Бөтә яңылыҡтар

Хәтер мәңгелек

Баймаҡ үҙәк китапханаһында Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан “Хәтер мәңгелек” тип аталған шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте.

Фото: Баймаҡ районы китапханаһы сайтынан.
Фото: Баймаҡ районы китапханаһы сайтынан.
Баймаҡ үҙәк китапханаһында Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан “Хәтер мәңгелек” тип аталған шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте.
Йәш быуын күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләү, халыҡты шиғриәткә йәлеп итеү, тасуири һөйләү оҫталығын арттырыу, әҙиптәрҙең ижадын пропагандалау маҡсатында үткәрелгән сарала 5 – 87 йәшлек һикһән конкурсант ҡатнашты. Уларҙың күбеһе Мостай Кәрим, Абдулхаҡ Игебаев, Рафаэль Сафин, Мөхәмәтйәров Хәй, Фирүзә Абдуллиналарҙың әҫәрҙәренә мөрәжәғәт иткән.
Беренсе урынды Ниғәмәт ауылы ағинәйе Рәйсә Иҫәнбаева ҡыҙы Ләйлә һәм ейәнсәре Әҙилә Мырҙағәлина менән берлектә яуланы. “Тамашасылар һөйөүе” призына Баймаҡтың 4-се лицейы уҡыусыһы Йәмил Сәйҙәлиев лайыҡ булһа, “Иң бәләкәй ҡатнашыусы” тип Семеновканан биш йәшлек Гөлсөм Әбүбәкерова танылды. Ә бына Йомаш ауылынан 87 йәшлек Вәлиәхмәт Килдеғошов “Иң оло ҡатнашыусы” исемен яулап ҡына ҡалманы, өҫтәүенә, башҡорт халыҡ йыры “Буранбай”ҙы оҫта башҡарып, барыһын да хайран итте.
Шиғриәт байрамында яңғыраған шиғри һүҙҙәр яуҙа һәләк булған яугирҙәр, атай-олатайҙар иҫтәлегенә, тыл ветерандарының фиҙакәр хеҙмәтенә мәдхиә булып яңғыраны.
Читайте нас: