Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Апрель 2019, 23:48

Һаҡмар һандуғасының моң байрамы

Сибайҙың Мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, һәүәҫкәр композитор Мәмдүҙә Илбәҡованың ижадына арналған “Йырлы ғүмер – моңло ғүмер” китабының исем туйы булды.

Мәмдүҙә Илбәкованың шәхси альбомынан.
Мәмдүҙә Илбәкованың шәхси альбомынан.
Сибайҙың Мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, һәүәҫкәр композитор Мәмдүҙә Илбәкованың ижадына арналған “Йырлы ғүмер – моңло ғүмер” китабының исем туйы булды.


Баҫманың авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова-Кәримова.
Хәйбулла районында тыуып үҫкән Һаҡмар һандуғасының йыр-моң кисәһендә ул үҙе оҙаҡ йылдар етәкселек иткән “Миләш” халыҡ һәм ир-егеттәрҙең “Азамат” вокал ансамблдәре сығыш яһаны.
Байрамда йырсының бер туған ҡустыһы – Башҡортостандың халыҡ артисы, арҙаҡлы ҡурайсы Ишморат Илбәков та ҡатнашты. Талантлы сәнғәт оҫтаһының ҡурай моңо күркәм тамашаға үҙенсәлекле йәм, илаһилыҡ өҫтәне.
Читайте нас: