“Үҙебеҙҙең театр түңәрәгебеҙ бар, балалар бейеү һәм вокал менән шөғөлләнә. Был эш артабан да дауам итер ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәҙәниәт йортонда шарттар юҡ”, – ти ауыл халҡы.
Район хакимиәте башлығы әйтеүенсә, муниципалитет ҡаҙнаһы һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә яңы төҙөлөштөң проект-смета документацияһы эшләнгән. Дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһы бар. Төҙөлөш-монтаж эштәренең дөйөм хаҡы – 40 миллион һум.