Ҡырмыҫҡалы районы Ҡабаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Руслан Әйүпов көндән-көн күҙгә күренеп үҫкән төбәктең тынғыһыҙ көндәлек мәшәҡәттәре, халыҡтың йәшәйеше менән таныштыра-таныштыра беҙҙе мәҙәниәт усағына әйҙәне.
– Ауыл халҡының яҙғы осорҙа эше ифрат күп инде ул, – ти Руслан Фаил улы. – Биләмәне тәртипкә килтереү, өмәләр ойоштороу, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһын халыҡҡа аңлатыу – барыһы ла мөһим. Әйткәндәй, хакимиәткә лә яңы бурыстар өҫтәлде, бына бөгөндән һәр береһе ете мең һум тирәһе торған 80 контейнер алырға кәрәк, юлдарҙы төҙөкләндерәһе, йыйындар үткәрәһе…
Эш эш менән, ә кешегә ял итеү, күңел асыу, аралашыу өсөн уңайлы мөхит тә кәрәк. “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ярашлы, Ҡабаҡта 300 урынлыҡ өр-яңы клубтың эш башлауы һәммәбеҙ өсөн дә оло бүләк булды.
Бынан 22 йыл элек ябылған иҫке клуб урынына, ниһайәт, заманса уңайлыҡтар, иркен сәхнә, гример бүлмәләре, аппаратура, янғын хәүефһеҙлеге саралары булдырылған күркәм мәҙәниәт усағы ҡалҡып сыҡҡан. Ярты йыл самаһы ғына элек асылған клубта тормош гөр килеп тора: “Илһөйәр” фольклор төркөмө, “Фламинго” бал бейеүҙәре, “Ынйыҡай” халыҡ бейеү ансамблдәре, балалар сәнғәт мәктәбенең филиалы эшләй. Фойеға килеп инеү менән йәш рәссамдарҙың оҫта ҡулдары ижад иткән һүрәттәр күргәҙмәһе ҡаршы ала.
– Ҡабаҡтар – йыр-моң һөйөүсән, ижади халыҡ. Шул ҡәҙәре ғүмер нисек клубһыҙ йәшәлгәндер, үҙебеҙ ҙә аптырайбыҙ. Һәләттәреңде күрһәтеү, ялыңды йөкмәткеле, файҙалы үткәреү өсөн өр-яңы мөмкинлектәр асылды, – ти клубтың мәҙәниәт эштәрен ойоштороусы Хәлисә Әхмәтшина.
– Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә әҙерләнгән “Өләсәйҙең асыҡ һандығы” тип аталған фольклор байрамы бик уңышлы, мауыҡтырғыс үтте. Тамашасыларыбыҙ боронғо биҙәү әйберҙәре, халыҡ ижады өлгөләре, туй йолалары менән ҡыҙыҡһынып танышты. Ғәлиәскәр Камалдың “Беренсе театр” әҫәрен сәхнәләштерҙек. Әле бына “Илһөйәр” фольклор ансамбленең репертуарын байытыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Өфө яҡын булғас, артистар йыш килеп, тамашалары менән ҡыуандырып тора.
“Ғаилә менән уҡыу” мәғлүмәт үҙәгенең клубта урынлашыуы ла ата-әсә өсөн уңайлы. Гәзит-журналдарҙан тыш, дүрт мең китап тәҡдим итә китапханасы Әлфиә Ҡаһирова. “Кешеләргә аң, ғилем, иман килтергән мөғжизәле китап донъяһында эшләүем менән бәхетлемен”, – ти ул. Фольклор ансамбленең иң әүҙем ағзаларының береһе Миңзилә Әхтәмова үҙе лә хис-тойғоһон шиғыр юлдарына һалып, ижад итеүҙән ҡыуаныс, көс алып йәшәй.
Олоһон-кесеһен бер усҡа йыйған Ҡабаҡ ауылы клубының уттары көндән-көн сағыуыраҡ балҡырына, йыр-моңға һыуһаған, осрашыу шатлыҡтарына сарсаған күңелдәрҙең яңырырына шик юҡ. Тарихи йылда ауылға ҡот булып ҡайтҡан мәҙәниәт усағының ғүмере оҙайлы, юлы ырамлы булһын.