Белорет районының Инйәр ҡасабаһында “Йөрәк һүҙе” шиғри конкурсы уҙғарылды.
Унда 24 бәйгесе ҡатнашты. Ошо проекттың авторы Наилә Сәфәрғолованың, республика мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаевтың, Белорет ҡала һәм район башлығы урынбаҫары Илгиз Теләүбаевтың килеүе сараға мәртәбә өҫтәне.
Тәүге турҙа һүҙ оҫталары Мостай Кәримдең шиғыр-поэмаларын яттан һөйләне. Тамашасылар һәр сығышты дәррәү алҡыштарға күмде.
“Йөрәк һүҙе” еңеүселәре тип Асия һәм Зөлхизә Йосоповалар танылды. Конкурстың бағыусыһы Миңлехан Ғәйнетдинов уларға телевизор тапшырҙы. Сарала ҡатнашҡан берәү ҙә бүләкһеҙ ҡалманы.
Иң һуңынан Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырына яҙылған йырҙы конкурсанттар менән тамашасылар бергә башҡарҙы.