Бөгөн Баймаҡтың “Саптар” өлгөлө хореография студияһында шөғөлләнгән балалар Мәскәүҙән оло еңеү менән ҡайтты.
Уларҙы ата-әсәләре менән берлектә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Баймаҡ районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина һәм башҡалар ҡаршы алды.
“Саптар”ҙар Мәскәүҙә халыҡ-ара бейеү фестивалендә ҡатнашып, беренсе урын яуланы. Сарала төрлө илдәрҙән алтмыштан ашыу коллектив һынау тотҡан, Рәсәйҙән тыш, Ҡытай, Литва, Латвия илдәренән дә килгәндәр. Беҙҙең ансамблдең алмаштырғыһыҙ етәксеһе – Радик Бакиров.
Йәш бейеүселәрҙе ҡаршылағандар араһында “Һаҡмар” район гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Сәлихова ла бар. Уның ҡыҙы Алтын бәләкәйҙән ошо ансамблдә шөғөлләнә.
“Баймаҡтың данын республикала ғына түгел, Рәсәйҙә, донъя кимәлендә танытып, бейеү сәнғәтебеҙҙе йәнә бер баҫҡысҡа юғары күтәргәне өсөн “Саптар”ҙың талантлы етәксеһе Радик Бакировҡа ата-әсәләр исеменән оло рәхмәтемде белдерәм. Ҡыҙымдың тап ошо коллективта бейеүе менән ғорурланам. Улар, ҡайҙа ғына барһа ла, һәр саҡ оло еңеү менән ҡайта”, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Гүзәл Салауат ҡыҙы.
Йәш бейеүселәр киләсәктә лә ошолай ҡыуандырып торор тигән ышаныстабыҙ, уларға ҙур уңыштар теләйбеҙ.