Бөтә яңылыҡтар

Таулыҡайҙар гөрләп йәшәй

Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында округтар араһында үҙешмәкәрҙәр смотры башланды.

Таулыҡай ауылы хакимиәте сайтынан.
Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында округтар араһында үҙешмәкәрҙәр смотры башланды.


Иң тәүге булып депутаттар Мәхмүзә Сәғәҙәтова менән Сәлимйән Исмәғилевтең округтары сығыш яһаны. Был биләмәгә Айкүл, Иркәш, Гагарин, Бабич, Баҡса урамдары инә.


Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы рәйесе, ауылдың абруйлы ир-уҙаманы Ғәлим Сәлимов ауылдаштарын май байрамдары менән тәбрикләне һәм смотрҙы конкурс рәүешендә үткәрергә тәҡдим итеп, кооперативтың бағыусы булараҡ сығыш яһаясағы хаҡында белдерҙе.


Концертта моңло йырҙар яңғыраны, ауыл еңгәйҙәре дәртле бейеү, Рәсүл Кейекбаев ҡурайҙа төрлө көйҙәр бүләк итте. Балаларҙың сығыштары ла тамашасылар күңеленә хуш килде. Оло йәштәге хеҙмәт ветерандарынан Йәғәфәр олатай Килдебаев дәртле баҫып бейене, Фәрзәнә инәй Сәғәҙәтова өҙҙөрөп йырланы.
Эстафета Әхмәтзәки Вәлиди урамы халҡына – депутат Фәрит Ҡотосовтың округына тапшырылды. Улар 9 майҙа – Еңеү көнөндә сығыш яһаясаҡ.