2019 йылдың июлендә Мәскәүҙең “Студия IV” кинокомпанияһы Өфөлә һәм республиканың ҡайһы бер райондарында балалар өсөн “Пират күңеле” тигән художестволы фильмын төшөрәсәк.
Сценарий буйынса мауыҡтырғыс фильмдағы ваҡиғалар 1985 йылда бара. Өс уҡыусы дауаханаға эләккән дуҫын ҡотҡарырға тырыша. Улар малайҙың йәне “Пират” ҡушаматлы эткә күскән тип уйлай.
26-28 апрелдә Өфөлә төп һәм икенсе пландағы геройҙарға ролдәргә кастинг үткәреләсәк. Фильмдың төп геройҙары – 8-12 йәшлек малайҙар. Ә икенсе пландағы ролдәр өсөн 25 - 65 йәшлек ҡатындар һәм ирҙәр кәрәк. Шулай уҡ фильмға төшөрөү төркөмөнә 1960 – 1980 йылғы, яҡшы техник хәлдәге машиналар талап ителә.
Фильмға сценарийҙы Алан Хурумов (Мәскәү) яҙған. Генераль продюсер – Мария Перекатова (Мәскәү), режиссер – Айсыуаҡ Йомағолов (Өфө), оператор-ҡуйыусы – Рияз Исхаҡов (Өфө).
+7-964-965-81-12 телефоны буйынса (Ксения Богданова) кастингҡа яҙылырға һәм киңерәк мәғлүмәт алырға мөмкин. Ә автомобилдәр хужаларына +7-999-623-48-07 телефоны буйынса Ирек Сәйфүтдиәровҡа шылтыратырға була.
Фото basic.ru сайтынан алынды.