Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Апрель 2019, 22:10

Һаҡмар һандуғастары моңо мәңге тынмаҫ

Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында башҡорт эстрада йырҙарын башҡарыусылар конкурсы үтте.

Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында башҡорт эстрада йырҙарын башҡарыусылар конкурсы үтте.
Ул күренекле совет композиторы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөсәйен Әхмәтовтың тыуыуына 105 тулыуға арналып, шәхес исемендәге призға ойошторолдо.


Йыр-моң конкурсын Йәүҙәт Мөхәмәтйәров етәкселегендәге “Хазина” вокал ансамбле асып, Хөсәйен Әхмәтовтың “Төнгө Урал”, “Гармун тауышы” йырҙарын башҡарҙы.
Сарала 16 – 35 йәшлек йырсылар ҡатнашты. Төп бүләкте Сыңғыҙ ауылынан Илдар Гөлбәйетов яуланы. “Йыл асышы” номинацияһында Ҡараталдан Гөлдәр Янбаева еңеүгә өлгәште.
Читайте нас: