Баймаҡ районының данлы һәм шанлы тарихлы Темәс ауылында I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы йомғаҡтары буйынса төбәк кәңәшмәһе үткәрелде.
Сарала ошо яҡтағы ун райондан һәм Сибай, Межгорье ҡалаларынан 300-ҙән ашыу делегат ҡатнашты. Шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Баймаҡ район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев һ.б. булды.
Кәңәшмәлә көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен маҡсатҡа ярашлы уҡытыу юлдары өйрәнелде, уны артабан үҫтереүгә ҡағылышлы һорауҙар ҡаралды. Дүрт фекер алышыу майҙансығы эшләне, уҡытыусылар үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты, сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ Темәс урта мәктәбендә асыҡ дәрестәр ҡараны, фойела һәр райондың күргәҙмәһе ойошторолдо.
Артабан Әхмәтзәки Вәлиди һәйкәленә сәскәләр һалынды, Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия ойошторолдо.
Тел уҡытыусылары конференцияһының Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенә мөһим өлөш индергән Темәс ерендә үтеүе сарала ҡатнашыусыларҙың күңелендәге милли рухты, ғорурлыҡты бермә-бер арттырҙы.