Баймаҡ районының Түбәнге Иҙрис ауылы клубында Ҡумыҙ байрамы үтте.
Сәхнәгә райондың төрлө ауылдарынан килгән 200 ҡумыҙсы бер юлы сығып, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов етәкселегендә башҡорт халыҡ йыры “Салауат маршы”н һәм бейеү көйҙәрен яңғыратты.
Конкурста өлкәндәрҙең дә, йәштәрҙең дә ифрат күп булыуы хайран итте. Сараны ойоштороусыларҙың береһе, Ҡолсора ауыл клубы етәксеһе Рәсимә Халиҡованың тырышлығы оло баһаға лайыҡ.
Фойела ҡумыҙ эшләү оҫтаһы Рәмил Вәлиевтең һәм милли биҙәүестәр күргәҙмәһен ойошторған Гөлгөнә Зәйнетдинованың ҡул эштәрен халыҡ ҙур теләк менән һатып алды. Конкурс тамамланғас, ҡумыҙ уйнау оҫтаһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Һөҙөмтәләр буйынса төрлө йәштәге ҡатнашыусылар һәм ансамблдәр айырым баһаланды. Беренсе урынға “Йәншишмә” фольклор студияһы (етәксеһе – Р. Халиҡова, Ҡолсора ауылы), “Зарифа” фольклор ансамбле (етәксеһе – Р. Халиҡова, Түбәнге Иҙрис ауылы) лайыҡ булды. Шәхси беренселектә Байрас Ғафаров (Ҡолсора ауылы), Дамир Аҡназаров (Сибай ҡалаһы) һәм Айгөл Әхмәтоваға (Баймаҡ) тиңләшеүселәр табылманы.
Ғүмәр ауылынан “Алтынай” балалар баҡсаһының кескәй ҡумыҙсылары “Өмөт” призына лайыҡ булды. Етәкселәре – Минзәлә Үҙәнбаева.
Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан 100 ҡумыҙсы ҡатнашлығында асылған Ҡумыҙ байрамы бәйге аҙағында икеләтә артып, сәхнәгә 200 ҡумыҙсының баҫыуы үҙе бер илаһи күренеште хәтерләтте. Ни тиһәң дә, баймаҡтар эшләй ҙә, дәртле йәшәй ҙә белә шул.