Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Апрель 2019, 15:14

Халыҡтар дуҫлығын данлай Йылайыр

Йылайырҙа республикабыҙҙың бер быуатлыҡ юбилейына арналған тантаналы байрам сараһы булды.

Йылайыр районы хакимиәте сайтынан.
Йылайырҙа республикабыҙҙың бер быуатлыҡ юбилейына арналған тантаналы байрам сараһы булды.


Унда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Әлфәрис Байсурин, Ринат Нагаев, республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Йылайыр районы хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин һәм башҡалар ҡатнашып, сығыш яһаны.


Мәҙәниәт йорто фойеһында райондың бөгөнгө ҡаҙаныштарын, халыҡ кәсептәрен сағылдырған бай күргәҙмә ойошторолдо.


– Йылайырҙа элек-электән төрлө милләт вәкилдәре үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәй. Ошо берҙәмлекте сағылдырған сара ла ул бөгөнгө күркәм байрам, – тине үҙ сығышында Илгиз Лирман улы.


Байрамдың иң иҫтәлекле, тулҡынландырғыс мәле, моғайын, “Башҡортостандың ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” программаһына ярашлы һигеҙ ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сертификаттар тапшырыу булғандыр. Шулай уҡ хеҙмәт алдынғылары – Маҡтау ҡағыҙҙары, райондың үҫешенә тос өлөш индергән бер төркөм абруйлы ветерандар Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдары менән бүләкләнде.


Байрам район таланттары әҙерләгән сағыу, матур концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.