Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Апреля 2019, 12:33

Мөнир ҠУНАФИН: “Шоңҡар кеүек затлы ҡоштар бейеклектә һынала”

Мәғлүм булыуынса, беҙҙең республикала баҫмалар бихисап. Һәр береһенең үҙ тауышы, йөҙө һәм тарихы. Йәштәр өсөн башҡорт телендә сыҡҡан “Шоңҡар” журналы ла шулар араһында айырым урын биләп тора. “Шоңҡар”ҙың бөгөн ныҡлы егет ҡорона аяҡ баҫҡан сағы. Эйе, уға 25 йәш. Журналдың баш мөхәррире Мөнир ҠУНАФИН менән әңгәмәбеҙ баҫма һәм матбуғат хаҡында.

Мәғлүм булыуынса, беҙҙең республикала баҫмалар бихисап. Һәр береһенең үҙ тауышы, йөҙө һәм тарихы. Йәштәр өсөн башҡорт телендә сыҡҡан “Шоңҡар” журналы ла шулар араһында айырым урын биләп тора. “Шоңҡар”ҙың бөгөн ныҡлы егет ҡорона аяҡ баҫҡан сағы. Эйе, уға 25 йәш. Журналдың баш мөхәррире Мөнир ҠУНАФИН менән әңгәмәбеҙ баҫма һәм матбуғат хаҡында.


— Мөнир Сәхиулла улы, һүҙҙе шунан башлайыҡ. Һеҙҙең өсөн нимә ул журналистика? Уның артынса тағы бер һорауым: бөгөнгө жур­налистиканың кимәле менән ҡәнәғәтһегеҙме?

— Журналистика — һөнәрем, уның серҙәре бик күп. Был өлкәлә ҡайҙа эшләһәм дә уның үҙенсәлеген, асылын һаман да аса барам. Уҡыусыларға был тәңгәлдә, үҙ тәжрибәм менән уртаҡлашып, дәрестәр ҙә бирә алам.
Шулай ҙа бөгөн яуабым дөйөмөрәк булыр, сөнки был темаға әсенеп тә, уйланып та, һөйөнөп тә тотонам.

Гәзиттең һәйбәт яғы шунда — тормош менән ҡайнап йәшәй­һең, замандың тын алышын тояһың, кешеләр менән ара­лашаһың, яҙмыштар менән танышаһың, кем өсөндөр ҡыуа­наһың-һыҙланаһың, шулай итеп ижад өсөн түл йыяһың. Ә журнал төптән уйлап, анализлап эшләргә өйрәтә. Унда сыҡҡан материал ике-өс көн йә аҙна-ай өсөн генә тәғәйенләнмәй, ул йылдар, дәүерҙәр һулышын да бирергә мөмкин.
Нимә ул журналистика, баҫ­маларҙың бөгөн хеҙмәте нимәлә тигән һорауҙы йыш бирәм үҙемә. Эйе, элегерәк, бигерәк тә совет осоронда, гәзит-журналдар төп мәғлүмәт сығанағы булды, тимәк, барса яңылыҡты ла, барса үҙгәрештәрҙе лә ҡағыҙ баҫмалар еткерҙе. Шуға ул саҡта тираждарҙың 100-әр мең дана менән иҫәпләнеүенә аптырайһы түгел. Хәҙер был “йөктө” кешенең аңына көнөндә, сәғәтендә генә түгел, минут эсендә ТВ, интернет һәм баш­ҡаһы еткерә. Тимәк, беҙ яңылыҡ еткереүҙән азат. Заман башҡа. Беҙҙең маҡсат та бүтән: ошо яңылыҡтар, технологиялар тул­ған болғансыҡ ваҡытта кешенең үҙен табырға ярҙам итеү.
“Икмәк булһа, йыр ҙа була” тип үҫтерҙеләр беҙҙе. Был лозунг бөгөн дә бик популяр шикелле. Һәр кем икмәк тип онотолоп китеп бил бөгә, йүгерә, ашыға, Себергә саба... йырға ваҡыты ҡалмай. Киреһенсә, йыр булһа, икмәк тә була тип йәшәргә ваҡыт етмәнеме икән, туғандар?!
Уйлаһаң, көн дә төрлө сыға­наҡтар аша “ҡойолоп төшөр” күренештәр, хәл-ваҡиғалар (самолет шартлауы, ҡала урта­һында өй емерелеүе, әсәнең балаһынан баш тартыуы, бар ғаиләнең янып үлеүе һ.б.) ағыла. Кеше уларға өйрәнеп тә бара. Статистика күрһәтеүенсә, уҡыусы енәйәткә йә ҡот осҡос хәлдәргә ҡағылған материал­дарға иң тәүҙә күҙ һала, шуны яратып уҡый. Ҡағыҙ вариантта ла, сайтта ла. Шуға кешене хәҙер тетрәндереүе ауыр. Хатта бөгөн ахырызаман килеүе менән дә әҙәм балаһын албыр­ғатып булмай. Ни өсөн? Сөнки мәғлүмәт күп. Унан бигерәк хәҡиҡәткә тура килмәгән, шул “жареный” тема менән уйнап халыҡ аңын томалаған, алдаҡ, үҙешмәкәр “журналистар” һәм “яҙыусылар” күбәйҙе. Тере кеше уларҙан алған хәбәрҙе уҡып йә ҡарап, шуға ышана һәм яйлап ҡына алдаҡ һәм “аяуһыҙ” материалдың күплеге уны үҙе лә һиҙмәҫтән ҡаты күңелле, теге йәки был ҡурҡыныс хәл-әхүәлде лә, сенсацияны ла тәбиғи итеп ҡабул итер роботҡа әйләндерә бара.
Һүҙ ҙә юҡ, журналистиканың бурысы бөгөн кешене “ҡурҡы­тыу” түгел, киреһенсә, кешегә ҡаршылыҡтарҙы еңергә, барған юлда туҡтап ҡалмаҫҡа ярҙам итеү, күңелендә изге тойғолар уятыу.
Беҙҙең республикала сыҡҡан баҫмалар, шул иҫәптән “Шоң­ҡар” ҙа, ышаныслы һәм уйла­нылған, уҡыусы психикаһына ыңғай яҡтан ғына тәьҫир иткән, унан бигерәк күңелен байытҡан, тормошҡа яҡтылыҡ һәм һөйөү тәрбиәләгән материалдар бирә. Тимәк, Башҡортостан журналис­тары халыҡты тәрбиәләй, ла­йыҡлы киләсәкте хәстәрләй.
Журналистиканы юғары сәнғәт өлгөһө итеп күргәндә генә, халҡыбыҙҙың, башҡорттарҙың, ғүмере лә мәңгелек, киләсәге лә аяҙ буласаҡ. Бында гәзит-журналдарға яҙылып уҡып барыу, был баҫмаларҙы һаҡлап ҡалыу кеүек ваҡ мәсьәлә тура­һында һүҙ бармай. Башҡорт телен, башҡорт милләтен ярат­маған кеше генә башҡорт гәзит-журналын алдырмай — мәсьәлә ана шулайыраҡ ҡуйылырға тейеш. Ғаиләһенең именлеге лә, балаларының аҡыллы һәм уңышлы булып үҫеүе лә, республиканың сәскә атыуы ла, эйе, ысын мәғәнәһендә, аҡыллы һәм тәрбиәле гәзит-журнал­дарға бәйле. Быны һәр кем аңлаһын ине. Бөйөк Лев Толстой: “Великая и благородная миссия литературы — заставить человека любить жизнь, мир”, – тигән. Был һүҙҙәр бөгөн заман журналистикаһына ла тап килә: кешелә бүре түгел, тормошто яратҡан, уның асылын аңларға ынтылған Кешене күрәйек! Урамдарыбыҙҙы, ур­ман­дарыбҙҙы сүп-сарҙан та­ҙартҡан кеүек, кеше күңелдәрен дә, зиһендәрен дә ауыр һәм мәғәнәһеҙ уйҙарҙан, уйын­дарҙан арындырайыҡ.
— Үҙегеҙ беренсе тапҡыр “Шоңҡар” журналын ҡулға алғанығыҙҙы хәтерләй­һегеҙ­ме? Ниндәй тойғолар кисер­гәйнегеҙ?

— Тәүге тапҡыр ҡулға алған ғына түгел, беренсе һанын да хәтерләйем. Журналдың тәүге баш мөхәррире Таңһылыу апай Ҡарамышева “Шоңҡар”ҙың тәүге һандарын нисек әҙерләү­ҙәре хаҡында ҡыҙыҡ итеп һөйләй. Хәҙер ҡыҙыҡ һымаҡ та, ә ул саҡта... “Бина итеп үҙем йәшәп ятҡан ике бүлмәле ҡыҫынҡы хрущевканы һайларға тура килде. Кадрҙар эҙләп табып, бер тин дә хеҙмәт хаҡы булмаған эшкә Әхмәр Үтәбайҙы, Дамир Шәрәфетдиновты, Әл­мирә Кәримованы һәм баш­ҡаларҙы саҡырҙым. Улар көн дә минең фатирға эшкә килә. Рубрикалар уйлайбыҙ, материал туплайбыҙ, баҫманы фор­малаштырабыҙ, биҙәйбеҙ, иҙән тулы ҡағыҙ. Мин Устав яҙам, журналға ойоштороусы эҙләп Аҡ йортҡа юл тапайым. Ярай ҙа баҡсамда үҫтерелгән бәрәңге бар, шуның менән туҡланабыҙ. Бер бүлмәлә ҡыҙым, бәләкәс ейәнсәрем, беҙгә хыялыйҙарға ҡарағандай һынсыл ҡараш ташлап йөрөүсе сабыр кейәү бала”, — тип көлә “Шоңҡар”ҙың “әсәһе”.
Ә уйлаһаң, шул осор ке­шеләренең фиҙакәрлегенә хайран ҡалырлыҡ, һоҡланырлыҡ бит. Илгә, халыҡҡа булған ҡайнар мөхәббәт шундай ҡа­батланмаҫ аҙымдарға этәрәлер. Батырлыҡ был.
“Шоңҡар”ҙың тәүге һанын ҡулға алғанда яңы ғына университет тамамлаған, илем, республикам менән бергә йөрәгемдә, зиһенемдә күпме үҙгәрештәр кисерергә өлгөргән йәш белгес, йәш журналист инем. Боролош, яңырыш осоро, барыбыҙ ҙа рухлы. Милләт тип утҡа-һыуға инергә, асығырға, янырға әҙер заман. Яҡшы хәтерләйем ул тарихи һанды. Тышлығында Юлай Асҡаровтың “Рух” рок төркөмө фотоһы ине. Был да бер үҙенсәлек, бер тәүәккәллек, сөнки журналды булдырыусылар ябайса фекер­ләһә, милләт, тарих тип янғанда, ҡурай йә башҡа символдарҙы ҡуйһалар, үҙгәреш көткән йәш­тәрҙе, бәлки, улай уҡ ылыҡтыра ла алмаған булырҙар ине, ә ул ваҡыттағы “Шоңҡар”ҙар шунда уҡ заманса ҡарашын тәүге биттән үк күрһәткән. Рокка Көн­байыштыҡы тигән ят, сәйер ҡа­раш әле бөтөнләй һүрелмә­гәйне. Был да ҡыйыулыҡ, ә икенсе битендә — Башҡорт батырының портреты. Ә эстә тарихҡа ла, йолаларға ла урын бирелгәйне. Ҡыҙыҡлы һәм үтә “Шоңҡар”са ғына рубрикалар иҫте китергәйне. “Ҡанбаба”, “Аһәң”, “Һис бирмәгән башҡорт Уралын”, “Арҙаҡлы башҡорт­тар”, “Аҫаба һин!” “Сәсмәүер”, “Фәнтәзи”... Әйткәндәй, күп рубрикалар бөгөнгәсә һаҡланып килә. “Шоңҡар”ҙың тәүге ике һаны “Китап” нәшриәтендә, ул саҡтағы директоры Ғәлим Хисамовтың тырышлығы менән альманах булараҡ донъя күрә. 1994 йылда ғына рәсми рәүештә журнал булараҡ үҙ уҡыусы­ларына барып етә. Был һан ысын мәғәнәһендә йәштәргә йүнәлеш бирер китап булды. Әйтеүемсә, үткән быуаттың туҡһанынсы йылдары рухи күтәрелеш, милләтебеҙҙең үҙ асылына ныҡлап ҡайтҡан сағы. Ул саҡтағы тойғолар хаҡында ике һүҙ менән әйтеп була: ниһайәт һәм ғорурлыҡ. Үҙе­беҙҙең башҡорт телендәге йәштәр журналын ҡулға алыу тарихи мәл ине. Беҙ, ул саҡтағы йәштәр, быны бар йөрәгебеҙ менән тойҙоҡ. Көтөп алдыҡ һәм ғорур инек.
— Бөгөнгө һанды ҡулға алғанда ни кисерәһегеҙ?

— Бөгөн ныҡлы егет ҡорона ингән сағыбыҙ. Сирек быуат әҙ түгел бит. Бабич йәше менән сағыштырһаң, үҙе бер ҡаһарман ғүмере.
Һүҙ ҙә юҡ, ҡанаттар осҡанда нығый, шоңҡар, бөркөт кеүек затлы ҡоштар бейеклектә генә һынала. Баҫманың да үтә бейеккә, артыҡ түбәнгә төшөп осҡан саҡтары ла булғандыр. Заман менән бергә барғас, йәмғиәт менән бергә талпынғас. Тик түбән төшкәндә лә бәҫен юғалтманы, барған юлынан тайпылманы, бейектә һынсыл ҡараш ташлап йөҙгәндә лә ихласлығын, ябайлығын һәм, иң мөһиме, бер мәл барыбер ҙә ергә төшөп лайыҡлы, туған, үҙе үҫтергән иңгә, беләккә, йөрәккә ҡунасағын онотманы. Онотмаясаҡ та.
Һәр һанды әҙерләгәндә беҙ, бөгөнгө “Шоңҡар”ҙар, шуға иғтибар итәбеҙ: алдағы ағай-апайҙарҙың эшен лайыҡлы алып барабыҙмы? Беҙ ҙә улар кеүек йәштәрҙе бергә туплай алабыҙмы? Һүҙ юҡ, һәр заман үҙ маҡсатын, үҙ бурысын тыуҙыра. Бергә тупланыр йәш­тәрҙең уртаҡ уйҙары ниҙә, уртаҡ хәстәрҙәре бармы? Бына шуны асыҡлайбыҙ тәүҙә, шунан барыр юлдарҙы эҙләйбеҙ.
“Шоңҡар”ға етәкселек итә башлағас та, һәр кемгә (хеҙмәт­кәремә лә, ябай уҡыусыға ла) ихласлыҡ һәм иркенлек бирә­йек, тигән бурыс ҡуйҙым. Беҙ бер ҡасан да уҡыусыларыбыҙға үҙебеҙҙең фекерҙе тағып бар­маныҡ, тик шулай ҙа уйланырға ла, уйнап алырға ла саҡыра беләбеҙ шикелле. Йәмғиәттә һәр заманда ла йәштәргә ҡарата бер төрлө генә ҡараш йәшәмәне лә, йәшәмәйәсәк тә. Йәшәмәһен дә. Бер төрлөлөктө, һоролоҡто һөймәй йәшлек. Шуға йәштәр кеүек, тормош кеүек төрлө журналыбыҙ. Төрлөлөктә хәрә­кәт, ынтылыш, эҙләнеү йәше­ренгән. Шуны аңлайбыҙ, шуға ла һәр кемгә үҙ талантын асырға, үҙ ҡарашын белдерергә ирек ҡуябыҙ. Йәштәргә әйтер һүҙем бер: иркен фекерләгеҙ, тәүәккәл булығыҙ һәм, әлбиттә, илегеҙҙе яратығыҙ!
Бер көнлөк, аҙналыҡ-айлыҡ журнал түгел беҙ, киләсәк өсөн хеҙмәт итәбеҙ. Бөгөн һалған орлоғобоҙ ун-ун биш йылдан татлы һәм “витаминлы” емеш бирһен тип тырышабыҙ. Һәм ул бирә лә, бирәсәк тә. Үҙ телен, үҙ моңон, үҙ тарихын белгән, заманса фекерләгән, матди һәм рухи яҡтан аяғында ныҡ торған, илгә-милләтенә кәрәк булған егет-ҡыҙҙар ул — татлы, өлгөргән ЕМЕШ.
Тағы ла йәштәр бөтөнләй башҡаса уйлағанда, ҡағыҙ форматҡа ғына йәбешеп ятыу ҙа дөрөҫ түгел. Шуға ла интернетта үҙ сайтыбыҙҙың эше, социаль селтәрҙәрҙә төрлө проекттар беҙҙе уҡыусыларыбыҙ менән тағы ла яҡынайта. Беҙ йәштәр менән, заманса фекер­ләгәндәр менән бер һуҡмаҡтан, юҡ, хәҙер бер киң юлдан бара­быҙ.

Заман ниндәй генә булма­һын, данлымы ул, ҡанлымы, зарлымы, әллә тантаналымы, бушмы ул, рухлымы — уны беҙ үҙебеҙ тыуҙырабыҙ. Заман тирмәнен әйләндереүҙә “Шоң­ҡар” ҙа арымай-талмай тир түгә. Шуға ла һәр замандашыбыҙ ҡәҙерле беҙгә. Уның тауышын, ҡарашын, тарихын, булмышын, уйын аңларға, асырға ашҡы­набыҙ.
Читайте нас