Бөтә яңылыҡтар

Кәңәш

Тыңла үҙ йөрәгеңде, Тороп ҡалма аптырап. Үҫтер үҙ белемеңде, Дуҫтан булмаҫ гел һорап.

Тыңла үҙ йөрәгеңде,

Тороп ҡалма аптырап.

Үҫтер үҙ белемеңде,

Дуҫтан булмаҫ гел һорап.


Һөйлә үҙ һүҙҙәреңде,

Телһеҙ торма һин һорап.

Көйлә үҙ йырҙарыңды,

Йырсыға булмаҫ ярап.


Ҡайғырт үҙ әсәйеңде,

Юғалма ҡала буйлап.

Ҡайғырт үҙ атайыңды,

Һәр саҡ тор уны ҙурлап.


Яҡла үҙ уйҙарыңды,

Торма кешене тыңлап.

Һайла үҙ юлдарыңды,

Йөрөмә ерҙе урап.


Күтәр үҙ төйәгеңде,

Ҡояштай сыҡһын биләп.

Маҡта үҙ төйәгеңде,

Алтындай ятһын йәйрәп!
Читайте нас: