Халыҡ шағиры Рауил Бикбаев тормошондағы өс ҡаһарманлыҡ хаҡында һүҙ.
Башҡорт кешеһенең рухи донъяһында боронғо замандарҙан алып өс һаны ҡәҙрәтле көскә эйә, тигән инаныу йәшәгән һәм нығынған. Әйтәйек, бына өс таған йәки әкиәт һәм эпос батырҙарының сая тәүәккәллектәре өс тапҡыр ҡабатлана.
Рауил Бикбаевтың йәшәйешендә лә өс ҡаһарманлыҡ Урал тауҙай балҡып тора.
Сикһеҙ йомарт шиғри талантҡа эйә Шәйехзада Бабичты, фажиғәле һәләк булыуына йөҙ йыл үткәс, яңынан терелтте беҙҙең Бикбай. Бабич тураһында китаптар сығарып, тәрән йөкмәткеле фәнни хеҙмәттәр яҙып, даһи Бабичты донъяға яңынан ҡайтарҙы.
Башҡорт халҡының, Башҡортостандың азат үҙаллы тормошо өсөн йәнен аямайынса көрәшеп, ғүмерен фиҙа иткән бөйөк Бабич хәҙер инде туған халҡы һәм Башҡортостаны менән бергә киләсәк быуаттарға ышаныслы барасаҡ.
Бабичты яңынан халҡыбыҙға ҡайтарыу өсөн эшмәкәрлеккә тотоноу Рауил Бикбаевтан зиһен үткерлеген дә, тәүәккәллек тә талап итте. Ошо сауаплы ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырып, Рауил Бикбаев үҙе лә мәңгелек ҡиммәттәре менән тамғаланды.
Хәҙистәр ижад итеп, халҡыбыҙҙың рухи донъяһын, мәҙәни офоҡтарын киңәйтеп, юғарыраҡ күтәреп ебәреүгә өлгәште. Кешелектең бөйөк аҡылы тупланған Ҡөрьән сүрәләрен мосолман башҡортҡа аңлайышлыраҡ, яҡыныраҡ итте.
Тиҙ үк ятлап алырлыҡ шиғыр юлдарына һалынған хикмәтле фекерҙәр, әҙәп-әхлаҡ ҡанундары халҡыбыҙға, айырыуса йәш быуын уҡыусылар өсөн “асыҡ китапҡа” әүерелде хәҙер. Ошо тиңдәшһеҙ ижади хеҙмәте өсөн шағирға меңдәрҙән-меңдәрсә сауап яуҙы һәм яуасаҡ күп дәүерҙәр буйынса.
Башҡортостаныбыҙ суверенлы республика статусына өлгәшкәс, уның дәүләт символдары ла барлыҡҡа килде. Башҡортостандың дәүләт Гимны музыкаһына Рауил Бикбаев менән Рәшит Шәкүр өн һәм тел бирҙе. Көн һайын, Башҡортостан Республикаһы Гимны яңғыраған саҡта, әлбиттә, Рауил Бикбаевты, тереләй күреп, иҫкә аласаҡбыҙ.
Ҙур шағир, оло шәхес Рауил Бикбаевтың фанилыҡтағы яңы ғүмере халыҡ хәтерендә, һүрелмәйенсә, ана шулай дауам итәсәк.
…Оло талант эйәһе, сағыу шәхес, танылған йәмәғәт эшмәкәре Рауил Бикбаев Башҡортостандың ижтимағи-мәҙәни тормошонда үҙе бер дәү донъяны – Рауил Бикбаев эпохаһын барлыҡҡа килтерҙе.
Халыҡҡа, илгә ҡылған изгелектәре уның һанап бөткөһөҙ.
Әлеге яҙмаларымда мин шул изгелек һәм хеҙмәттәрҙең бары тик өсәүһенә, әммә иң берәгәйлеләренә туҡталдым. Улар беҙҙең замандаш ҡәләмдәшебеҙҙең алтмышынсы – ике меңенсе йылдарҙа беҙҙең күҙ алдында барған эшмәкәрлегенең сағыуҙан да сағыу өлгөләре булғайны. Үҙ ваҡытында уларҙы беҙ, Рауилдың замандаштары, тейешенсә баһалап та еткермәгәнбеҙҙер, бәлки. Рәхмәт тә әйтмәгәнбеҙҙер, моғайын. Ә бөгөн, ваҡиғаларҙың ҡайнарлығы ҡайтыша төшкәс, үткәндәгеләрҙең һәммәһе лә яңыра, ҡәҙерлерәк, баһалыраҡ аңлатылған һымаҡ.