәйелдерелгән. Күпселек Польша руханиҙарының был ҡылығын хупламай, зыян күргән китаптарҙа бер ҡырын эш, енәйәт хаҡында һүҙ булмауын, әҫәрҙәрҙең уҡыусыны яҡшылыҡҡа өндәүен һыҙыҡ өҫтөнә ала.