Күренекле шәхестең иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса күрелгән саралар тураһында.
Шәйехзада Бабичтың ижадына һәм эшмәкәрлегенә арналған байтаҡ мәҡәләләрҙә төрлө йылдарҙа, шул иҫәптән һәләк булғандан һуң күп тә үтмәй уның иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса күрелгән саралар телгә алына. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн аҙ билдәле һәм бөтөнләй билдәһеҙ мәғлүмәттәрҙе лә файҙаланырға тырышҡандар. Ошо темаға иғтибарҙы тағы ла бер тапҡыр йәлеп итеп, 1924 йылда Ш. Бабичтың бюсын яһау йәһәтенән һалынған тырышлыҡтарға туҡталып китмәксебеҙ.
1924 йылдың 6 февралендә Башнаркомпросҡа Санкт-Петербургтағы башҡорт ғәскәрҙәре идаралығындағы Абдулла Ибраһимовтан хат килә. Ул, Петербург скульпторы Мирзайән Байҡыевтың (Мирзаджан Байкиев) гипстан шағир бюсының художество моделен яһап, уны өс данала бронзанан ҡоя алыуы, был эштең шарттары хаҡында яҙа. Хатына ул скульптор төҙөгән сметаны ла теркәй, әммә мәсьәлә хәл ителмәй ҡала.
Абдулла Ибраһимов 1924 йылдың 4 мартында яҙған икенсе хатында Башҡортостан вәкиле сифатында скульптор менән Ш. Бабичтың бюсын яһау буйынса һөйләшеүҙәр алып барыуын билдәләй. Ул шулай уҡ мәсьәләгә ҡағылышлы яуап биреүҙе һәм шағирҙың фотоһын ебәреүҙе һорай. Резолюциянан күренеүенсә, был мәсьәлә комиссия тарафынан алдағы йылда ҡарауға ҡалдырыла.
1924 йылдың 22 мартында Бабичтың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса комиссия шағирҙың һәләк булыуына биш йыл тулыуға арналған кисәгә һалым һалмауҙы юллап, эксперт комиссияһына мөрәжәғәт итә. Йыйылған аҡса Ш. Бабичтың бюсын әҙерләү фондына күсерелергә тейеш була. Шағирҙың үлеменән һуң биш йыл үткәс, 1924 йылдың 25 февралендә, Башнаркомпростың уҡытыу-тәрбиә комиссияһы ултырышы уҙғарыла. Ошо датаға бәйле Ш. Бабичтың юбилейын үткәреү ултырыштың көн тәртибендәге мәсьәләләрҙең береһе була.
Фекер алышҡандан һуң мөһим ҡарарҙар ҡабул ителә. Улар иһә тикшеренеүселәрҙең иғтибарынан ситтә ҡала: “Бабич һәләк булған көндә хеҙмәт һәм сәнғәт һарайы кеүек учреждениела кисә уҙғарырға. Кисәне үткәреү комиссияһы төҙөргә. Комиссияға Таһиров, Юлтый һәм Мурзин иптәштәрҙе тәғәйенләргә. Ильин урамын Бабич урамы тип атарға һәм тейешле учреждениеларҙан ҡарарҙы тормошҡа ашырыуҙы һорарға. Бабичты иҫкә алған көндә матбуғатта уның тураһында мәҡәләләр баҫтырып сығарырға һәм фотоға төшөрөүҙе ойошторорға. Өфө башҡорт һәм татар техникумына Бабич исемен бирергә. Бөгөндән башлап “Яңы юл” журналында уның тураһында мәҡәләләр баҫтыра башларға. Бабичтың биографияһы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе һәм әҫәрҙәрен йыйып, Ғилми үҙәккә тапшырырға. Мәктәптәрҙә Бабичҡа арналған хәтер кисәләре үткәреү кәрәклеге тураһындағы мәғлүмәтте баҫтырып сығарырға.
Ошо ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыуҙы Ғилми үҙәккә йөкмәтергә”.
Башнаркомпростың 1924 йылдың 25 февралендәге коллегияһы, Башпедтехникумдың атамаһын үҙгәртеү хаҡындағы пункттан тыш, Ш. Бабичтың вафатына биш йыл тулыуҙы үткәреү планын хуплай.
Был документтарҙан күренеүенсә, шағирҙың замандаштары уның эшмәкәрлегенең һәм ижади мираҫының әһәмиәтен юғары баһалаған. Мәшһүр шағир һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәр һәләк булғандан һуң, тәүге йылдарҙа уҡ уның иҫтәлеген мәңгеләштереү сараһы күрелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе тормошҡа ашмай ҡалған.