Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Апрель 2019, 15:20

“Үҙ ғүмеремдә кеше рәнйетмәнем”

Йәшәү көсө — мөҡәддәс хазина.

Йәшәү көсө — мөҡәддәс хазина.


Өфөгә Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһе Спартак Ильясовтың “Биғылый” романы буйынса спектакль алып киләсәген ишеткәс, күптәрҙең барыу теләге уянғандыр. “Ватандаш” журналында, шунан айырым китап булып баҫылып сығыу менән, роман уҡыусылар араһында киң популярлыҡ яулағайны. Спартак Мөжәүир улының үҙенсәлекле яҙыу стиле, бер дәлилде лә боҙмай, ниндәйҙер сәйәсәткә бормай ижад итеүе, етмәһә, ваҡиғаларҙы геройҙың үҙенең ауыҙынан яҙып алыуы, берҙән, иғтибарҙы йәлеп итһә, икенсенән, режиссер Айрат Абушахмановтың пьеса итеп яҙылмаған әҫәрҙән тағы ла нисек “кәнфит” килтереп сығарғанын күреү теләге ҙур булды. Әҫәрҙең сәхнә вариантын Гүзәл Ғәлиева әҙерләгән.


Йәшлек дәрте ташып торған бер егет әсәһе янында һеңлеһе менән йәшәп ята. Учалы районы ауылдарының береһендә бара был хәл. Биктимер Йомағолов. Ошо исемгә әллә нисәмә ғүмергә етәр һынауҙар ҙа, яҙмыштар ҙа, рух көсө лә һыйған. Имен генә көн күреп ятҡан ерҙән хәрби хеҙмәткә алынып, һуғышҡа эләгә егет.


Бер ҡараһаң, күптәребеҙҙең олатайҙары Бөйөк Ватан һуғышы яландарын гиҙгән. Тик Биктимер әсирлеккә эләгеп ҡуя шул. Ярай, ундай хәлдәрҙе лә ишеткән бар, ул хаҡта ла уҡыған бар, тиерһегеҙ. Әммә былар барыһы ла һынауҙарҙың башы ғына булған әле.

Төп ролде – Биктимерҙе башҡарған актер Илнур Атйетәров башта ябай ғына, буйға ла әллә ни бейек булмаған, күрер күҙгә салынып та бармаған егет булып сәхнәгә килеп сыҡҡайны... Әммә тора-бара ул, әйтерһең, образдың үҙе менән бергә үҫте, йәш егеттең ҡараштарына етдилек ҡунды, тәрән һыҙланыуҙары хәрәкәттәренә күсте. Әсирҙәге әллә ризаһыҙлыҡ, әллә икеләнеүҙәр, әллә нимә эшләргә белмәүҙән тыуған ғәжәпләнеүҙәр – былар барыһы ла Биктимерҙең ҡарашында сағыла. Һеҙ, исмаһам, ярҙам итә алмайһығыҙмы, тигән кеүек тойолдо ошо мәлдә герой сәхнәнән залға баҡҡанда. Тамашасы яуапһыҙ ҡалманы – беҙ һинең менән тип әйтергә теләгәндәй, алҡыштар тулҡыны китте!..


Исмаһам, анау ғағауз ҡыҙына (Зиләрә Юлтаева уйнай) ҡарата тыуған саф тойғолар ҙа бер-береһенә ғүмерлек йәр булып йәшәрлек ғәмәл менән тамамланмай бит. Һөйгәне лә бергә булыр өсөн барыһын да эшләп ҡарай, әммә яҙмағас-яҙмаған. Ҡыҙ ҙа лагерҙа һәләк була. Был хаҡта Биктимергә уның ағаһы Уғай (Марат Зөбәйеров уйнай) хәбәр итә.


Был ролде башҡарған артисты бары тик комик образдарҙа күреп өйрәнгәс, кеше яҙмышындағы тет­рән­дергес мәлдәрҙе һынланды­рыуын күреп, баҙап ҡалдым. Тыуған иле уны ана нисек ҡаршы ала: ете йылға хөкөм итәләр. Эске кисереш­тәрен әҙәм балаһы нисек тә сыға­рырға тейеш бит: Уғай бейей башлай. Күҙ алдына килтерәһегеҙме ир-егеттәрҙең һауаны телгән кеүек ялҡынланып, һикереп-һикереп бейегәнен! Алҡыштарға күҙ йәштәре ҡушылды!..


Төрки халыҡтарының үҙ-ара мөнәсәбәте асыҡ һүрәтләнгән эпизодтар шулай уҡ иғтибарҙы йәлеп итә: улар бер-береһен аңлай, йолалар уртаҡ, ризыҡтар бер төрлө тиерлек. Хәҙер бына был шарт­тарҙа хатта яҙмыштары ла уртаҡ.


Башҡалар юғалып ҡалған мәлдә, Аллаһ Тәғәлә Биктимергә иҫән ҡалыу өсөн яңы мөмкинлек бирә. Башҡаларҙы урыҫ һалдаттары тип атҡандарын күреп, ул тота ла үҙен Зигфельд Шварц тип таныштыра. Әсиргә төшкән һалдаттарҙы ике яҡ та ҡыра: НКВД ла, немец фашис­тары ла. Илдең ябай гражданда­рының әсе яҙмышын, килеп тыуған хәл-ваҡиғаларҙың сағыу картиналарын тыуҙырған авторҙар. Был – ысынбарлыҡ! Бында бер ниндәй ҙә уйлап сығарылған хәл юҡ. Себен урынына ҡырыла ир-егет. Шуныһы үкенесле: ғүмер ике тапҡыр бирелмәй, ана шул бер ғүмер эсендә һәр кемдең матур итеп йәшәгеһе килә.


Ә нимә һуң ул матур йәшәү? Елле машиналарҙа елеүме? Данлы шәхес булыумы? Бәхетле ғаилә ҡороумы? Хәйер, Биктимер өсөн бәхет төшөнсәһе бер һөйләм эсенә һыя: “Мин бер ҡасан да кеше рәнйетмәнем!” – ти ул.


Һатлыҡйәндәр тип барлыҡ әсирҙәрҙе атып бөтөрәләр, Зигфельд- Биктимер иҫән ҡала. Һәм ни бәхет: уларҙы совет иленең ҡалын урмандарында эшләргә тылға ебәрәләр. Эйе-эйе, тап шулай, Урал урмандарына. Бына ғына тора Златоуст, бына ғына тора Учалы! Их, ятып ҡына илайһыңмы ла шатлыҡтан, әллә ҡустыһы һуғышта, әсәһе, һеңлеһе, бөтә ауылы аслыҡтан ҡырылыу ҡайғыһынан тәгәрәп көләһеңме?..


Ошо килеш уйҙары, иңенә төшкән хәсрәттәре менән йәнә урманға китә Биктимер. Таныш, үҙ, ғәзиз урман. Унда уны таныйҙар, унда уның нисәмә быуын ата-бабаһы йөрөгән, һунар иткән.


Бер ҡараһаң, йәшәүҙең мәғәнәһе лә ҡалмаған кеүек. Әммә ошо образ үҙенең эске иманы, башҡорт халҡына хас булған йәшәү көсө менән таң ҡалдыра. Үҙен Ғифрит тип атаһа ла, урман төпкөлдәрендә йәшәүҙе хуп күрһә лә, Биктимерҙең ауыҙынан бер генә тапҡыр ҙа “үләйем дә ҡуяйым” тигән һүҙҙәр йәки әжәл саҡырған ауаздар ишетелмәне. Киреһенсә, ул һәр саҡ үҙе ғазраилдан ҡасып йөрөй, ошо ергә тамырланған боронғо бер ағас һымаҡ, теше-тырнағы менән йәбешеп, йәшәргә тырышып ята. Күктәр һиңә ниндәй һынау ебәрһә лә, һин ғүмерҙән баш тартырға тейеш түгелһең. Йәшәү көсөн, кеше ғүмеренең иң мөҡәддәс хазина булыуын раҫлай әҫәр.


Һәр образдың еренә еткереп асылыуы – артистарҙың да, иң тәү сиратта режиссерҙың да уңышы. Бында һәр кем ниндәй фекер еткерергә, нимә әйтергә тейешлеген яҡшы белә.


Сәнғәттең төп бурысы – ул образдар аша кешеләрҙә яҡтылыҡҡа ынтылыш, матурлыҡҡа тартылыу уятыу, яҙмыштар аша таҙартыу. Бына был әҫәр тап шундайҙарҙан. Бәхетле булғың килә икән, бул, әйҙә. Бына бит Биктимер үҙен бик бәхетле тоя! Ул бит ситтә ятып ҡалманы! Ул иҫән-һау тыуған яғына ҡайтып етте, кендек ҡаны тамған ерҙә һуңғы һулышын алды. Ә иң мөһиме – был донъяла бер кемде лә рәнйетмәне!.. Бәхет төшөнсәһен үҙең өсөн үҙең ас, кешем, әммә ғүмереңдең һуңғы сәғәттәрендә көҙгөгә ҡарап, намыҫым таҙа, тип әйтә алырһыңмы, тип һорай төҫлө беҙгә Урал урмандарынан бағып Биктимер Йомағолов.


Алда әйтеп киткәйнем инде. Былар барыһы ла — ысынбарлыҡ. Төп геройҙың прототибы – Урал урманы Ғифрите, замандашыбыҙ Спартак Ильясовҡа бер үтенес белдерә: “Былар хаҡында мин үлгәс яҙырһың!..” Беҙҙең алҡыштарыбыҙ, күҙ йәштәребеҙ һинең рухыңа доға булһын, көслө рухлы Биктимер!
Читайте нас: