Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Апрель 2019, 00:37

Ижадсыларҙы йыйҙы Шығай

Белорет районының Шығай ауылы клубында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, композитор, думбырасы, ҡурайсы, йыраусы Мөхәррәм Сәлимов призына үҙешмәкәр композиторҙарҙың асыҡ район конкурсы уҙҙы.

Фото "Урал" гәзите сайтынан.

Сара республикабыҙҙың 100 йыллығына арналды. Унда, Белорет ижадсыларынан тыш, Әбйәлил, Бөрйән райондарынан, Баймаҡ, Магнитогорск ҡалаларынан да йыр-моң һөйөүселәр ҡатнашты.
Конкурстың төп бүләгенә Илнур Әхмәтшин лайыҡ булды. Беренсе урынды Рафаэль Мортазин яулаһа, икенселә – Илнур Сирбаев, өсөнсөлә – Сәйфулла Ғайсин һәм Сания Мортазина.
Бар призерҙарға һәм номинанттарға диплом, аҡсалата бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: