“Биғылый” спектакленән һуң тыуған уйҙар.
Ниндәй ул илһөйәрлек тойғоһо? Ватаныңа тоғро ҡалыу уның бар ҡанундарын үтәүгә генә ҡайтып ҡаламы, әллә Тыуған ил ҡосағына һыйынып йәшәр өсөн шул уҡ ҡанундарҙы аша атларға ла тура киләме? Әгәр ҙә ул ҡанундар кеше мәнфәғәтен ҡайғыртмаһа, үтә ҡатҡыл булһа?..
Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актерҙары Спартак Ильясовтың “Биғылый” романы буйынса ҡуйған шул уҡ исемдәге спектакль хаҡында журналистар ҙа, йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә, тамашанан әҫәрләнеп сыҡҡан ябай тамашасы ла күп яҙҙы. “Биғылый”ҙың Өфөләге гастролдәренә лә кеше зал тултырып килгәйне. Спектакль барышында теге йәки был мәлдәрҙән һуң бер нисә тапҡыр көслө ҡул сабыуҙар яңғыраны. Был халыҡтың беҙ һүҙ алып барасаҡ сәхнә әҫәрен юғары баһалауы ине. Барыһы ла тамам булғас та, тамашасы ҡайтырға ашыҡманы, күптәр сәхнәгә артистарҙы ҡотларға, улар менән әңгәмәләшергә йүнәлде.
“Биғылый” спектакленең үҙенә килгәндә, ул тәү сиратта үҙенсәлекле сәхнә алымдары менән иғтибарҙы йәлеп итә. Түрҙә торған ҡоролмалар – йорт-ҡураға, кәрәкһә, концлагерь төрмәләренә йә поезға әүерелә. Ике яҡтан эшләнгән бәләкәй майҙансыҡтар ярҙамында унда барған хәл-ваҡиғалар фильмдағы кеүек төрлө пландағы кадр төҫөн ала, был сәхнәләге ысынбарлыҡты нығыраҡ, тәрәнерәк тойорға ярҙам итә.
Биктимер Йомағоловтың, йәки Биғылыйҙың, тарихын һөйләп тороу кәрәкмәйҙер. Әҫәрҙе уҡыған йәки спектаклде ҡарағандарҙың береһе лә был ысын булған ваҡиғаларға битараф ҡалмағандыр, моғайын. Роман хәтлем романды мәғәнәһен боҙмай, төп идеяһынан тайпылмай сәхнәгә сығарып, ике сәғәткә һыйҙырғаны өсөн режиссер Айрат Абушахмановҡа афариндан башҡа һүҙ юҡ, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең артистарының юғары кимәлдә генә түгел, ә күңел биреп, ихлас уйнауҙары ла һис арттырыуһыҙ маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Эйе, ихласлыҡ тим, сөнки улар тап ошо сифаты менән алдыра, республикабыҙҙың башҡа театр әһелдәренән айырылып тора. Марат Зөбәйеров, Илфир Баймырҙин, Рәсил Сынбулатов, Фәнил Ҡарасурин, Револь Ғималов, Ләйсән Кәримова, Зиләрә Юлтаеваның уйнау оҫталығына һәр саҡ хайран ҡалып килһәм, был юлы төп ролде уйнаған Илнур Атйетәровты үҙемә өр-яңынан астым. Хәйер, бер мин генә түгел. Уның ышандырырлыҡ, тетрәндерерлек итеп уйнауы тамашасы тарафынан юғары баһаланды.
Беҙ Бөйөк Ватан һуғышына изге яу булараҡ ҡарарға күнеккәнбеҙ. Был дөрөҫ, сөнки шул ваҡытта Совет иле ҡара уйы, вәхшилеге менән бөтә донъяны быуырға йыйынған фашизмды тар-мар итмәһә, бөгөнгө хаҡында уйлауы ла ҡурҡыныс. Ә шулай ҙа СССР-ҙың артыҡ ҡатҡыллығы арҡаһында нисәмә яҙмыштың селпәрәмә килеүен дә оноторға ярамай.
Бөтә танк ротаһы менән тар-мар ителгәс, Биктимер иҫән ҡалған бер нисә яугир иптәше менән Белоруссия урмандарында аҙашып, беҙҙекеләрҙе эҙләп йөрөгәндә дошман һалдаттарына юлыға. Концлагерҙа ыҙа сигә Биктимер, әммә бер ваҡыт фашист офицерының ҡыҙын поезд тәгәрмәстәре аҫтынан йолоп алып ҡалыу сәбәпле, уны немец һалдаттары сафына ҡабул итәләр. Үҙе кеүек әсиргә төшөп, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында дошман һалдаттарына әүерелгән ватандаштары менән фронт һыҙығына китеп барғанда, уларға совет яугирҙәре осрай. “Беҙ – совет һалдаттары, һеҙҙең яҡҡа күсергә рөхсәт итегеҙ! Әле бер тапҡыр ҙа һуғышып өлгөрмәнек!” – тиеүҙәренә ҡарамаҫтан, уларҙың бөтәһенә лә рус офицерының пуляһы эләгә, Биктимер генә ваҡытында үҙен фашист һалдаты итеп танытып, иҫән ҡала.
Артабан йәнә тотҡонлоҡ, әммә был юлы үҙебеҙҙекеләрҙә... Һуғыш заманында, сетерекле хәлдәр, һатлыҡйәндәр, дезертирҙар күп булған осорҙа был үтә ҡаты аҙымһыҙ, бәлки, мөмкин түгелдер, әммә бер ғәйепһеҙ күпме ҡан ҡойолоуы, күпме кешенең ғәҙелһеҙгә хөкөм ителеүе йөрәкте әрнетә.
Инде Шварцҡа әйләнгән Йомағолов тыуған Урал урмандарында тотҡонлоҡ тырнағынан ысҡынырға әмәл таба.
“Улар (НКВД-лар – авт.) Австрия кешеһе Зигфельд Шварцты эҙләйәсәк. Ә ҡайҙа? Вокзалдарҙа һәм тимер юлдарҙа. Ә мин урманға китәсәкмен. Зигфельд урманда һәләк булыр ине, сөнки ул – немец. Әммә мин иҫән ҡаласаҡмын, сөнки мин – башҡорт Биктимер Йомағолов!” – ти ул. Ошо ерҙә зал түҙмәне, йәнә алҡышланы...
Бөтә ғүмеренә бер генә мөхәббәте була Биктимерҙең. Әле һуғышҡа тиклем ғағауз ерендә әрме сафында хеҙмәт иткәнендә Гөлсара исемле ҡыҙҙы осрата, әммә әлеге лә баяғы ҡанун-сиктәр... Ҡауышып та өлгөрмәй айырылыша улар. Биктимер һөйгәнен үҙе менән Советтар Союзына алып ҡайта алмай, артабан һуғыш башлана. Әсәһен, ике туғанын юғалтҡан Биктимерҙең һуңғы өмөтөн өҙөп, Гөлзадаһы Германиялағы концлагерҙа һәләк була...
Ҡасҡалаҡмы, әллә батырмы?.. Һуғыштың башынан аҙағына тиклем дошманға ҡаршы көрәшергә, күкрәген орден-миҙалдар менән биҙәргә насип булмай уға, һуңынан тыныс заманда ла ғүмеренең ахырынаса тиклем урманда көн күрә Биғылый. Әммә батырлыҡ ил алдында күрһәткән фиҙакәрлек менән генә үлсәнмәй бит. Һынмаҫ рухы, башҡорт егеттәренә хас ҡыйыулығы, зирәклеге Биктимерҙе әллә нисәмә ҡат үлемдән ҡотҡара. Һуңғы һулышынаса Уралына, Башҡортостанына тоғро ҡала ул...