Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Апрель 2019, 18:02

Барса сифаттары менән мәшһүр ижадсы ине…

Башҡорт мәҙәниәтенә яҡты балҡыш бирҙе.

Башҡорт мәҙәниәтенә яҡты балҡыш бирҙе.


Әмир Әбдразаҡов ҡарап тороуға ла, талант сифаттары буйынса ла ҡабатланмаҫ бер шәхес ине. Әйтәйек, уның мандолина сирткәнен йә бейеп китеүен бер тапҡыр күрһәң, күҙ алдынан китмәҫлек һәм хәтерҙән һис ҡасан сыҡмаҫлыҡ тамашаға тап булаһың.


Мин үҙем шәхсән уның артислыҡ (ижад­сылыҡ) халәтен “Туй” исемле телефильмда тәүге тапҡыр күрҙем. Телефильм был йә­һәт­тән тулыһынса Әмир Абдразаҡов әҫәре ине буғай: әҫәр идеяһының (проект­тың) авто­ры ла, сценарий авторы ла, ҡатнашыу­сы­ларҙы туплаусы ла, режиссер ҙа, фильмды төшөрөүсе лә – ул. Фильм экранға сыҡҡан саҡта Башҡорт дәүләт университетының түбән­ге курс студенты инем. 1-се ятаҡтың холындағы уң яҡ мөйөштәге бәләкәс бүлмәгә ҡуйылған телевизорҙан һабаҡташта­рым’менән бергә этешә-төртөшә ҡараным был фильмды.

Шатлыҡ хистәре йәнемде тетрәтте!

Барсаһы өр-яңыса – бығаса

күрелмәгәнсә!..
Экранда – туй мәжлесе. Башҡортса туй­ҙың матур йолалары бер-бер артлы күҙ алдынан үтә. Ҡыҙ күҙләү, кәләш ярашыу, ки­лен төшөрөү, кәләш ҡушыу, мәһәр, бирнәләр күр­һәтеү, кәләшкә һыу юлы башлау һәм башҡалар. Былар бөтәһе – ысын тормош­та­ғыса, тәбиғи. Кейәү егете лә, кә­ләш ҡыҙ ҙа йәш һәм сибәрҙәр. Башҡорт йәштәренең сибәрлеге хайран итә һәм ғорурлыҡ уята. Туйҙа ҡатнашыусыларҙың күбеһе йәштәр, апай-ағайҙар, аҡһаҡалдар ҙа бар-барын. Мәшһүр йырсы Хәбир Ғәли­мов менән драма артисы Ғата Арыҫланов та йырлай- йырлай йөрөй шулар араһында.
Бына мөһабәт бер ир-егет бейергә төшә. Ул тыпырламай. Ҡоластарын киреп, ҡайҡая биреп, талғын хәрәкәттәрҙән башлана бейеү. Әммә бейеүсенең эске ташҡын хис донъяһы аяҡ, ҡул, бит-күҙ хәрәкәттәренең һәр бер тактына ышаныс һәм көс бирә. Шунда донъя әйләнә башлай бейеүсе тирә­һендә. Әйтерһең дә, киң далалар, олпат тауҙар хәрәкәткә килә, бейеүгә ҡушыла. Әйләнә-тирәне дер һелкетеп алғандан һуң, бейеүсе туҡтап, киң алсаҡ битен, башын-күҙен аҫалы таҫтамал менән йомшаҡ һыпырып, “Һай, был донъя-я-я!” тип хәбәр һала. Мәжлес был ауазды көр тауышҡа күтәреп ебәрә. Туй мәжлесен таң ҡалдырған был бейеүсе Әмир Абдразаҡов үҙе ине.
Уның “Туй” кинокартинаһы Башҡортос­таныбыҙҙа телефильм тыуыуы булды. Меңәрләгән тамашасы авторҙар коллек­тивының был ижади эшен хуплап ҡаршы алып, башҡорт мәҙәниәтенең ҙур ҡаҙанышы тип баһаланы.
Артабанғы йылдарҙа Әмир Абдразаҡов Башҡортостанда телевизион кино сәнғәтен барлыҡҡа килтерҙе. Кинйә Арыҫланов, Зәки Вәлиди, Салауат Юлаев тураһындағы теле­ви­зион фильмдар юғары идея яңғырашы менән дә, телевизион режиссура камиллығы бу­йынса ла башҡорт мәҙәниәтенә яҡты балҡыш бирҙе. Телевизион киноның тар рам­калары эсенә режиссер ҙур оҫталыҡ ме­нән оло киң тарихи ваҡиғаларҙы индереүгә өлгәште.
Әмир Абдразаҡов профессиональ хеҙ­мәттә лә, көндәлек тормошта ла ҡабатланмаҫ үҙенсәлектәргә эйә ижади шәхес булып йә­шә­не. Ҙур көсөргәнеш талап иткән хеҙмәт­тәр­ҙән һуң, үҙенә тап килеп тор­ғанса, “Абдра­заҡовса” ял итте. Өфө урамдарына йәм биреп, ыҫпай кейенеп, иҙеүҙәрен ысҡындырып, ҡуйы сәстәрен тулҡын­ландырып, күкрәк киреп, ашыҡ­майынса ғына атлап, осраған кешеләргә сәләм биреп-сәләм алып, ҡала урамдарын тултырып, донъяға яҡты сырай балҡытып, иркенләп йөрөп ял итә белде.
Ул үҙенең Табын ырыуы кешеһе булыуы менән ғорурланып йәшәне. “Тимерғәле, беҙ бит бер ырыуҙаш – табындар!” тип әйтер ине осрашҡан һайын.
Хәҡиҡәт бындай: Ҡырмыҫҡалы улысы Йомран-Табын ырыуы үҙәге Ибраһим (Йомран) ауылынан тиҫтәләгән ғаилә Ырымбур өлкәһенә XIX быуатта “башҡа сығып” (күсеп ултырып), Туҡ һәм Соран йылғалары буйында тиҫтәләгән ауыл барлыҡҡа килтерә. Шул ауылдарҙан Дауыт Юлтый, Сәғит Агиш, Мөхәмәтша Буранғолов, Ғабдулла Амантай кеүек күренекле башҡорт яҙыусылары үҫеп сыға. Ә һуңғы дәүерҙә Рауил Бикбаев, Сөләймән Муллабаев, Йыһат Солтанов, Хисмәт Юлдашевтар танылыу алды.
Әмир Абдразаҡов – Ырымбурҙағы табындарҙың иң үҙенсәлекле вәкиле. Ул башҡорт мәҙәниәтен документаль милли телевизион кино сәнғәте менән байытты. Башҡортостанда милли киностудияға нигеҙ һалыусы ла ул булды. Бөгөн оло ижад юлына сыҡҡан Башҡортостан киностудияһы – Әмир Абдразаҡовтың яҡты иҫтәлегенә лайыҡлы һәйкәл.

...Әмир Ғәбделмән улы: “Улдарым минең – ҡанаттарым минең”, – тип әйтә торғайны. Илдар менән Асҡар Абдразаҡовтар бөгөн – бөтә донъяға танылған опера йырсылары.
Ошо ике улы тураһында телевизион фильм төшөрөргә оло уй-хыялы бар ине Әмир ағайыбыҙҙың. Өлгөрә алманы – шуныһы үкенес. Ә малайҙары – Илдар менән Асҡар – ул фильмды үҙҙәре донъяға бер итеп йәшәй. Улар үҙҙәренең һоҡланғыс йырҙарын, опера партияларын яңғыратып, башҡорт милли сәнғәтен һәм мәҙәниәтен тиңдәшһеҙ ҡаҙаныштар менән ишәйтеп, халҡыбыҙҙы сикһеҙ ҡыуандырып, бөтә донъяға танытып, ҡаҙаныш артынан ҡаҙаныштар яулап, арҙаҡлы Абдразаҡовтар тоҡомон дауам итә.
Афарин, Абдразаҡовтар!

Әмир Абдразаҡовтың 85 йыллығына арналған юбилей концерты бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында була.
Читайте нас: