Мәртәбәле тамырҙың сер ғилеме эйәһе уланы

“Улың тыуыр, Рәсәй иленә кәрәкле изге зат булыр”

“Улың тыуыр, Рәсәй иленә кәрәкле изге зат булыр”


Хаж ҡылғанда Хәжәр әсәнең Зәйнулла ишан төштәренә инеп: “Һинең улың тыуырға тейеш, ваҡыты еткәс, вариҫың Рәсәй иленең халҡын ҡурсалаусы булыр”, — тиеүе, Уау Вәхит бабаһының бер туҡтауһыҙ: “Унға өйлән, улың тыуғансы өйлән”, тип тыҡып тороуы эҙһеҙ үтмәне. Ике хажында ла ишан Аллаһтан үтенеп, ялбарып нәҫелен дауам иттергән ир бала һораны. Ниһайәт, Аллаһ Сөбхәнә Тәғәлә Зәйнулла ишандың теләген ҡабул итте: төрмәләрҙә йөрөп ҡайтҡандан һуң йәш абыстайы Мәхбүбәямал уға бер-бер артлы биш ир бала бүләк итте. Айырыуса ишан баш балаһының малай булыуына ныҡ шатланды.


Ғабдрахмандың Ҡаһирәлә уҡығаны


Нисәмә йыл көттө бит улы Ғаб­драх­мандың тыуыуын! Көтөп алған бала ырыҫлы булды. Тырыш уғлан бала сағынан уҡыуға иждиһат итте. “Рәсүлиә”не бик уңышлы тамамланы, хажға барып ҡайтты, унда Нәҡш­бән­диә тәриҡәте шәйехе (беҙҙеңсә, ишан) тигән исемгә лайыҡ булды. Әл-Әзһәр университетында ислам дине буйынса төплө белем бирәләр тип ишеткән Ғабдрахман ишан артабан уҡыуын Египеттың Ҡаһирә ҡалаһында дауам итте.
Иншаллаһ, Ғабдрахман уҡыу йортон яҡшы тамамлай һәм ҙур ғилем эйәһе булып, Троицкиға ҡайта. Тәүге көндән үк ул “Рәсүлиә”лә ғәрәп телен, ислам дине тарихын уҡыта башлай.


* * *


Улының ижазәтнамә алып, иҫән-һау ҡайтыуына күк ҡабағы асылғандай ҡыуанған Мәхбүбәямал абыстай ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарын саҡырып алырға булды.
— Бибиәсмә ҡыҙым, — тине ул, үҙ балаһындай яҡын күргән килененә яғымлы ҡараш ташлап, — әйҙә, ҡоҙаны-ҡоҙағыйҙы саҡырып алайыҡ. Беҙҙең башҡортта ситтә оҙаҡ йөрөп ҡайтҡан кешегә ҡунаҡ күрһәтеү йолаһы бар. Улымдың күстәнәстәрен ауыҙ иттерәйек. Ҡоҙаларға тигән бүләктәрен тапшырайыҡ. Ғабдрах­маныбыҙ ҡайтты бит! Ниндәй шатлыҡ!
Ҡыуаныс уртаҡлашырға килгән ҡунаҡтар көттөрмәне. Мул итеп әҙерләнгән табындың иң түренә Зәйнулла ишан оло хөрмәт менән ҡоҙаһы Әхмәт хажиҙы, уның эргәһенә йөҙө нур сәсеп балҡып торған улы Ғабдрахманды ултыртты, үҙе ситтәнерәк урын алды. Ир-аттан саҡ ҡына ары ҡатын-ҡыҙ урынлашты.
— Ҙур ерҙә уҡып ҡайттың, кейәү, — тип һүҙ башланы Әхмәт хажи, булдыҡлы кейәүенә йылы ҡараш ташлап. — Башҡорт­тар араһында был уҡыу йортон тамам­ла­ғандар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Афарин, һин мосолман донъяһындағы иң дан­лыҡлы Әл-Әзһәр университетын тамамлап, ҡулыңа ижазәтнамә, йәғни динебеҙҙе уҡы­тыуға рөхсәт ҡағыҙы алып ҡайтыуға өлгәш­тең, әлхәмдүлилләһ, шөкөр. Бибиәсмә ҡыҙыбыҙ ҙа, иншаллаһ, бирешмәне, улан­дарыңды күҙ ҡараһындай күреп үҫтереп торҙо. Раббым дипломыңдың бәрәкәтен бирһен.
Троицкиҙа утыҙ йылға яҡын ҡулға-ҡул тотошоп эшләне улар. Әхмәт Рәхимҡулов – беренсе, Зәйнулла Рәсүлев бишенсе мәсеттең һәм мәҙрәсәнең имам хатибы һәм өлкән мөҙәрисе булып, ике ҡоҙаның һөйләшәһе һүҙҙәре, хәтерләр иҫтәлектәре бихисап ине. Нисәмә йыл буйы ике ишан – фекерҙәш, абыстайҙары әхирәт булды. Зәйнулла ишандың Ғабдрахманы, Әхмәт хажиҙың Бибиәсмәһе үҫеп еткәс, Аллаһҡа шөкөр, ана, туғанлашып та ҡуйҙылар.
Ҡапыл ғына арауыҡ һәм ваҡыт аша күргән Зәйнулла ишанға үҙенә генә аңлашылған ысул аша билдә белдерелде. Хәҙер генә уға ниндәйҙер мөһим мәғлүмәт бирелергә тейеш, уға ниҙеңдер булмышын асҡан бе­леш­мәне ҡабул итергә әҙер торорға ҡушылды. Ваҡыт-ваҡыт уның менән бындай хәлдәр була, сер ғилеме эйәһе ҡайһы саҡта йөҙ йыл алда ни булырын күрә. Бөгөн белешмә улы Ғабдрахман хаҡында булыр төҫлө.
Ул тиҙ генә ултырған еренән торҙо ла үҙенең намаҙ уҡый торған бүлмәһенә йү­нәлде. Ҡиблаға ҡарап йүнәлеп ултырыуы бул­ды, һүрәттәге кеүек, күҙ алдынан улы йә­шәгән дауыллы, шау-шаулы дәүер үтә башланы. Дәрәжәле вазифа биләгән Ғаб­драхман улының тормошо бик ауыр, ҡат­марлы заманға тура килерен күрҙе. ХХ быуаттың беренсе яртыһы Рәсәй иле өсөн ауыр килер, ҡанлы һуғыштар, ҡыйралыш, осһоҙ-ҡырыйһыҙ ыҙғыш, талаш күренә. Улының иңенә ауыр мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысы йөкмәтелер. Һиҙгер аңлы, зирәк зиһенле, камил иманлы Ғабдрахман бары­һын да лайыҡлы үтәп сығыр. Ғәжәп, был мәғлүмәт ниңә нәҡ бөгөн бирелде һуң әле?
Ҡунаҡтарҙы оҙатҡас, Зәйнулла ишан йәнә үҙенең бүлмәһенә инеп китте. Силсиләне улыма тапшырыу яҙманы инде, ул сер ғилеменә эйә булырға тейеш, тип уйланы ишан. Ғабдрахманға арауыҡ һәм ваҡыт аша күрә белеү, йәнә ил яҙмышы хәл ителгән бер мәлдә уға кешенең аңына тәьҫир итә алыу серен белеү кәрәк булыр. Эйе-эйе, бая күргән ҡот осҡос хәлдәрҙә ҡара көстәрҙе еңеү өсөн фәҡәт уның ғилеме кәрәк буласаҡ.


“Рәсүлиә” мәҙрәсәһенә яңы һулыш өрөүсе


Ерҙә йәшәйһе ғүмере күп ҡалмауын той­ған ишан бөтә иғтибарын оло улына йүнәлтергә булды. Зәйнулла ишанға Ғабдрахмандың тәүге көндән баш-аяғы менән эшкә сумыуы, өлкән мөҙәрислек вазифаһына бик яуаплы ҡарауы оҡшаны. Атаһы нигеҙ һалған йәҙитселек йүнәлешенә иждиһат биреүе, уны төплөрәк итеп дауам итеү хаҡында уйланыуы ишан-хәҙрәтте ҡыуандырҙы. “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә уҡыған шәкерттәр Әл-Әзһәр университетын тамамлаусылар һымаҡ, төплө белемгә эйә булһын тип тырышты, бер туҡтауһыҙ уҡыу-уҡытыу эшен камиллаштырыу хаҡында уйланды. Улы төплө итеп уйлай белә, иншаллаһ.
Яңы фәндәр индереү ҙә урынлы булыр. Улы: “Мәҙрәсәне тамамлаған шәкерттәр Рәсәй иле, Төрөк иле, бөтә донъя тарихын, бер нисә сит телде белергә тейеш”, — ти. Йәнә мәҙрәсәгә тәбиғәтте өйрәнеү, физика, химия, зоология, география, логика, математика фәндәрен индереү кәрәк. Дини ғилем менән фән айырылғыһыҙ. Улар бер-береһен тулыландыра. Мәҙрәсәнең ҡайһы бер хәлфәләре яңылыҡтарға ҡаршы сыҡты, улар бында тик дини ғилем бирелергә тейеш тип барҙы. Илдәр гиҙеп, донъя күреп ҡайтҡан, дуҫ-ишле ишан уныңса эшләргә теләмәгән хәлфәләр менән хушлаша барҙы, мәҙрәсәгә төплө белемле мөғәллимдәрҙе йәлеп итте.
Зәйнулла ишан да улының был баш­ланғыстарын хуплап ҡаршы алды, һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙҙы. Улы мәҙрәсә эргәһендә типография асырға йыйынғас, нәшриәт йорто төҙөүгә аҡсаны үҙе бирҙе. Ҡаҙаҡса “Айҡап” (беҙҙеңсә “Таң”) баҫмаһын сығарыу өсөн дә бик күп матди ярҙам күрһәтте.
— Мин ҡаҙаҡ һәм башҡорт халҡын бер әсәнән тыуған игеҙәк балалай күрәм. Хажға тәүгә барғанымда ҡаҙаҡ байы Ершибай мәрхүмдең туғандары биргән аҡсаға йөрөп ҡайттым. Бик уңышлы булды сәфәрем. Ҡаҙаҡ ғалимы Ибрай Алтынсарин төҙөп биргән мәҙрәсәлә утыҙ йылға яҡын өлкән мөҙәрислек вазифаһын башҡарҙым. Аҡмулланы аҡын тип үҙ күрҙеләр. Мин ҡаҙаҡ халҡына ғүмерем буйы рәхмәт әйтәм, — тине был милләт араһында динде нығытыуға күп көс һалған Зәйнулла ишан.
“Рәсүлиә”нең абруйы артҡандан-артты, нығынған­дан-нығынды. Бында башҡорт­тар ғына түгел, ҡаҙаҡтар ҙа, татарҙар ҙа ул­дарын Троицк мәҙрәсә­һендә уҡытыуҙы мәртәбә һананы. Шәкерттәр мәҙрәсәгә һый­май башланы. Тиҙ арала яңы бина һалды­рырға кәрәк ине. Ҡоҙаһы менән икәүләп өлкән мөҙәрискә өр-яңы уҡыу йорто төҙөшөп бирҙе. Мәҙрәсә эргәһендә үҙҙәренең нәшриәте булыу дәреслектәр, һәр төрлө уҡыу әсбаптары сығарыуҙы еңелләштерҙе.
Мәңгелек йортона күсергә бер аҙналай ғы­на ваҡыт ҡалғанын һиҙемләгән Зәйнулла ишан бер көн улын саҡырып алып янына ул­тыртты ла, ҡулынан тотоп, васыятын әй­теп ҡалдырырға ниәтләп, уратыбыраҡ һүҙ башланы:

— Миңә, улым, ваҡыт аша быуаттың тәүге яртыһы кешеләргә бик ауыр килерен әшкәрттеләр. Йәшәүең ошо ҡатмарлы, ҡара көстәр, шайтан-бәрейҙәр ҡоторонған заманға тура килер, — тине. – ХХI быуаттың тәүге яртыһында буйынан-буйына һуғыш, ҡан ҡойош булырын күрәм. Ҡара көстәрҙең хөсөтө менән мәсеттәр, мәҙрәсәләр ябылыр, дин әһелдәре аяуһыҙ эҙәрлекләүҙәргә дусар булыр. “Ике туған талаша, атҡа менһә, яраша”, — ти торғайны француз һуғышында еңеп ҡайтҡан олатайың мәрхүм. Һинең юғарынан бирелгән тәғәйенләнешең — халыҡты бергә туплау, берләштереү. Бер-беребеҙгә булған үпкәләү, ваҡ-төйәк кенә ҡыуыуҙы ҡалдырып, берҙәм булырға кәрәк. Илебеҙ ғәзиз. Йәнә ата-бабаларыбыҙҙың төп йолаһын, тыуған ил өсөн йән аямай көрә­шеүҙе дауам иттерергә, батыр­ҙарыбыҙҙан үрнәк алырға тейешбеҙ.
Ер шарының иң матур, иң бай урынын биләп ятҡан илдең халҡын ҡырып бөтөрөп, илебеҙгә бер ҡара уйлы, мәкерле шайтан ял­сыһы хужа булырға тырышыр. Ҡара көстәрҙең башлығы Гитлер торғаны ата иблистең үҙе булыр. Был шәфҡәтһеҙ әҙәм ҡара көстәр менән дуҫлашыр, яуыз эштә­рендә шуларҙы ҡулланыр. Имам Ғәзәлиҙең “Аҡыл нуры” китабындағы бер хикмәтте онотма: “Дошманың һине еңә алмаһа, дуҫлашырға тырышыр, сереңде алыр. Шунан дошман сағында эшләй алмағандың барыһын да еңел генә эшләп тә ҡуйыр”. Беҙҙең ил менән дә ошолай булырын күрәм. Әстәғәфируллаһ, Раббым, үҙең ярҙам ит, яуыз ҡара көстәрҙән илемде һаҡла.
Ваҡыт аша күргән ҡот осҡос күренеш­тәрҙән йәне тетрәнгән сер ғилеме эйәһе бер аҙға күҙҙәрен йомдо, ике күҙенән йәш тәгәрәне. Бер аҙ өнһөҙ-тынһыҙ ултырғас, васыятын дауам итте:

— Улым, онотма, Иблискә, ҡара көстәргә тик “Ҡөрьән” генә ҡаршы тора алыр. Шул саҡтарҙа илгә һин кәрәк булырһың. Һинең тәғәйенләнешең, “Ҡөрьән” сүрәләрен уҡып, айырым кешеләрҙең һәм дә күмәк халыҡтың аңына тәьҫир итеү булыр. Һин был илаһи сер­ҙе беләһең. Ә хәҙергә үҙеңде һаҡла: до­ғаһыҙ ишек тотҡаһына ла тотонма, доғаһыҙ йоҡларға ятма. Шуны иҫеңдә тот: ил эсендә барған ғауғаларға, болаларға ҡыҫылма. Һинең көсөң сит ил баҫҡынсыларына ҡаршы тороу өсөн кәрәк буласаҡ. Шуңарсы энергия, көс туплап, шым ғына ятып тор, кәрәк саҡта ҡалҡып сығырһың да ҡаралыҡтың аҫтын-өҫкә әйләндерерһең. Ҡабатлап әйтәм, һинең ғүмерең мөһимерәк эштәр өсөн кәрәк. – Зәйнулла ишан был хәҡиҡәтте, улының төпкөл аңына һеңдерер өсөн, бер нисә тапҡыр ҡабатланы. — Мин дә мәңгелек донъяла илемде ярҙамымдан ташламам, иншаллаһ. Рәсәй иленең яҙмышына ҡағылышлы мәлдәр булыр, көсөңдө шуға һаҡла!
Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң, ишан улына үҙ ҡулы менән яҙылған, өскөлләп күн эсенә тегелгән бетеү бирҙе:

– Был бетеү яныңда саҡта, иншаллаһ, ҡара көстәр һиңә ҡағыла алмаҫ. Мәрхүмдәр тереләрҙән көслөрәк, тағы ҡабатлайым, ауыр мәлдәрҙә рухым ярҙамға килер, улым. Онотма, әруахтар тереләрҙән көслөрәк.
— Атый, ни һөйләйһең? Йөҙгә тиклем йәшә, һин барыбыҙға ла бик кәрәкһең. – Ул саҡта Ғабдрахман тиҙҙән атаһы менән мәңгелеккә хушлашырын башына ла килтермәгәйне шул. Бер көн дә түшәк тартып ятмаған, һау-сәләмәт йөрөгән кеше үлә тиме ни?..
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был Ғабдрахмандың атаһы менән һуңғы һөйләшеүе булды. Бер аҙнанан Зәйнулла ишандың изге йәне баҡыйлыҡҡа, Аллаһ хозурына күсте.


Дошман еңә алмаһа, дуҫлашыр


Атаһының гүр эйәһе булыуы, әйтерһең дә, Ғабдрахман ишандың ҡанаттарын ҡайырҙы. Ҡулына эш барманы, ауыр юғалтыу уның бәкәленә һуҡты. Мәсеттәге имам-мөхтәсип эшен, мәҙрәсәлә өлкән мөҙәрис вазифаһын яңғыҙына алып барыу еңелдән булмаҫ төҫлө. Ғабдрахманға атаһы мәңге йәшәр төҫлө күренә ине бит. Ниңә ул китергә ашыҡты? Үҙе һөйләгән мәхшәр ҡупҡан заманды күрмәҫ өсөнмө ни?
Ғабдрахман ишан тағы ең һыҙғанып эшкә тотондо. “Рәсүлиә” мәҙрәсәһенең даны бөтә мосолман донъяһына таралды. Шулай тырышып эшләп йөрө­гәндә, илдә инҡилап ҡупты, унан граждандар һуғышы башланды. Бер аҙҙан мәсеттәрҙе, мәҙрәсәләрҙе ябып, дин әһелдәрен ҡулға алыу китте. “Атайым күҙаллаған мәхшәр башланды”, — тип уйланы Ғабдрахман. Атаһының кәңәшен тотоп, үҙен һәм ғаиләһен һаҡлау өсөн, ишан бер нәмәгә лә ҡыҫылманы.

Йылдар үтә торҙо. Уны Мосолмандарҙың үҙәк ди­ниә назаратына эшкә саҡырып алдылар. Илдә совет власы урынлашты. 1936 йылда уны Диниә назара­тының туғыҙынсы мөфтөйө итеп һайлап ҡуйҙылар.
Атаһы әйткән “Көсөңдө шул мәлгә һаҡла. Һинең ғүмерең тағы ла мөһимерәк эштәргә, Рәсәй иле яҙмышын хәл иткәндә кәрәк булыр” тигән һүҙҙәрҙе Ғабдрахман ишан илдә Бөйөк Ватан һуғышы башланғас ҡына бөтә тәрәнлегендә аңланы.
Фашистарҙың Италия, Венгрия, Польшаны, Румынияны баҫып алыуын ишетеп йө­рөгән мөфтөй Ғабдрахман Рәсүлев, ҡы­ҙыҡһынып, Германия менән СССР ара­һын­дағы “Пакт о ненападении между СССР и Германией” тигән проектты гәзиттән ентекләп уҡып сыҡты. Атаһынан ваҡыт аша күреү һә­ләтен үҙләштереп ҡалған Ғабдрах­ман мөфтөй был килешеүҙең төптө хәйлә-мә­кергә ҡоролоуын аңланы. Ул Бөйөк Ватан һуғышы алдынан совет иленең атаҡлы гене­ралдарын, халыҡтың алдынғы ҡарашлы кешеләрен Гитлерҙың тәьҫире менән төрмә­ләргә ябыуҙы, хатта ки юҡ итеүҙе аңланы. Ана, хатта Мөжәүир хәҙрәтте лә: “Сталин Гит­лерға ышанмаһын. Фашистар Рәсәйгә ҡар­шы һуғышҡа әҙерләнә. Беҙгә лә әҙер то­рорға кәрәк” тигәне өсөн генә төрмәгә бикләнеләр.
Ил буйлап репрессия китте. Халыҡты үҙ артынан эйәртерҙәй патриоттар сүпләп алынды, юҡ ителде. Эйе, ул “Пакт о ненападении”ла яҙылған бер генә һүҙ ҙә хаҡ түгел! Был — аҫтыртын Гитлерҙең ентекле уйланған мәкерле “Барбаросса” планы. Был әҙәм хәйлә менән Рәсәй илен төп башына ултыртырға йыйына. Гәзиттәрҙә Сталин менән Гитлерҙың йәнәш төшкән фотоһын күрһә, Ғабдрахман ишандың йәне сыға яҙа: “Ниңә ышана?” — тип уйлай ул, өҙгөләнеп. Сталин менән һөйләшеп ҡарар ине, был мөмкин түгел, белә, Гитлерҙың ҡармағына эләккән юлбашсы бер кемде лә тыңламай.
Ғабдрахман мөфтөй атаһының “Аҡыл нуры” китабындағы ошо хикмәтте онотма тип өйрәтеүе гел иҫендә: “Дошманың һине еңә алмаһа, дуҫлашырға тырышыр, сереңде алыр. Шунан дошман сағында эшләй алмағандың барыһын да еңел генә эшләп ҡуйыр”. Нисек Сталинға Гитлерҙың һарыҡ тиреһе ябынған бүре икәнлеген аңлатырға? Ошоно әйтергә теләп, Ғабдрахман бер нисә тапҡыр Сталин менән осрашырға уҡталды, тик Гитлерҙың йәшерен тылсым көсөнән, аненербеһынан арбалған юлбашсы илдең аяныслы хәлгә дусар булырын аңлауҙан йыраҡ ине. Ғабдрахман уны йәненә тынғылыҡ бирмәгән шигенә ышандыра алмаҫын, ҡыҫылырға мәле етмәүен аңланы.
Күп тә үтмәй, ишандың һиҙенеүҙәре раҫланды. 1941 йылдың 22 июнендә немец фашистары, ҡапыл Рәсәй иленең сиктәрен емереп, баҫып инде. Бына шулай Бөйөк Ватан һуғышы башланып китте. 1939 йылдың 23 авгусында Германия менән СССР араһында бер-береһенә “Һөжүм итмәү тураһында килешеү” төҙөлгәнлектән, Гитлерҙан бындай хыянатты көтмәгән Сталин, фашист Германияһының баҫып инеүенә, һуғыштың башланып китеүенә ышана алмай торҙо.
Ҡара көстөң тәьҫиренән арынған юлбашсы, илде һаҡларға саҡырып, илгә яу ораны һалды. Илебеҙҙең азатлығын һәм бойон­до­роҡһоҙлоғон яҡлап совет халҡы дәррәү яуға күтәрелде. Радионан көнө-төнө ҡара көс­тәргә, Гитлерҙың оккультизмына, аненер­беһына ҡаршы тороу символы булған “Изге һуғыш” йыры яңғыраны. Ул бөтә халыҡты ҡара көстәргә ҡаршы көрәшкә рухландырҙы.
Аҙ ғына ваҡыт эсендә бер ҡаршылыҡһыҙ Италия, Венгрия, Румыния, Финляндияны үҙенә буйһондорған Гитлер Совет илен дә шулай тиҙ яулап алырына ышанды. Ул Германияның ҡораллы көстәре алдына СССР-ҙы өс ай эсендә тар-мар итеү бурысын ҡуйҙы. Советтар Союзына ҡаршы һуғышта Гитлер үҙенә буйһондорған илдәрҙең көсөн дә ҡуллана алырына ышанды.
Көтөлмәгән яу шаңҡыуынан баҙап ҡалған Рәсәй иле аңды-тоңдо төшөнгәнсә, нацистар йөҙәрләгән саҡрымды утҡа тотоп, илдең йөрәгенә уҡталды.


Гитлерҙың мәкерле планы


Гитлерҙең төп мәкерле планы Рәсәйҙең нефть ятҡылыҡтарына бай булған ерҙәрен баҫып алыу ине. Генералдарына: “Майкоп менән Грозныйҙың нефтенә хужа булһам, Ер шары минеке буласаҡ”, — тигән ул.
Революциянан һуң Рәсәйҙә дингә ҡаршы ҡаты көрәш барыуын, мәсеттәрҙең ябылыуын, илдәге репрессияны, муллаларҙың хөкөмгә тарттырылыуын фашист илбаҫар­ҙары үҙ файҙаһына ҡуллана. Улар күп һанлы Рәсәй мосолмандарын үҙ яғына ҡаратып алып, үҙҙәренә хеҙмәт иттереү ниәте менән “Иҙел-Урал” легионын төҙөй. Рәсәй илен үҙ халҡының ҡулы менән ҡыйраттырып, уны еңел генә яулап алыу планын ҡора. Больше­визмды күрә алмаған мосолмандар мәкерле Гитлерҙың алдағына ышанып, үҙ ихтыяры менән легионға инә. Әсирлеккә эләккән мо­сол­мандарҙан торған нефть ятҡылыҡ­тарына бай булған Ҡырым, Кавказ яҡтарында күпләп мәсеттәр асыла башлай. Унда совет власына ҡаршы эш алып барыла. Һуғыштың барышы менән яҡындан ҡыҙыҡһынған мөфтөй ошондай ҡатмарлы мәлдә хәленән килгәнсә илебеҙгә ярҙам итергә ашыға. Ул танк колоннаһы төҙөү өсөн хөкүмәткә аҡса ебәрә һәм Сталинға телеграмма һуға. Бер аҙҙан Мәскәүҙән яуап ала.
Иҙел-Урал легионы төҙөлөп, азат милли дәүләт төҙөү өсөн әсирлеккә төшкән һалдаттар араһында совет иленә ҡаршы көслө агитация алып барылған саҡ була. Атаһының васыятын һис ҡасан онотмаған мөфтөй 1942 йылдың майында, мосолмандар йыйынында, халҡына көслө телмәр менән мөрәжәғәт итә. Ул гәзиттәрҙә рус телендә баҫылып сыға.


Мөфтөй Ғабдрахман Рәсүлевтең кәңәше


Ғабдрахман Рәсүлевтең мөрәжәғәте совет илендә сыҡҡан бөтә гәзиттәрҙә лә донъя күрә һәм мосолмандарҙың аңына ныҡ тәьҫир итә, ҡырҡ мең һалдаттан торған легион, ниһайәт, тарҡала.
Мосолман донъяһында мөфтөй Ғабдрах­ман Рәсүлиҙең силсилә сылбырына ингән шәйех Зәйн Аллаһ Рәсүлиҙең улы икәнлеген беләләр ине, шуға күрә был саҡырыуҙы Рә­сәй­ҙә генә түгел, башҡа илдәрҙә лә ҡабул итәләр. Һәр ерҙә Ҡыҙыл армияға ярҙам күрһә­теү башлана. Ғабдрахман мөфтөй, йыраҡтан тороп, кеше аңына тәьҫир итә алыу һәләте барлығына ышана һәм үҙенең илаһи көскә эйә икәнлеген күрә.
Ҡара көстәр ярҙамын ҡулланған Гитлер, бер ниҙән ҡурҡмай, Рәсәй илен ватып-емереп алға барыуын белә. Фашист ғәскәрҙәре Волга ярына килеп етә. Рәсәй иленең хәле ҡотолғоһоҙ булыуын аңлаған Сталин теге саҡта мосолман легионын тарҡатыуҙа ярҙам иткән Ғабдрахман ишанды Мәскәүгә саҡыртып ала.
— Кәңәш бир, ишан хәҙрәттәре, беҙгә ни эшләргә? – ти.
— Истихәрә намаҙын уҡыйым да төнөн миңә әшкәртеү булыр, иртәнсәк әйтермен, — ти мөфтөй.
— Истихәрә намаҙы? Был турала ишеткәнем булманы. Мин күрәҙәселәрҙе лә, шамандарҙы ла саҡырҙым, улар был турала әйтмәгәйне.
— Истихәрә намаҙы – мосолмандыҡы, ул ниндәйҙер олуғ эште башлар алдынан уның хәйерле булыуын Аллаһтан теләп уҡыла торган ике рәҡәғатле нәфел намаҙы.
— Аллаһтан һорау инде. Ярар, һорарбыҙ. Улайһа, иртәнсәк осрашырбыҙ.
Ғабдрахман ишан төн уртаһында истихәрә намаҙын уҡып тамамланы ла түбәндәге доғаны ҡылды.
— Бөйөк хикмәт эйәһе, Йыһандар хужаһы Аллаһ Сөбхәнә Тәғәләм! Ялбарам, фашист илбаҫарҙарын илебеҙҙән ҡыуып сығарырға ярҙам ит беҙгә! – Шулай тине лә ул тулы тәһәрәт алып, ике рәҡәғәт намаҙ уҡыны, шунан “Истихәрә” доғаһын уҡып, доға ҡылды.
Иртәнсәк тороуға Сталин уны саҡыртып алды.
— Йә, ишан хәҙрәт, ни әйтерһең?
— Ғәфү итегеҙ, ғәйеп итмәгеҙ, мин дөрөҫөн әйтәм, — тип башланы һүҙен Ғабдрахман ишан. — Илебеҙҙең хәле ҡыл өҫтөндә. Гитлер ҡара көстө, аненербе тигән сихыр көсөн файҙалана. Улар ошо юл менән беҙҙең илде ҡол итергә йыйына. Ә аненербены автоматтан, пушканан атып ҡына еңеп булмай, уны тик илаһи көс кенә еңә ала. Мин үҙемдә шундай бер илаһи көс барлығын тоям. Атайым Зәйнулла ишан бик ҡөҙрәтле рухани булды. Ул беҙгә: “Мәрхүмдәрҙең рухы ҡөҙрәтле, ул тереләрҙән көслөрәк. Рухтар ярҙам итә ала”, — тип әйтә торғайны. Мин атайымдың рухынан да ярҙам һорарға булдым. Ә хәҙергә фашистар Волга йылғаһын аша үтеп сығырға тейеш түгел. Уны аша сыҡһалар, таҙарынып, тағы ла нығыраҡ ҡеүәтләнерҙәр. Һеҙгә “бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә” тигән бойороҡ сығарырға кәрәк. Һыу кешегә көс бирә, һыу гонаһтарҙы юйыу һәләтенә эйә. Иҙелде кисеп сыҡһа, генерал Паулюс армияһы көсәйәсәк. Ул саҡта был армияны бер ниндәй ҡорал көсө лә еңә алмаясаҡ. Немец Вол­ганан аша сығырға тейеш түгел, йылға аша сыҡтымы, ул беҙҙе еңәсәк. Мин илаһи көс менән өшкөрҙөм.
Донъяла ябай кешеләр аңлай алмай торған илаһи көс бар икәнлеген белгән Сталин ишандың һүҙҙәренән һуң уйға сумды.
— Миңә самолет бирегеҙ, бер нисә көслө энергетикалы хәҙрәт менән һауанан бөтә позицияларҙы, Волга буйҙарын өшкөрөп сығам, — тине Ғабдрахман Рәсүлев.
Шул көндә үк Сталин “Ни шагу назад!” тигән указ сығарҙы ла уны бөтә илгә, армияға тараттырҙы һәм, һауанан өшкөрөп сығыу өсөн, Ғабдрахман мөфтөйгә бер самолет беркетте. Ул арала мөфтөй Башҡортос­тандан бала сағында ғәйбәрән фәрештәләре уҡытҡан Шәмиғол хәлфәне, Ғабдулла Сәйедиҙең улы Мөхәммәт Әнүәр хәҙрәтте янына саҡыртып алды. Башҡортостандың золомдан имен ҡалған дин әһелдәренә тау баштарына менеп зекерҙә ултырырға ҡушты.
Сталин мөфтөйҙөң әйткәндәре хаҡында уйланды. Уның оккультизмын, артефакттар йыйыуын, “Аненербе” тигән ойошмаһы барлығын да дөрөҫ әйтте бит. Был хаҡта Сталин үҙе лә күптән хәбәрҙар. Ә мөфтөйҙөң дә барыһын белеп, аңлап тороуы ил етәксеһен хайран итте. “Эйе, был мөфтөй ябай түгел, ул үҙенең көслө энергетикаһы менән кешеләрҙең аңына тәьҫир итә алыр”, — тип уйланы ул.


Доға тәьҫире


Һауала осоп йөрөп өшкөрөү бер нисә көн дауам итте. Иң ахырҙа тау-таш аҡтарып, хәлдән тайып йонсоған кешеләй булып, Ғабдрахман үҙенең ярҙамсылары менән ятаҡтағы бүлмәгә килеп ҡоланы ла бер тәүлек буйы уянмай йоҡланы. Атаһы төшөнә инде: “Улым, Аллаһ Тәғәләбеҙ доғаңды ҡа­бул ҡылды. Ҡурҡыныс сигенер. Тиҙҙән совет ғәскәре дошмандарҙы илдән ҡыуа башлар. Илебеҙ фашист илбаҫарҙарын еңер, иншаллаһ! Амин! — тине. — Иртәгәнән башлап көн ныҡ һыуыныр. Күҙ асҡыһыҙ буран сығыр. Бындай ҡышты күрмәгән фашистар һыуыҡтан, аслыҡтан ҡырылыр. Генерал Паулюс үҙ теләге менән әсирлеккә төшөр. Пленға алынған армияһын, фельдмар­шалдың үтенесе буйынса, тар-мар итмәҫтәр, төҙөлөш эшенә ҡушырҙар. Волгаға табан килгән икенсе бер армия һалдаттарының да юлы быуылыр”.
Ғабдрахман мөфтөй ҡыуанып уянды. “Иншаллаһ, йә, Хоҙай, шулай ғына булһа күрһен!” – тип алҡышланып Аллаһҡа табынды. Атаһы рухына рәхмәт уҡып, доға ҡылды. Ауыр саҡта рухым ярҙамға килер тигәйне, бына бит, иншаллаһ, төшөнә инеп әшкәртте. Былай булғас, Аллаһ ярҙамы менән ҡара көстәр еңелер, хас дошман илдән ҡыуылыр”.

Бөтәһе лә атаһы әшкәрткәнсә булды. Гитлер менән бергәләп “Барбаросса” планын төҙөгән фельдмаршал Фридрих Паулюс армияһы менән бергә пленға эләкте.
Һуңғы еңеүҙәрҙән рухланған совет һалдаттары Волга буйынан фашистарҙы Германияға кире ҡыуып алып китте.

Ошо хәлдәрҙән һуң Сталин йәнә Ғабдрахман Рәсүлевте саҡыртып алды.
— Рәхмәт, мөфтөй хәҙрәттәре, һинең өсөн бер ни йәл түгел, нимә теләйһең, һора, барыһы үтәлер, — тине.

Ғабдрахман мөфтөйҙөң, әлбиттә, үтенесе бар ине. “Ислам дине” тигән китап сығарырға теләй ине ул. Тик ҡаты һуғыш барғанда был турала һүҙ ҡуҙғатыуҙы йәпһеҙ һананы. Ҡайтып китергә лә ашыҡманы. Уның тағы бер эше ҡалды, төнгө нәфел намаҙҙарын, “Истихәрә”не уҡып, ниәте генерал Паулюс­тың аңына тәьҫир итеп ҡарау ине. Атаһы өйрәткәйне, суфыйҙар доға аша кеше аңына тәьҫир итә ала тигәйне. Теге саҡта мосолман легионын тарҡатып ебәрә алған Ғабдрахман ишан шул илаһи көстө генерал Паулюсҡа ҡарата ла ҡулланып ҡарарға булды. Ул немец генералына совет һалдаттарының ғәйепһеҙ булыуын, уларҙың тик Тыуған илен яҡлап һуғышыуын аңлатып, уның совет иленә йөҙө менән боролоуын теләне.
Гитлер, фельдмаршал Паулюс был мәсхәрәне күтәрә алмаҫ, үҙ-үҙенә ҡул һалыр тип көткәйне, әммә ниндәйҙер серле көс фельдмаршалды һаҡланы, ул үҙенә ҡул һалманы. “Һатлыҡйән” тип атауҙарына ла иҫе китмәне.

Ғабдрахман Рәсүлевтең доға көсө тәьҫир иттеме, үҙ аңы менән төшөндөмө, ул был һуғыштың хата булыуын таныны. Үҙенең интервьюһында: “Поход на Сталинград был трагической ошибкой. Никогда больше война не должна исходить с немецкой земли. Пусть это будет моим покаянием перед советским народом за совершенное зло”, — тине.
Гәзиттәрҙә фашистарҙың нисек итеп балаларҙың ҡанын бөткәнсе һурып алып, яралы немец һалдаттарына ебәреүҙәре, аҙаҡ һалдаттарҙың һауығып китеүҙәре, ә сабыйҙарҙың йәнһеҙ ҡалған кәүҙәһен эттәргә ташлауҙары хаҡында мәҡәләләр сыҡты. Фашистар был вәхшилек өсөн балалар йортондағы етемдәрҙе ҡуллана икән. Ата-әсәһеҙ балаларҙы юллап йөрөгән кеше булмаҫ тип уйлайҙар. Ошондай мәғлүмәттәр Фридрих Паулюстың фашизмға ҡарашын ҡырҡа үҙгәртте, уның күңелендә йыртҡысҡа әүерелгән рейхсфюрерға нәфрәт уты ҡабынды. Бер аҙҙан уның Германия халҡына мөрәжәғәт итеп, “Гитлерҙы власть башынан алып ташлағыҙ, ул беҙҙең бөйөк немец милләтен мәсхәрә итә” тигән һүҙҙәре гәзиттәрҙә сыҡты.
Һуңғы еңеүҙәрҙән рухланған совет һалдаттары Волга буйынан фашистарҙы кире Германияға ҡыуып алып китте.

Бер көн йөҙө яҡтырып киткән Сталин мөфтөйҙө йәнә саҡыртып алды ла:

— Бөгөн дошманды Волганан йөҙ километр ары ҡыуып ебәрҙек, — тине. — Генерал Паулюс менән дә килештек, армияһын һаҡлап ҡалырға булдыҡ. Бөтәһе лә әсирлеккә алынды, — тине.
1950 йылда 69 йәшлек Ғабдрахман мөфтөй Рәсүлевтең изге йәне Аллаһ хозуры­на күсә. Оло хөрмәт менән уны Туҡай ура­мын­дағы собор мәсете баҡсаһында ерләйҙәр.
Шулай итеп, Уау Вәхит олатаһының, Исмәғил пәйғәмбәрҙең әсәһе Хәжәр әсәнең Зәйнулла ишанға бер туҡтауһыҙ “Улың тыуыр, ул Рәсәй иленә кәрәкле изге зат булыр” тип әшкәртеүҙәре хаҡ булып сыға.
Читайте нас