Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Апреля 2019, 08:22

Тиҙҙән экрандарҙа – “Бейеклек 144,0”

Кисә Ҡырғыҙстандан кинематографистар төркөмө Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Әхмәтғәлиндың ҡаһарманлығы тураһында “Бейеклек 144,0” тип исемләнгән нәфис-документаль фильм төшөрөү маҡсатында Учалы районына килде.

– Фильмдың сюжеты башҡорт Хәкимйән Әхмәтғәлин етәкләгән взвод һалдаттары ҡаһарманлығына арналған. Проект былтыр октябрь айында старт алды. Геройҙар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт белеү маҡсатында беҙ уларҙың тыуған яҡтарында булып, туғандары, яҡташтары менән осрашабыҙ, – ти кинорежиссер Абдиш Айылчиев.

Тыуған ауылы Сәфәрҙә батырҙың бер туған ике һеңлеһе йәшәй. Кино төшөрөүселөр улар менән осрашып, Хәкимйән Әхмәтғәлиндең бала-сағы, һуғышҡа тиклемге тормошо менән ҡыҙыҡһынды, уның бюсына сәскә һалыуҙа ҡатнашты.
Автор фотоһы.
Читайте нас