Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Апрель 2019, 20:12

Яңғыраны "Сарманай моңдары"

Ошо көндәрҙә Дүртөйлө районының Семилетка ауылы мәҙәниәт һарайында “Сарманай моңдары” II асыҡ республика вокалсылар конкурсы үтте.

Фото: vk.com/trcilish
Фото: vk.com/trcilish
Ошо көндәрҙә Дүртөйлө районының Семилетка ауылы мәҙәниәт һарайында “Сарманай моңдары” II асыҡ республика вокалсылар конкурсы үтте.
Башҡортостандың 100 йыллығына арналған сараның маҡсаты – халыҡ йырҙарын һаҡлау, талантлы йәш башҡарыусыларҙы табыу, вокалсыларҙың ижади үҫешенә стимул биреү, һәләтен үҫтереү.
Конкурста Дүртөйлө, Илеш, Саҡмағош, Дәүләкән, Бәләбәй, Кушнаренко, Борай, Мәләүез райондарынан ҡатнаштылар. Һайлап алыу туры көн дауамында барҙы, аҙаҡ гала-концерт булды.

Сарала ҡатнашҡандар дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр алып һөйөндө.
Читайте нас: