Бөтә яңылыҡтар

Еңеүҙе яҡынайтҡан рухи көс

9 Майҙа республика музейҙарында “Музалар тын тормаған...” тигән акция үтә.

Фото: mtdata.ru
9 Майҙа республика музейҙарында “Музалар тын тормаған...” тигән акция үтә.
Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығына һәм Театр йылына бағышланған сара төбәк халҡына һәм тәү сиратта йәш быуынға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һалдаттар, тыл хеҙмәтсәндәре алдында сығыш яһаған, шулай уҡ яуҙан һуң сәхнәгә аяҡ баҫҡан яҡташ артистарыбыҙҙың ижады тураһында һөйләүҙе, хәтергә төшөрөүҙө маҡсат итеп ҡуя.
Акцияла ҡатнашҡан һәр музейҙа тематик күргәҙмәләр ойоштороу, экскурсиялар үткәреү ҡаралған. Ҡайһы берҙәрендә Еңеүҙе яҡынайтҡан сәхнә оҫталарына арналған әҙәби-музыкаль композициялар әҙерләнә.