“Библиотөн-2019” Бөтә Рәсәй акцияһы нигеҙендә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала “Айгөл иле” тигән сара ойошторола.
Режиссер Зөһрә Бураҡаева әйтеүенсә, сараның китапханала уҙғарылыуы осраҡлы түгел, ошонда ғына Айгөл исемле 12 хеҙмәткәр эшләй.
– Айгөл исеме ҡаҙаҡтарҙа барлыҡҡа килгән. Мостай Кәримдең “Айгөл иле” әҫәренән һуң ул Башҡортостанда ла киң тарала. “Айҙың гөлө” тигән мәғәнә һалынған исемгә эйә булған гүзәл заттар – гуманитарийҙар, ижади шәхестәр. Был кисәлә Мостай Кәримдең спектакле тураһында һөйләргә, ошо исемгә эйә булған талантлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың ижады менән таныштырырға теләйбеҙ. Улар – Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Айгөл Һағынбаева, йырсы һәм режиссер Айгөл Үтәгәнова, рәссамдар Айгөл Байрамғолова, Айгөл Ишбирҙина һәм Айгөл Бикбаева һәм башҡалар, – тине ул.
Ойоштороусылар һәр Айгөлгә бүләк вәғәҙә итә. Тик бер шарт бар – үҙегеҙ менән шәхес танытмаһы булырға тейеш. Сара 20 апрелдә киске сәғәт 6-ла башлана.