Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Апрель 2019, 11:35

“Килегеҙ, күрегеҙ, матурлыҡ донъяһына рәхим итегеҙ!”

Өфө сәхнәһен Нефтекама артистары гөрләтәсәк.

Өфө сәхнәһен Нефтекама артистары гөрләтәсәк.


25 апрелдә Нефтекама дәүләт филармонияһы баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған “Башҡортостан – алтын бишегем” исемле сағыу тамаша тәҡдим итергә йыйына. Концерт Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк. Әлеге сара алдынан һәм республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәгенең мәҙәни үҙәге булған ойошманың көнитмеше, тын алышы менән танышыу маҡсатында уның директоры Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Рәйес Исмәғил улы, бөгөн Нефтекама филармонияһы ниндәй уй-маҡсаттар менән йәшәй? Үҙенең эшмәкәрлек йүнәлештәрен билдәләгәндә ниндәй ҡиммәттәргә таяна?

– Белеүегеҙсә, былтыр мәҙә­ниәт учреждениеһы бар­лыҡҡа килеүенең 20 йыллығын бил­дәләне. Ике тиҫтә йыл эсендә Нефтекама дәүләт филармо­нияһы ҡала, республика халҡы­ның ғына түгел, хатта сит ил тамашасыларының да һөйөүен яулаған сәнғәт усаҡтарының береһенә әүерелде. Уңыш нигеҙе – әлбиттә, коллективта үҙ эшен яратҡан, хөрмәт иткән ижади кешеләр эшләүендә, фиҙакәр хеҙмәте менән тамашасылар йөрәгендә донъяға, тыуған ере­беҙгә, халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәт­тәренә һөйөү уятыуҙа, уларҙы күҙ ҡараһылай һаҡлауҙа, тамаша­сыларҙа матурлыҡ, гүзәллек хистәрен тәрбиәләүҙә.


Нефтекама филармония­һы­ның уңышлы эшләүенең тағы ла бер сәбәбе һәм уның иң төп үҙенсәлеге – күп милләтле һәм күп жанрлы коллектив булыуындалыр. Сәнғәт усағында башҡорт, татар, мари эстрада төркөмдәре, “Түңгәүер” бейеү ансамбле, әҙәби-музыкаль лекторий, цирк төркөмө эшләй.


Бер һүҙ менән әйткәндә, күп милләтле төбәктә халҡыбыҙ рухын тергеҙеп, милли мәҙәниәте­беҙ, сәнғәтебеҙ, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының асылын һаҡлау хаҡына фиҙакәр хеҙмәт итергә тырышабыҙ.


– Матди йәһәттән хәлдәрегеҙ нисек? Гастролдәргә йөрөргә, яңы программалар әҙерләп сығарырға мөмкинлектәр етерлекме?

– Матди хәлде яҡшыртыуҙың төрлө юлдарын эҙләйбеҙ, өйрә­нәбеҙ. Сәхнә костюмдарын тек­тереү йәһәтенән ауырлыҡтар килеп сыға, бигерәк тә яңы һа­лынған бейеүҙәргә костюм тек­тереү мәшәҡәтле эш, сөнки бер ыңғайҙан ун-ун ике пар кейем кәрәк. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн тегеү цехын ҙурайта баш­ланыҡ, киләсәктә бейеү ан­сам­б­ле­нә лә костюмдарҙы үҙе­беҙҙә тегә башлауҙы күҙаллайбыҙ.


Ә гастролдәргә килгәндә, ижади коллективтарҙың гастролдәр географияһы республикабыҙ ра­йон-ҡалалары менән генә сиклән­мәй, артистарыбыҙҙы Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә лә көтөп алалар. Әйтәйек, Силәбе, Һарытау, Ырымбур, Ҡурған өлкәләре, Пермь крайы, Удмурт, Татарстан республикалары, Мари Иле һәм башҡа төбәктәрҙә, эстрада төр­көмдәренең һәр ҡайһыһының тиерлек үҙ тамашасыһы бар. Фи­лармонияның йөҙөк ҡашы “Түң­гәүер” бейеү ансамбле сит ил тамашасыһы һөйөүен дә яуланы. Улар Төркиә, Италия, Эстония һәм башҡа илдәр халҡын баш­ҡорт бейеүҙәренә һәм фольклорына ғашиҡ итте.


Нефтекама артистары – Үз­бәкстан Республикаһы сәнғәт һөйөүселәренең дә кумирҙары. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Раян Алтыншин һәм йәш йырсы Иршат Ҡарасурин, ҡурай­сы Иҙел Исҡужин, ике тапҡыр гастролдә булып, үзбәк дуҫтары­быҙға матур сығыштар бүләк итеп ҡайтты.


Коллективтар төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша һәм алдынғы урындар яулай. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә уҙғарылған һабан­туйҙарға, юбилей сараларына, тантаналарға беҙҙең артистарҙы ихлас саҡыралар, ғәҙәттә улар программаларҙың иң сағыу үҙенсәлеге булып таныла.


– Өфөлә үтәсәк концертҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. Был юлы баш ҡала тамашасыһына нин­дәйерәк күстәнәс әҙерләнегеҙ?

– Йыл һайын Нефтекама дәүләт филармонияһы артис­тарының баш ҡала тамашасыһы алдында сығыш яһауы республика сәнғәт һәм мәҙәниәт тор­мошоноң матур йолаһына әүе­релгән. Филармонияның коллективтары быйыл да ошо тра­ди­цияға тоғро ҡала, улар 25 ап­релдә бер генә көн Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында сығыш яһарға йыйына.


Концерт программаһында филармонияның барлыҡ ижади көстәре ҡатнаша: “Түңгәүер” бейеү ансамбле, “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө, “Ҡай­тауаз” татар эстрада төркөмө, “У Сем” мари эстрада төркөмө, әҙәби-музыкаль лекторий йырсылары, талантлы һәм популяр артистарыбыҙ – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Раян Алтыншин, Розалия һәм Азат Ҡарасуриндар, Илгиз Миңләхмәтов, Иршат Ҡарасурин һәм башҡалар ҡатнаша. Тама­шаның ҡуйыусы режиссеры – Ләлә Килсенбаева. Килегеҙ, күрегеҙ, матурлыҡ донъяһына сәйәхәт итегеҙ, тип мөрәжәғәт иткем килә өфөләргә.


– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә яңынан-яңы ижади ҡаҙа­ныштар, уңышлы сәфәрҙәр һәм, әлбиттә, зал тулы тамашасылар теләйбеҙ!
Читайте нас