Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Апрель 2019, 19:10

“Театр — һөйөүем минең”

Үҙ эшенең оҫтаһы, иҫ китмәле талант, тиһәләр, нисектер һағайып ҡарап ҡуяһың ҡайһы саҡта. Улар ҙа хеҙмәттәштәре менән шул уҡ һауаны һулай, бер ерҙән йөрөй, бер үк урында эшләй, ә бүтәндәрҙән өҫтөнлөгө нимәлә һуң? Нисек кенә булмаһын талант эйәләре бар арабыҙҙа. Ижад емештәре менән барыбыҙҙы “аһ” иттергән, ваҡыт төшөнсәләре менән иҫәпләшмәй, көнө-төнө кешеләргә матурлыҡ өләшкән, йоҡоһоҙ төндәре аша әллә күпме образ тыуҙырған, тамашасыларына бихисап кисерештәр бүләк иткән режиссер, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрының художество етәксеһе Дамир Мәжит улы ҒӘЛИМОВТЫ тап шундайҙар рәтенә индерергә була.

Үҙ эшенең оҫтаһы, иҫ китмәле талант, тиһәләр, нисектер һағайып ҡарап ҡуяһың ҡайһы саҡта. Улар ҙа хеҙмәттәштәре менән шул уҡ һауаны һулай, бер ерҙән йөрөй, бер үк урында эшләй, ә бүтәндәрҙән өҫтөнлөгө нимәлә һуң? Нисек кенә булмаһын талант эйәләре бар арабыҙҙа. Ижад емештәре менән барыбыҙҙы “аһ” иттергән, ваҡыт төшөнсәләре менән иҫәпләшмәй, көнө-төнө кешеләргә матурлыҡ өләшкән, йоҡоһоҙ төндәре аша әллә күпме образ тыуҙырған, тамашасыларына бихисап кисерештәр бүләк иткән режиссер, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрының художество етәксеһе Дамир Мәжит улы ҒӘЛИМОВТЫ тап шундайҙар рәтенә индерергә була. Ошо көндәрҙә күркәм ғүмер байрамын ҡаршылаусы шәхес менән бер аҙ аралашыу мөмкинлеге тыуҙы.


— Дамир Мәжит улы, алты тиҫтә йыл ғүмерегеҙҙе театр донъяһына арнаған кеше булараҡ, һеҙҙең өсөн театр сәнғәте нимә ул?

— Театр — йәшәйешем, булмышым һәм киләсәгем. Шағир әйтмешләй, театр – һулар һауам да, рухи мәккәм дә, йәшәү усағым да. Дөрөҫөн әйткәндә, тормошомдо унһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Әлбиттә, театрҙың төп тәғәйенләнеше — халыҡҡа хеҙмәт итеү, быуаттар һәм быуындар бәйләнешен өҙмәй, ата-баба­ларыбыҙҙың рухи байлығын түкмәй-сәсмәй тамаша­сыға еткереү. Ул — ижади бал­ҡыш, тамашасыларҙың алҡыш­тары һәм сағыу образдар.


— Сәнғәткә тәүге аҙым­дарығыҙ нисек башланды? Гәзит уҡыусы­ла­рыбыҙға бала сағығыҙ, үҫмер йыл­да­рығыҙ хаҡында ла һөйлә­һәгеҙ ине.

— Заманында ике мәктәбе, алтын йыуыу фабрикаһы, ба­ҙары, мәҙәниәт йорто булған Баймаҡ районының Түбә ҡасаба­һында тыуып үҫтем. Атайым Мәжит Ғәли улы рудникта оҙаҡ йылдар партком секретары булып эшләне. Әсәйем бик йәшләй вафат булғас, атайым һуңғы юлға оҙатырға мулла саҡыртып, ислам ҡанундарына ярашлы дини йоланы атҡарғаны өсөн эшенән бушатыла. Хатта партиянан да сығаралар. Атайым өс улы менән яңғыҙ тороп ҡала. Түбәлә үҙенә эш бирмәйәсәген аңлағас, ул ваҡытта әле генә төҙөлөп ятҡан Сибайға юл ала.


Артабан атайым Өфө — Сибай тимер юлын төҙөүҙә ҡатнаша, яңы­нан өйләнә, беҙҙе уҡырға бирә. Хәҙер уйлап ҡуям да, әгәр ҙә Сибайға күсергә тура килмәһә, кем белә, бәлки, сәнғәт юлын һай­ларға тура килмәҫ ине, сөнки тап ошо ҡалала минең өсөн өр-яңы мөмкинлектәр асылды: мәк­тәп йылдарында уҡ үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә йөрөнөм, Р.Зө­­бәйеров ойош­торған халыҡ театрында тәүге ролдәремде баш­ҡарҙым. Мәктәпте тамамла­ғас, күптәр кеүек ҡайҙа барырға тигән һорау торманы. Туп-тура документтарымды Ленинград ҡалаһына ебәрҙем һәм биш йыл буйы күренекле сәнғәт эшмәкәр­ҙәре биргән һабаҡтарҙы йотлоғоп тыңланым, уларҙың һәр һүҙен күңелемә һеңдерҙем.


1966 йылда ҡулына диплом алып ҡайтҡан егетте Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайына директор итеп ҡуйыуҙа­рына әле булһа хайран ҡалам. Ул сағында миңә ни бары 21 йәш ине. Ышаныс күрһәтеп, мине етәксе вазифаһына тәғәйен­ләгәндәр. Әлбиттә, ауырлыҡтар күп булды, аяҡ салыусылар ҙа табылды. Эш бар, әммә күңелем тыныслыҡ тапмай, сөнки Сибай театры үҙенә тарта, сәхнә тормошо үҙенә ылыҡтыра. Тормошта бер нәмә лә осраҡлы булмай: тормош ҡушыуымы, әллә шаяртыуымы — аныҡ ҡына әйтә алмайым, әммә быға бик рәхмәт­лемен, 1967 йылда режиссер Вәли Фәтҡуллиндың һорауы буйынса, ауырып киткән артист Ҡәйүм Хөсәйеновтың урынына спектаклдә уйнарға тура килде. Әле лә хәтеремдә: тәүге тапҡыр Сибай театрында сығыш яһа­уыма ҡарамаҫтан, образды шул тиклем яратып башҡарҙым, тамашасы ихлас ҡабул итте. Һәм мин башкөллө Сибай театрына ғашиҡ булдым (йылмая — авт.).


— 32 йылдан ашыу республикала халыҡсан театр булараҡ киң танылыу алған Сибай башҡорт драма театрына етәкселек итәһегеҙ...

— Шулай уҡ булып киткәнме?! Ысынлап та, ғүмер аҡҡан һыу кеүек. Яңы ғына театрға эшкә килгән кеүек булһам да, байтаҡ ваҡыт үтеп тә киткән. Уйлап ҡараһаң, мин етәкселек иткән йылдарҙа партия заманы, үҙгәр­теп ҡороуҙар îñîðî èíå, øуға күрә һәр дәүерҙең үҙ репертуары булғандыр, әммә бер ҡасан да театрҙың төп тәғәйен­ләнеше — халыҡҡа хеҙмәт итеү, быуаттар һәм быуындар бәйләнешен өҙмәй, ата-бабаларыбыҙҙың рухи байлығын түкмәй-сәсмәй тама­шасыға еткереүгә тоғро ҡалдым.


Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн беҙ драма­тургтарҙың исеменә түгел, әҫәренә ҡарап спектаклдәр ҡуябыҙ. Драматургияла яңы исемдәр асабыҙ, күптәренең тәүге әҫәр­ҙәрен сәхнәләштереүгә ҙур батыр­сылыҡ менән тотоно­уыбыҙ ҙа башҡорт дра­матургия­һына яңы авторҙарҙың килеүендә ҙур роль уйнамай ҡалманы. Мәҫәлән, Сибай сәхнәһендә Буранбай Исҡужин, Таңсулпан Ғарипова, Рәлиф Кинйәбаев, Салауат Әбүзәров, Әминә Яхина, Лира Яҡшыбаеваларҙың әҫәрҙә­ре тәүге “сирҡаныс” алды.


— Театр йылын сибайҙар нисек ҡаршылай?

— Уңыштарыбыҙ һәм ҡаҙа­ныш­тар етәрлек, пландарыбыҙ иҫ киткес. Иң ҡыуаныслы яңы­лыҡ­тарҙың береһе — ике арти­сыбыҙғà абруйлы исем бирелде. Арсен Шәйхисламов менән Урал Зәйнуллинға “Баш­ҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡ­таулы исемгә лайыҡ булды. Былтыр “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙарына ярҙам итеү” проектына ярашлы һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата “Ҡыҙ урлау”ын сәхнәгә сығарҙыҡ, быйыл иһә Ишмулла Дилмөхәмәтовтың “Тере тупраҡ” исемле әҫәре буйынса спектакль ҡуйҙыҡ.


Сибай сәхнәһендә оҙаҡ йылдар ҙур аншлаг менән барған Таңсулпан Ғарипо­ваның “Китмә­геҙ, торналар!” спектаклен өр-яңы составта ҡайтанан әҙерләй­беҙ, сөнки ауылдарҙа был тамашаны халыҡ ныҡ һорай, әҫәрҙә күтәрелгән тема бөгөн дә үҙенең актуаллеген юғалтмай. Тиҙҙән тамашасы көтөп алған спектакл­дең премьераһы буласаҡ.


Баймаҡ ерендә ижад иткән күренекле татар драматургы Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәба­ныу” әҫәрен сәхнәләштереү теләге менән янабыҙ. Ситтән режиссер саҡыртырға иҫәп, әлегә Ғәлиәбаныу роленә тап килерлек, йырлаған актриса таба алмай­быҙ. Был әҫәр бынан 60 йыл элек уйналған, шунан бирле сәхнәлә ҡуйылғаны юҡ.


Бөгөн һәр театр йәш тамаша­сыларҙың да зауығын иҫәпкә алып, улар өсөн дә сәхнә әҫәрҙәре ҡуйырға тейеш. Шуға күрә беҙ кескәй дуҫтарыбыҙҙы ла онотмайбыҙ. Магнитогорск опера һәм балет театры солисы һәм режиссеры Владимир Полторак рус телендә “Ерема, Данила һәм ҡара көстәр тураһында” тигән балалар өсөн әкиәтте сәхнәләштерҙе. Хатта уны мюзикл тигәндә лә була. Иң мөһиме — балаларға оҡшаны, улар тамашаны ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итте. Тимәк, балалар өсөн спектаклдәр ҙә кәрәк, артабан был тәңгәлдә эш алып барасаҡ­быҙ. Ҡасандыр беҙ ҡурсаҡ театрына хас “Шалҡан” әкиәтен балалар өсөн сәхнә­ләштергәйнек. Хәҙер ҡурсаҡтар менән эште лә тергеҙергә теләк бар.


Сибай театрында башлыса башҡорт телендә спектаклдәр ҡуйыла, рус тама­шасыһы синхрон тәржемә аша ҡарай. Был йәһәттән дә эш башларға уйлай­быҙ, улар өсөн рус телендә спектакль ҡуйылыр, тигән теләктәмен.


— 75 йәшен ҡаршылаған күренекле режиссер, талапсан етәксе тормошта ниндәй икән?

— Уны ҡатынымдан һорарһы­ғыҙ инде (йылмая — авт.). Мин бигерәк тә баҡса үҫтерергә яратам. Үҙемде һәйбәт баҡсасы тип иҫәпләйем, сөнки йыл һайын йәшелсә, еләк-емештәребеҙ тубырлап уңа. Рауза гөлдәрен дә үҫтерәм, баҡсамда уның ниндәй генә төрҙәре юҡ!


Йәй тәбиғәткә сығырға, еләк йыйырға, Ирәндек тауына тау сейәһенә барырға яратабыҙ. Тау-ҡырҙарҙы, урмандарҙы йәйәү йөрөгәндә үҙемә илһам алам, тыуған ерҙең көсөн тоям.


Ғаиләлә күмәкләшеп билмән бөгөү беҙҙең өсөн изге йолаға әйләнгән. Һәр байрамда ҡулдан эшләнгән билмән табын түрен биләй. Ҡатыныма йорт эштәрен­дә ярҙамлашырға тырышам. Күрәһегеҙ, насар йорт хужаһы түгелмен (йылмая — авт.).


— Байрамығыҙ менән, талантлы театр әһеле, Сибай маэстроһы һәм, әлбиттә, “Башҡортостан” гәзитенең яҡын дуҫы. Артабан да ижади уңыштар, алҡыштар һәм балҡыштар юлдаш булһын һеҙгә!


Сибай ҡалаһы.
Читайте нас: