Баймаҡ районының арҙаҡлы шәхестәре менән дан тотҡан Буранбай ауылында “Рухиәт” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу конкурсы ойошторолдо.
Ҡырҡтан ашыу бәйгеселәр араһында 1-се Этҡол ауылының “Гөлнәзирә” фольклор ансамбленең сығышы айырыуса шәп булды, шулай уҡ айырым кешеләр ҙә иҫ киткес матур йырҙар менән тамашасылар күңелен әсир итте, ансамблдең етәксеһе Гөлфинә Йәғәфәрова иһә алдынғылыҡты бирмәне.
– Бер байрамдан да ситтә ҡалмайбыҙ, – тип һөйләй 1-се Этҡол ауыл мәҙәниәт йорто директоры Арсен Байымов. – Беҙҙә халыҡ ихлас булғас, төрлө кисәләрҙе ойоштороу еңел. Үҙегеҙ беләһәгеҙ, ауылда эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, шулай булыуға ҡарамаҫтан күңелдәрҙе рухи йәһәттән байытыуға ла ваҡыт табабыҙ. Ансамблдең алмаштырғыһыҙ баянсыһы Хәсән Йәғәфәров барыһына ла өлгө. Ғөмүмән, ауылдаштарымдан уңдым.
Фото: 1-се Этҡол ауыл мәҙәниәт йорто сайтынан.