Шулай ти ҙур ҡәнәғәтлек менән Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк халҡы.
Байрам көндәрендә ауылдың ағинәйҙәре, клуб хеҙмәткәрҙәре тарафынан яҙғы байрамдарҙың береһе – “Ҡарға бутҡаһы” ойошторолдо.
Сараны иң оло ағинәй Шәфиғә Халиҡова аят уҡып башланы. Артабан балалар өсөн төрлө уйындар үткәрелде. Улар ҡалаҡҡа йомортҡа һалып, тоҡ кейеп йүгерҙе, арҡан тартып ярышты. Был күңелле уйындарҙан өлкәндәр ҙә ситтә ҡалманы. Байрамды ойоштороусылар йәш быуынға “Ҡарға бутҡаһы” байрамының нисек килеп сыҡҡаны тураһында һөйләне, уны үткәреү тәртибе менән таныштырҙы.
Аҙаҡ барыһы ла ағинәйҙәр әҙерләгән тәмле бутҡа, самауыр сәйе, тәмлекәстәр менән һыйланды. Изге теләктәр теләп, ҡалған бутҡаны ағас төбөндә ҡалдырҙылар.
Байрамдан һәр кем ҡәнәғәт ҡалды, киләсәктә милли байрамдарҙы йышыраҡ үткәреү кәрәклеген белдерҙе.