Хәйбулла районының Әбүбәкер күп функциялы мәҙәниәт үҙәгендә традицион сигеү буйынса “Өләсәйем һандығы” һәм башҡорт милли кейемен пропагандалау, һаҡлау маҡсатында “Башҡорт милли кейеме – быуаттар мираҫы” тигән район конкурсы үтте.
Унда һәр ауылдың әүҙем, оҫта ҡуллы ҡатындары ҡатнашты. Райондың “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе Миңзифа Ишемғолованың, урындағы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рәзилә Байғусҡарованың һәм башҡа абруйлы гүзәл заттар сараға йәнлелек өҫтәп ебәрҙе.
“Өләсәй һандығы”нан халҡыбыҙҙың ниндәй генә аҫыл-гәүһәр ҡомартҡылары сығарылмаған: башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме тиһеңме, биҙәүестәрме, селтәр-ҡашмауҙармы, күҙҙең яуын алыр сигелгән әйберҙәрме – барыһы ла баһалама ағзаларын хайран итте.
Сарала ҡатнашыусыларҙың күбеһенең сағыу милли кейемдә килеүе байрамдың мәртәбәһен арттырҙы. Быуындар бәйләнешен сағылдырған күргәҙмәләрҙе, кейемдәрҙе яҡлауҙа өләсәйҙәр менән ейәнсәрҙәрҙең бергә сығыш яһауы йәш быуындың үткәнебеҙгә ҡарата битараф түгеллеген күрһәтте.
Милли кейем кейҙерелгән, сулпы-селтәрҙәр тағылған башҡорт ҡурсаҡтарының да иң матурҙары билдәләнде.
Төрлө номинацияларҙа төп бүләктәрҙе Зөһрә Латипова (Таштуғай, “Өләсәйем һандығы” конкурсында), Гөлназ Сурина (Бәләкәй Арыҫланғол, милли кейемдәр буйынса) һәм Первомайск ағинәйҙәре (“Ҡурсаҡ” номинацияһында ) яуланы.