Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар республикабыҙҙың бар төбәктәрендә дәррәү ойошторола.
Баймаҡ районының ауыл биләмәләре араһында, мәҫәлән, “Мостай иле” тип аталған театрлаштырылған тамашалар конкурсы старт алды.
Сара бөйөк әҙиптең әҙәби мираҫы аша күңелдәрҙә илһөйәрлек, кешелеклелек тойғолары, матурлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләү, халыҡты сәнғәткә нығыраҡ йәлеп итеү, ижади һәләттәрҙе асыу маҡсатынан ойошторола.
Райондың биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Мортазина әйтеүенсә, конкурсҡа старт Ниғәмәттә бирелгән. Тәүге тамашала ауыл биләмәһенә ҡараған Ниғәмәт, Байым, Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай, Икенсе Этҡол һәүәҫкәрҙәре ҡатнашҡан. Сарала бөйөк әҙиптең әҫәрҙәренән шиғри композициялар, йырҙар яңғыраған, “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Айгөл иле” әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерелгән.
Театрлаштырылған тамашаны матбуғат ветераны, Баймаҡ халыҡ театрында оҙаҡ йылдар төп ролдәрҙе башҡарған Мөнир Маннапов, халыҡ ижады үҙәгенән Сөмбөл Юлбахтина, үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәренән торған абруйлы жюри баһалай.
Артабан эстафетаны Беренсе Этҡол һәм Ярат ауыл биләмәләре ҡабул итәсәк.