Табын йәштәренең III фестивале Тәтешле районында, йәмле йәй еткәс, 5—6 июндә үтәсәк.
Беренсеһе бынан ике йыл элек Архангел районының Абҙан ауылы эргәһендә, икенсеһе Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылында үтте. Ике фестивалдә лә Ҡырмыҫҡалы районының табын ырыуы вәкилдәре, ҡор башы Т. Ғәлимов етәкселегендәге Үтәймулла ауылы йәштәре әүҙемлек күрһәтте. Төрлө конкурс, ярыштарҙа алдынғылыҡ яулап, маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.
Быйылғы “Табын-фест”та уңышлы үтер, үҙенә бик күп әүҙем, уңған, һәләтле йәштәребеҙҙе йәлеп итер тип өмөт итәбеҙ. “Табын батыры”, “Табын һылыуҡайы” конкурстарында ла ҡатнашып, еңеү яуларға мөмкинлек бар. Табындар, оло табын һеҙҙе көтә!
Фото: Ауырғазы районы хакимиәте сайтынан.