Республикабыҙҙа Татарстан Республикаһы көндәре шаулап уҙҙы. Ошо ҙур күркәм сараға ярашлы, “Туҡай моңо” тип аталған шиғриәт байрамы үтте, республика бәйгеһендә Илеш районы уҡыусылары ла бик әүҙем ҡатнашты.
Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназия һәм Дөмәй урта мәктәбе уҡыусылары 1-се Ҡадир урта мәктәбе һәм 1-се гимназия уҡыусылары 2-се урынды яуланы. Өсөнсө урынды 1-се гимназия һәм Баҙытамаҡ урта мәктәбе уҡыусылары бүлеште. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Илеш районы хакимиәте сайтынан.