Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Апрель 2019, 18:02

Тамырын белгән ил ҡоромаҫ

Башҡортостандың Милли музейында үткән йылдың көҙөнән алып быйылғы 30 мартҡа тиклем дауам иткән “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлегенән: генеалогик аспект” республика ғилми-тикшеренеү бәйгеһенә йомғаҡ яһалды.

Республикабыҙға һәм уның дәүләт архив хеҙмәтенә 100 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән сара йәш быуында илһөйәрлек, тарихи-мәҙәни мираҫҡа ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу, уларҙы ғилми-эҙләнеү эштәренә йәлеп итеү маҡсатында ойошторолдо.
Сара башланыр алдынан конференцияла ҡатнашыусылар, килгән ҡунаҡтар өсөн музей буйлап экскурсия турҙары эшләне, коридор диуарҙарында билдәле шәхестәрҙең шәжәрәләре урын алды.
Конференцияла республика ғилми-тикшеренеү бәйгеһендә призлы урындар яулаған йәш ғалимдар сығыш яһаны.
Тамырҙарын ныҡлы белгән ил ҡоромаҫ. Йәш быуындың үҙ шәжәрәһен генә өйрәнеп ҡалмай, башҡа билдәле шәхестәрҙе лә ете быуынына тиклем өйрәнеүе, бының хаҡта ғилми-тикшеренеү эшен яҙып, фәнгә, тарихҡа яҡын тороуы киләсәккә ҙур өмөт, ышаныс уята.
Читайте нас: