“Башҡортостан тарихы биттәре” марафоны дауам итә.
Был юлы филармония залына Нуриман районы вәкилдәре хужа ине. Кеше булырмы икән, аҙна башы бит тигән шикләнеүебеҙ мәҙәниәт һарайы майҙанына яҡынлашҡас та юҡҡа сыҡты. Халыҡ көтөлгәндән дә күп ине – урын етмәгәнлектән, күптәр тамашаны баҫып ҡарарға ла риза булды.
Фойела райондың һәр тармаҡтағы уңыштары һәм ҡаҙаныштары, данлыҡлы шәхестәрен күрһәткән бай күргәҙмә ойошторолған. Яңы Күл урта мәктәбе вәкилдәре уҡыусылары һәм уҡытыусылары ауылдаштары, революционер Баһау Нуримановтың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Уға арналған стендта ҡаһармандың барлыҡ тормош юлы, шәжәрәһе һүрәтләнгән. Нуриман үҙенең һоҡланғыс сәхнә эшмәкәрҙәре, әҙиптәре менән дә дан тота. Яҙыусылар Сәғит Мифтахов, Ғәйнан Хәйри, Ярулла Вәлиев, Камал Хәбиб, Хөрмәт Хәйри, Зиннур Насибуллин, Леонард Ерикеев, Хәлисә Мөҙәрисова, Хәлисә Мөхәмәҙиева, сәнғәт йондоҙҙары Рәхимә Һәүбәнова, Хәнә Минһажева, Фәтхелислам Ғәләүетдинов, Хәниф Сафин, Сәүиә Сираева, Роза Кәримова, Фиуза Сафина, Рәшиҙә Иҙрисова, Ғафуан Фазуллин тап ошо бәрәкәтле төбәктә тыуып үҫкән.
Үҙ яғына хас биҙәктәр менән кейемдәр теккән Резеда Нуриманова янына ҡатын-ҡыҙҙар йыйылған.
– Өс түшелдеректе алып та киттеләр, уны эшләү өсөн махсус курста уҡып, сертификат алдым. Хәҙер мәктәптә түңәрәк алып барам, – ти ул.
Бәләкәй Шиҙе ауылынан мари ҡыҙҙары – өс бер туған Людмила, Лидия, Йәмиға Сабанаевалар ҙа боронғо шөғөлдө йәштәргә өйрәтеү менән мәшғүл. Матур итеп башҡортса һөйләшкән Йәмиға мәктәптә башҡорт теленән уҡыта икән.
Нуриман төбәге үҙенең хуш еҫле йүкә балы менән дан тота. Олег Боҫҡонов Өфөлә тыуып үҫһә лә, шаҡтай йылдар Саруала ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. “Бик табышлы шөғөл, йыбанмаҫҡа ғына кәрәк”, – ти ул.
Республикабыҙҙың бер быуатлыҡ тарихында Нуриман районы халҡының да үҙ өлөшө, үҙ сағылышы. 1939 йылда Мәскәүҙә үткән Бөтә ауыл хужалығы күргәҙмәһендә райондан 10 кеше ҡатнашҡан –Иҫке Исай ауылынан “Ҡыҙыл йондоҙ” колхозының алдынғы умартасылары Башҡортостан намыҫын яҡлаған. Унда колхоз юғары уңыштары өсөн II дәрәжә дипломға лайыҡ булһа, ҡортсо Нуриәхмәт Заһиҙуллин көмөш миҙал менән бүләкләнә.
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге йылында район өс меңдән ашыу ҡыҙын һәм улын, 19 автомашина, 500 ат оҙата. Яу ҡырында ун меңдән ашыу яугир илебеҙ азатлығы өсөн көрәшә.
Районда юғары сифатлы таҙа ҙур һыу сығанаҡтары төбәк иҡтисадына ҙур өлөш индерә. Бөгөн бында һыу ҡойоу буйынса биш предпиятие эшләй. “Красная горка” алкоголһеҙ эсемлектәр заводы тәүлегенә 240 мең литр һыу етештерә. Бында әҙерләнгән сыҡҡан продукциялар төрлө конкурстарҙа лайыҡлы яулай.
Тәбиғәттең ғәжәп матур булыуы, ҡалын урмандар төбәктә туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итә. Район биләмәләренең 78 процентын “йәшел ҡалҡан” биләй. Тап шуға ла бөгөн бында ял йорттары һәм базалары, тау саңғыһы үҙәктәре үҫешә. Ошо маҡсаттан 2016 йылдан Иҫке Исай ауыл биләмәһендә “Тымыҡ яр” һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ турист комплексы инвестициялы проекты тормошҡа ашырыла. Бөгөн 11 яһалма быуа булдырылған, ҡунаҡ йорттары төҙөү тамамланған.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың үҫеше район иҡтисадының барлыҡ тармаҡтарында ла үҙен етди һиҙҙертә – социаль мәсьәләләр хәл ителә, өҫтәмә эш урындары булдырыла, халыҡтың иртәгәһе көнгә ышанысы арта.
Агросәнәғәт комплексы – район иҡтисадының мөһим тармаҡтарының береһе. Ул төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә һиҙелерлек йоғонто яһай. Бөгөн бында яуаплылығы сикләнгән туғыҙ йәмғиәт, 40- тан ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы уңышлы эшләй. “Иҙел”, “АЛЕКС”, “Ихлас” агрофирмалары үҫемлекселек менән малсылыҡ эшен бергә алып бара. “Ҡарагүҙ” агрофирмаһы спорт тоҡомло аттар, ә “Нур-Лес” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнә. “Башҡортостандың йәшел ожмахы” йәмғиәте – Рәсәйҙә асыҡ һауала салат культураларын үҫтереү буйынса алдынғы компанияларҙың береһе. Бында йылына ике мең тонна салат етештерелә. Рида Иҙиәтуллина, емеш-еләк хужалығы булдырып, эшен көйлө алып бара.
Райондың йылъяҙмаһы менән үрелеп барған тамашала халыҡ төбәк таланттарының йыр-моңо менән илһамланды. Билдәле булыуынса, Нуриманда ундан ашыу милләт вәкиле бер-береһен аңлап, татыу йәшәй. “Гөлнәзирә” башҡорт фольклор, “Хазина” татар, рус халыҡ йырҙарының “Сударушки” , “Чимари” мари ансамбленең сығыштарын алҡыштар менән оҙатты. Башҡортостандың танылған сәнғәт эшмәкәрҙәре Сәүиә Сираева, Рәшиҙә Иҙрисова, Ғафуан Фазуллин, Артур Шөғәйеповтың сығыштары байрамдың бер биҙәге булды.
Тамаша һуңында район хакимиәте башлығы фестиваль штандартын Ҡыйғы районына тапшырҙы.