Күп булһын, яҡшы булһын тигән маҡсат менән ижад итә.
Башҡорт әҙәбиәтендә, Көнбайыштағы, әйтәйек, инглиз әҙәбиәтендәге һымаҡ, классик детектив тип аталған жанрҙағы әҫәрҙәр бер ваҡытта ла булманы һәм әле лә юҡ. Прозабыҙҙың тематикаһы, бигерәк тә тарихи прозаның киңлеген күҙ уңында тотҡанда (уларҙың һәр ҡайһыһында тиерлек детектив жанрға хас айырым элементтар, әлбиттә, бар), әлеге жанрҙың юҡлығына ғәжәпләнеп тә ҡуяһың. Уларҙы барлыҡҡа килтереүгә беҙҙә ҡыйыулыҡ етмәйме, әллә әҙәбиәтебеҙ быға әҙер түгелме, белмәҫһең. Хәйер, икеһе лә барҙыр.
Дөйөм проза айырым әҫәрҙәрҙән торһа, айырым әҫәрҙәр дөйөм прозаны барлыҡҡа килтерә бит. Ә, бәлки, ул, арбаға бишенсе тәгәрмәс кәрәкмәгән кеүек, беҙгә бөтөнләй кәрәкмәйҙер ҙә. Шулай ҙа урыҫ һәм сит ил әҙәбиәтендә ул жанрҙың күптән барлығын һәм мауығып уҡырлыҡ гүзәл өлгөләре булыуын күргәндә, ирекһеҙҙән беҙҙә юҡлығының сәбәптәрен эҙләй башлайһың.
Миңә ҡалһа, уны беренсе сиратта прозаның бөтөн жанрҙарын да теоретик планда яҡшы белгән, күп уҡыған, фантазияға бай, интеллектуаль ҡала егеттәре һәм ҡыҙҙарынан көтөргә ҡала, сөнки ул жанр традицион ҡалыптарҙан ситкә сығыуҙы талап итә. Ә беҙ, күпселегебеҙ ауылдан сыҡҡан һәм һуң өлгөргән, ғүмер буйы ауыл тематикаһынан арына алмаған әҙиптәр, уны яҙа алмайбыҙ һымаҡ.
Ғәлим Хисамов үҙенең теремек, эҙләнеүсән, ныҡыш холоҡ-фиғеле, тәбиғи ҡыҙыҡһыныусанлығы һәм бай фантазияһы арҡаһында ошо юлға баҫа алды. Мин уны башҡорт әҙәбиәтендә детективты, уны ғына түгел, сәйәси детективты ла башлап ебәргән әҙип итеп күрәм. Баҡһаң, беҙ ҙә яҙа алабыҙ икән. Тимәк, алдағы көндәрҙә уға тотонған, Ғәлимде дауам иттереүселәрҙең булырына өмөт бар. Өлгө күрһәтелде, хәҙер дауам иттергән кешеһе кәрәк.
“Ун туғыҙынсы” детектив романы композиция яғынан хроника рәүешендә ҡоролған. Әҫәрҙәге ваҡиғалар Ер шарының төрлө тарафында – Бөйөк Британияла, Германияла, Мысырҙа, Үзбәкстанда, Рәсәйҙә (Мәскәү, Ленинград, Өфө, Стәрлетамаҡ, Туҡсоран, Иҫәнғол, Тоцк, Ғафарҙа ) бара. Персонаждар хәрәкәт иткән әлеге география нөктәләре бер-береһенән шулай йыраҡ булһа ла, театр сәхнәһендә күренештәр алмашынып торған һымаҡ, барыһы ла күҙ алдында ғына. Талғын хронологик тасуирлауға күнеккән уҡыусыға был алым ауырыраҡ ҡабул ителә, ләкин ваҡиғалар ағышының йүнәлешен юғалтмаһаң, алда әйткәнсә, уларҙы бер фокусҡа – “сәхнәгә” йыйыуы һис ауыр түгел.
Әҫәрҙе уҡый башламаҫ элек үк тәбиғи һорау тыуа: нимә ул, кем ул “ун туғыҙынсы”? Ә бының серен романды байтаҡ уҡығас ҡына төшөнәһең. Бөйөк Британия разведчигы Ричард Гарсон Виленды агентура эшенә әйҙәләгәндә: “Һеҙ ун туғыҙынсы булырһығыҙ. Ун туғыҙҙан түбән һандар бик ныҡ шымарған агенттарға ғына бирелә”, – ти. Тимәк, ун туғыҙ һаны – Виленға агентура “йәбештергән” һәм үҙҙәре генә белгән йәшерен исем, код. Бынан ары ул үҙенең исем-шәрифе менән йөрөмәйәсәк, әлеге 19-сы булып ҡаласаҡ.
Романды уҡыу барышында икенсе һорау ҙа тыуа. Геройҙарҙың прототиптары бармы, булһа, кемдәр? Сөнки был ҡәҙәре персонажды уйлап сығарыу мөмкин түгел. Үҙенең бер интервьюһында автор әлеге һорауға ошондайыраҡ ишара яһағайны. Эйе, байтаҡ геройҙың абстаркт образы бар. Романдың төп геройы Ләләнең прототибы әле лә иҫән, оҙаҡ йылдар партия органдарында, архивта эшләне. Икенсе персонаж – партия Өлкә комитеты секретары Закиров, КПСС үҙәк комитеты секретары Карцев – Кровцев прототиптары ла иҫән-һау, ә бына икенсе төп персонаж Вилен – йыйылма образ. Әҙиптең үҙенең оҙаҡ йылдар дауамында партияның Башҡортостан Өлкә комитеты аппаратында эшләүен иҫкә төшөрһәк, персонаждарҙың байтағы, һәр хәлдә, партия органдары менән бәйлеләре, шунда булған хәл-ваҡиғалар, шунда эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең холоҡ-фиғеле, ҡылыҡтары ла сағылыш тапҡандыр, тигән уйға урын ҡалдыра.
Герой прототиптарының тормошта булыу-булмауы йәнә бер һорауға килтереп терәтә: автор архив материалдарын файҙаланғанмы, файҙаланһа, уның фантазияһы менән тормош материалы ниндәй нисбәттә? Әҫәрҙәге бөтә ваҡиғаларҙың да ерлеге бармы, тигән һорау ҡуйыу үтә ябай һәм примитив булыр ине, ләкин роман һымаҡ киң планлы, күләмле әҫәрҙең ерлеге булмауы – шулай уҡ күҙ алдына килтереп булмаҫтай хәл.
Автор алда телгә алған интервьюһында быға ошолай яуаплай. Баҡһаң, Ләләнең прототибы үҙенең эшләгән осоронда алып барған көндәлектәрен авторға биргән икән. Автор шуларҙы файҙаланған. Тимәк, был йәһәттән дә ваҡиғалар, кеше характерҙары тормоштан алынған тип раҫлап була.
Роман, хроника жанрында уйланылғас, персонаждарҙың хәрәкәт даирәһен һүрәтләгән бүлектәрҙе айырым ҡыҫҡа әҫәр рәүешендә лә ҡабул итергә мөмкин. Уларҙың һәр ҡайһыһы айырым ваҡиғаларға ҡоролған, һәр ҡайһыһында теге йәки был герой характеры асыла һәм автор тарафынан уларға ниндәйҙер фекер һалына. Нәфис әҫәр талап иткән теоретик төҙөлөштәр һаҡлана. Улар тығыҙ, экспрессив, ваҡиғалар көтөлмәгәнсә сиселә.
Бер генә миҫал. Мәскәү Өлкә партия комитетының беренсе секретары Карцевтың ысын йөҙө көтөлмәгәндә асыла. Бының өсөн автор Ләләне партия эшенән архив идаралығына “күсерә”. Шунда эшләп йөрөгәндә Ләлә 1945 йылдағы Өфө балалар йортона ебәрелгәндәр исемлегендә әлеге беренсе секретарҙың ысынында Карцев түгел, ә Кровцев булыуын раҫлаған бер документҡа юлыға. Карцевтың атаһы Кровцев һуғыш ваҡытында полицай сифатында кешеләрҙе аттырып йөрөгән. Йәшерен партия ойошмаһын, партизандар отрядын фашларға тотонған икән. Йәғни КПСС Үҙәк комитеты секретары булырға торған Виктор Сергеевич – хыянатсының улы.
Романға хас әлеге көтөлмәгән асыш-сиселештәр әҫәрҙә байтаҡ, уларҙың барыһы ла детектив жанры ҡанундарына тап килә.
Әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләп сығыу кәрәкмәҫ. “Ун туғыҙынсы” 2003 йылда “Ағиҙел” журналында, шул уҡ йылда “Китап” нәшриәтендә лә баҫылып сыҡты. Күренеүенсә, байтаҡ ваҡыт үткән. Уҡыған кеше шул заманда уҡ уҡыған инде. Бәғзе кешегә китап йә журнал хәҙер килеп эләкһә лә уҡыуы ихтимал. Роман тураһында йәнә шуны ғына өҫтәргә теләйем: әҫәрҙә шул осор системаһында кешеләргә булған мөнәсәбәт, бөгөнгөсә әйтһәң, коммунистик режим хакимлыҡ иткәндә, СССР-ҙың власть структураһындағы ябай кешегә серле күренештәр, бығаса билдәһеҙ мәғлүмәттәр, атеистик ҡараш сағылышы бар. Автор берсә ғибрәтле, берсә уйландырырлыҡ ваҡиғалар ярҙамында шул дәүерҙең социаль ижтимағи, сәйәси ҡаршылыҡтарын, етешһеҙлектәрен аса һәм, алда әйткәнемсә, уларҙы оҫта ҡурсаҡсы рәүешендә “сәхнәлә уйната”.
Ҙур эпик әҫәр “Шаҡай бураны” 1917–1919 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһын төҙөү өсөн барған сәйәси, ижтимағи, социаль, хәрби көрәште киң планда һүрәтләй. Роман Рәсәй батшаһы Николай Икенсенең тәхеттән баш тартҡан, Дәүләт Думаһы ғәмәлгә яраҡһыҙ тип танылып таратылған һәм власҡа Ваҡытлы хөкүмәт килгән ҡатмарлы мәлдән башлана. Ошонан файҙаланып, Бөтә Рәсәй мосолман йыйыны мосолман халыҡтарын иреккә әйҙәү мәсьәләһен күтәрә. Зәки Вәлидиҙең: “Беҙгә Рәсәй эсендәге бөтә төркиҙәргә берләшергә, Рәсәй менән тиң хоҡуҡлы Төркөстан төҙөргә кәрәк”, – тигән һүҙҙәре төп саҡырыу була, ләкин уны бөтәһе лә ҡабул итмәй. Әйтәйек, федералистарға Ғаяз Исхаҡи, Кәбир Бәкер, Әхмәт Цаликов һымаҡ әһелдәр, беҙ әлегә мәҙәниәт, мәғариф, дин иреклеге, йәғни хөрриәт яҡлы тип бара. Башҡаларҙың үҙ фекере. “Мин ҙур Төркөстан ойоштороп, шуның эсендә башҡорт иле, ҡырғыҙ иле, мишәр иле барлыҡҡа килер тип уйлағайным...” – ти Ә. Вәлиди уларға яуап рәүешендә.
Артабанғы ваҡиғалар Ә. Вәлиди идеяһының тормошҡа ашмаҫтай хыял икәнлегенә килтерә. Быға сәбәпсе булып күптәрҙең башҡорт юлбашсыһының ниәтен аңлап етмәүе, алдағы йылдар перспективаһын күҙалламау, бөгөнгө көн менән генә йәшәүе була. Һәр милләт лидерының үҙ мөхитен, хатта үҙ шәхесен генә уйлау, урыҫ йоғонтоһон, уның көсөн, ниәтен баһалап бөтөрмәүе лә ҡушыла. Шулай ҙа Ә. Вәлиди Төркөстан дәүләтен төҙөү өсөн ғәйәт ҙур көс һала, уның файҙаһын мосолман фракцияһы вәкилдәренә генә түгел, үҙ башҡорттарына төшөндөрөргә тырыша, әммә киң планда бер ҡайҙа ла теләктәшлек таба алмай...
Романдың төп фекере, идеяһы, ҡыҫҡаса әйткәндә, бына шул. Әммә ошо ике йыл эсендә Башҡортостанда барған ваҡиғалар бихисап, һәр ҡайһыһы тураһында айырым роман яҙырлыҡ.
Бер аҡыллы кеше, мин тарихты документтарҙы өйрәнеүҙән бигерәк нәфис әҙәбиәт уҡып, күберәк белдем, тигән. Романда һүрәтләнгән ҡыҙыу ваҡиғаларҙы, батша ҡолатылып, автономия алыу килешеүенә ҡул ҡуйғанға тиклем булған сәйәси хәлдәрҙе беҙ ниндәйҙер кимәлдә беләбеҙ. Әммә уларҙың барыһы ла эҙмә-эҙлекле ике йыл эсендә көнө – көнгә, хатта сәғәте сәғәткә стенографик рәүештә теркәлгәс, уларҙың тәьҫире бөтөнләй икенсе икән! Автор бик күп архив материалын өйрәнгән, персонаждарының холоҡ-фиғелен, ҡыланыштарын, һөйләү рәүешен, кешелек сифаттарын, сәйәси әҙерлеген бик ерлекле күҙаллай.
Бигерәк тә милли юлбашсыбыҙ Ә. Вәлиди, Салих (Бабич), Әмир Ҡарамышев, Шәмсетдин һалдат, Насретдин, Насип образдары сағыу. Улар – ысын халыҡ вәкилдәре. Әҫәрҙә мин һанаған вәкилдәр бар, ә улар артында башҡорт халҡы торғанлығы һәр саҡ ныҡ шәйләнә, ул халыҡ вулкан ише бына-бына күтәрелер ҙә быуаттар буйы күңелендә йыйылып килгән асыуын, ҡәнәғәтһеҙлеген күрһәтер кеүек. Һәм ул ошоно эшләй ҙә. Был йәһәттән әҫәр киң халыҡ массаларын тасуирлауы менән ҡәҙерле.
Оҙаҡ йылдар дауамында партия Өлкә комитеты аппаратында эшләгән яҙыусының шул структураны, шунда хеҙмәттә булған кешеләрҙең холоҡ-фиғелен яҡшы белеүен әйткәйнем инде, ә “Шаҡай бураны”н яҙыуҙа уның сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре булыуы ныҡ ярҙам иткән. Шул уҡ З. Вәлидиҙең генерал Дутов, аҡ чехтар корпусы командиры, бөйөк йырсы Шаляпин, шулай уҡ Ҡазан, Баҡы, Алтын Урҙа, Бохара, Ташкент ҡалаларының юғары даирә вәкилдәре менән аралашыу, дипломатик һөйләшеүҙәрен, протокол тигән төшөнсәләрҙе, һарай, төрлө кимәлдәге власть коридорҙарындағы тәртип-ҡанундарын белеп һүрәтләү шунан килә. Тәү ҡарашҡа улар ваҡ мәсьәлә һымаҡ, әммә бик мөһим деталдәр. Шул аралашыу-һөйләшеү барышында, әйтәйек, З. Вәлидиҙең кемлеге тағы баҙыҡлана төшә. Шул рәүешле әҙип уның ғына түгел, башҡа персонаждарҙың да тулы ҡанлы портреттарын һынландырыуға өлгәшә.
Йәнә бер күҙәтеү. Ғ. Хисамов һүрәтләгән осорон ғына түгел, ғөмүмән, тарихты, шул иҫәптән башҡорт тарихын да, бик яҡшы белә. Дәлилдәр, документтар, мәғлүмәттәр донъяһында иркен йөҙөүе – геройҙарының телендә, һөйләшеүендә, бәхәс-дискуссияларында. Үҙҙәренең белемен улар һәр мөйөштә ҡысҡырып йөрөмәй, кәрәк сағында ғына әйтә һәм шуның менән хәбәрҙе нигеҙләп, ослап ҡуя. Ғөмүмән, уның геройҙары – ирҙәрсә конкрет, эштә теүәл, күп һөйләмәҫ, эшләгәнен бик күрһәтмәҫ заттар.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында ҙур ваҡиғалар менән эш итеү – Ғәлим Хисамов әҫәрҙәренең бер формаһы. Миңә ҡалһа, бындай ағым менән автор ваҡиғаларҙы тығыҙыраҡ хәрәкәттә, драматизмда биреүгә өлгәшә, уларҙы аныҡлаштыра, экспризмды көсәйтә. 1917 йылдан башлап ике йыл эсендә күпме ваҡиға бит уйлап ҡараһаң – һәр ҡайһыһы үҙе романға торорлоҡ.
“Тәфтиләү”ҙе иҫкә төшөрөп...
Бынан егерме йыллап, унан да күберәк булмаһа әле, яҙылған “Тәфтиләү” романында ла әллә күпме тарихи ваҡиғалар бер йылға – 1708 йылға “һыйған”. 1704 –1711 йылдарҙағы башҡорт күтәрелеше етәкселәренең береһе Морат Солтан хан урыҫ батшаһына ҡаршы көрәшергә фекерҙәш-ҡоралдаштар эҙләп Төньяҡ Ҡафтауға бара һәм ишкәр, сиркәс, ҡумыҡ ауылдары буйлап йөрөп байтаҡ ғәскәр туплай. Терек ҡәлғәһенә һөжүм итә, әммә еңелә. Морат Солтан яраланып кафырҙар ҡулына эләгә. Уны Ҡазанға килтереп үлтереп ҡуялар. Үлтереүсеһе Алексей Тевкелев тигән тылмас була. Эйе-эйе, башҡортто ҡан илатҡан шул йәлләд нәҫеле. Әлбиттә, әҙип ниндәйҙер оло ҡанлы бәрелештәрҙе тасуирлауҙы маҡсат итеп ҡуймай, ә халҡыбыҙҙың азатлыҡ, ер-һыу өсөн күп йыллыҡ көрәшенең фажиғәле бер битен генә күрһәтә. Ундай күтәрелеш йәнә күп тапҡыр ҡабатланасаҡ әле...
“Тәфтиләү”ҙе иҫкә төшөрөп, мин Башҡортостандың республика статусы алыуын, ул дәүерҙәге иң отошло сәйәси вариант беҙгә бына ниндәй ҡан һәм күҙ йәштәре аша килде, тигән фекерҙе нығытыр өсөн әйтәм. Һәм, әлбиттә, яҙыусының тарихыбыҙға күптән мөрәжәғәт итә килеүен йәнә бер билдәләр өсөн. Ошо урында әҙиптең йәнә бер нисә әҫәрен иҫкә төшөрөп китеү урынлы булыр: “Ҡыҙыл ҡар”, “Тамып та ғына ҡала ҡандары”, “Ҡара шишмә”, “Аһура Мазда”, “Өн һәм һан” һ.б. Ғөмүмән, Ғәлим Хисамов – башҡорт прозаһында детектив һәм сәйәси детектив жанрҙы башлап ебәргән генә түгел, күптән инде тарихсы-романист булараҡ танылған әҙип.
Ә “Шаҡай бураны” – әҙәбиәтебеҙҙә ҙур күренеш булараҡ урын аласаҡ әҫәр. Был һүҙҙе мин “Ағиҙел” журналында баҫылып ятҡан “Шаҡай бураны. 2. Башкирпомощь” романын да күҙ уңында тотоп әйтәм.
Билдәле яҙыусы Рәшит Солтангәрәевтең ҡәләмдәштәре тураһында сығарған лаҡаптары араһында ошондайы ла бар. Имеш, бер нисә әҙипкә ул шундай һорау бирә: роман яҙыуға һиңә күпме ваҡыт кәрәк. Ноғман Мусин, бер йыл, ти. Динис Бүләков, ярты йыл, ти. Ә Ғәлим Хисамов, мин яҙҙым инде, тип яуаплай. Шаяртыуҙа хаҡлыҡ бар. Хисамов тиҙ яҙа, етеҙ яҙа. Ошо мәҡәләне яҙғансы, “Шаҡай бураны”ның икенсе өлөшөн дә тамамлап ҡуйған.
Бирһен Хоҙай, шатлыҡлы күренеш. Был инде ижад дауам итә, тигән һүҙ. Автор, күп булһын, яҡшы булһын, тигән маҡсат менән йәшәй, эшләй.