Татарстандың баш ҡалаһында М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре тамамланды.
Сараны йомғаҡлау тантанаһында беҙҙең сәхнә оҫталарына төрлө наградалар тапшырылды.
Мәҫәлән, Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровҡа, режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахмановҡа, актриса Римма Ҡаһармановаға Татарстан Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы бирелде.
Ведомствоның Рәхмәт хаттарына актер, Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Ринат Баймырҙин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Сафин, театрҙың гастролдәрҙе ойоштороу буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Нина Рамазанова лайыҡ булды.
“Биш көнлөк гастроль аншлаг менән үтте. Татар театрының 700-ҙән ашыу кеше һыйҙырышлы залы һәр спектаклдә тамашасы менән шығырым тулы булды. Коллективҡа бик күп йылы һүҙҙәр еткерелде”, – тиҙәр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә.