Бөйөктәребеҙ ҡайта…

Башҡортостан һинән, минән, беҙҙән, йәғни һәр беребеҙҙән башлана, тине халыҡ шағиры Рауил Бикбаев. Йәшәү рәүешен, йөрәк бурысын, ил тойғоһон ул шулай билдәләне. Тап ошо урғылышлы хис, тос һәм сос фекер менән үрелеп, шағирҙы халыҡ улы итеп күтәрҙе.

Шиғриәт – барыһынан элек илебеҙ, телебеҙ, килер көнөбөҙ илсеһе ул, рух илсеһе. Элек сәсәнлектән башланып, хәҙер донъя кимәленә еткән шиғриәтебеҙгә Рауил Бикбаев йырлы ҡаяларға оҡшаш хазиналар өҫтәне.

Ҙур шәхестәр һанаулы ла, һынаулы ла был ғүмерҙә китә лә, ҡайта ла. Бөйөктәребеҙ ҡайта – һәйкәл булып ҡалҡа. Бына әле Рауил Бикбаевты оҙаттыҡ, әммә тағы килеп ҡаршы ла алырбыҙ.

Ерҙәремә бағам – тарихыбыҙ

Тамырланған ғәзиз ерҙәр бит ул.

Уралыма бағам – рухыбыҙҙы

Сая бөркөт иткән үрҙәр бит ул.

Күкрәр һаман, күкрәр ошо донъя,

Шул ниәттә бит ул шиғриәт тә,

Шул фиҙакәрлек бит, Рауил Бикбай,

Урғылды ул һиндә бигерәк тә.

Рәхмәт, Шағирыбыҙ! Һаман-һаман

Мираҫыңда күрербеҙ йөҙөңдө.

Башҡортостан минән башлана, тип

Мең-мең йөрәк ҡабатлар һүҙеңде.

Әсәбеҙ ҡуйынындай булған тыуған тупрағыбыҙ, ғәзиз төйәгебеҙ мәрхәмәтенә тапшырҙыҡ һине. Хуш, бәхил бул, ҡәҙерле ҡәләмдәшебеҙ, затлы затыбыҙ, мәңге онотолмаҫ замандашыбыҙ.
Читайте нас