Уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағы рухи күтәрелештең, милли үҙаң үҫешенең матур емеше булып барлыҡҡа килгән “Шоңҡар” журналы сирек быуат дауамында республикабыҙҙың милли матбуғаты донъяһында үҙен лайыҡлы танытыуға өлгәште. Журналдың тышлығын һәм эске биттәрен биҙәгән геройҙар – һәр йәһәттән өлгө булырлыҡ, күңелендәге осҡондан башҡалар йөрәгендә ялҡын ҡабыҙырлыҡ ҡыйыу фекерле, алдынғы ҡарашлы, белемле егеттәр һәм ҡыҙҙар.
Барлыҡҡа килеүенең 25 йыллығын да журнал коллективы йәштәрсә дәртле, күңелле тантана рәүешендә билдәләне. Сараны үткәреү урыны итеп М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һайланыуы ла осраҡлы булмағандыр.
Фойела баш ҡалабыҙҙа йәшәп ижад иткән, эшҡыуарлыҡта ҡыйыу аҙымдар яһаған йәш йүнселдәр милли биҙәүестәр, сувенир продукцияһы, башҡорт ҡурсаҡтары, буҙа тәҡдим итте, ошонда уҡ милли матбуғатҡа яҙылыу ҙа ойошторолдо. Йыл һайын “шоңҡар”ҙарҙың туранан-тура ҡатнашлығы менән уҙғарылған башҡорт йәштәренең “Ҡош юлы” республика бард фестивале ҡатнашыусылары дәртле йырҙары менән һәр кемгә байрамса кәйеф өҫтәне.
Әлбиттә, юбилей сараһы йыр-моңға, ихлас күңелдән әйтелгән тәбрик һүҙҙәренә бай булды. Республикабыҙ йәштәре өсөн уҡымлы, ҡыҙыҡлы баҫма сығарыу маҡсаты менән янған, үҙҙәре лә йәш һәм дәртле хеҙмәткәрҙәрҙең байтағы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң Маҡтау грамоталарына һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты журналдың баш мөхәррире Мөнир Ҡунафинды “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән бүләкләне. Республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте “Шоңҡар”ға нигеҙ һалған һәм уның тәүге мөхәррире булған Таңһылыу Ҡарамышеваны Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән ололаны.
Бөгөн “Шоңҡар” журналы интернет киңлектәрендә киң даирәле эшмәкәрлек алып бара. “Минең Рәми” шиғри марафоны, Рәшит Назаровтың, Рауил Бикбаевтың, Ҡәҙим Аралбайҙың шиғырҙарын һөйләүселәр бәйгеләре – ошо фекергә асыҡ дәлил. Быйыл Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арнап “Минең тыуған ҡырҙарым, балдай татлы һыуҙарым!” шиғыр ятлау видеоконкурсы, “Шоңҡар” һылыуҡайы” бәйгеһе иғлан иткәндәр. Сара барышында әлеге конкурстарға йомғаҡ яһалып, еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ журналдың тарихына бәйле һорауҙарға дөрөҫ яуап биргән, йәштәр баҫмаһына яҙылып, отош уйынында ҡатнашҡан тамашасылар иҫтәлекле бүләктәргә эйә булып ҡыуанды.
Башҡорт ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалын алғас, баш мөхәррир, яҙыусы һәм журналист Мөнир Ҡунафин яуап һүҙе итеп: “Башҡорт халҡына хеҙмәт итәм!” – тигәйне. Һәммәбеҙгә лә халҡыбыҙға ихлас күңелдән хеҙмәт итеп, уның лайыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары булып, донъяға шоңҡар осор бейеклектән бағып йәшәргә яҙһын.