Бөтә яңылыҡтар

Балалар матбуғаты кемгә кәрәк?

“Йәншишмә” балалар гәзите ошо көндәрҙә тыуған яҡ тарихына арналған конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Еңеүселәргә автографлы китаптарымды бүләк иттек. Бик матур ярыш барған, балалар тырышып мәҡәләләр яҙған. Ә баҫманың тиражы беләһегеҙме күпме? Мең ярымдан саҡ арта. Ҡайҙа китеп барабыҙ беҙ, халыҡ?..

“Йәншишмә” балалар гәзите ошо көндәрҙә тыуған яҡ тарихына арналған конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Еңеүселәргә автографлы китаптарымды бүләк иттек. Бик матур ярыш барған, балалар тырышып мәҡәләләр яҙған. Ә баҫманың тиражы беләһегеҙме күпме? Мең ярымдан саҡ арта. Ҡайҙа китеп барабыҙ беҙ, халыҡ?..


Әгәр бөгөн “Йәншишмә”нең тиражы шулай икән, киләсәктә “Йәшлек”, “Башҡорт­остан” гәзиттәренеке бөтөнләй булмауы ла ихтимал. Быуындар бәйләнеше юғалтыл­ғанмы? Әллә һәр кем үҙ баҫмаһын үҙе хәстәрләһен принцибы өҫтөнлөк итәме? Баҫма сағыу һүрәттәр менән байытылып, замана балаһына ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр би­рер­гә тырыша. Ә яҙылыусы кәмегәндән-кәмей.


Ошо көндәрҙә нисәмә район гәзите электрон форматҡа күсте? Халыҡ бит яҙы­лырға теләй. Эйе, замана талабы булғас, беҙ электрон вариантты ла үҫтерергә тейешбеҙ, әммә ҡағыҙ баҫманан баш тартыу дөрөҫ түгел.


Японияла балаларҙың 72 проценты тап телефондар, электрон сығанаҡтар арҡа­һын­да һуҡырға әйләнгән. Ҡайһы бер осраҡтарҙа 56 процент тип тә яҙалар, һәр хәлдә, балаларҙың һаулығы зыян күргән. Рәсәйҙе лә шул хәл көтә түгелме?


Балаларыбыҙҙы ҡағыҙ мәғлүмәт сыға­нағынан мәхрүм итмәйек, китап, гәзит, журнал уҡырға өйрәтәйек. Һәр башҡорт өйөндә ҡағыҙ форматтағы сығанаҡтарҙан белем эстәү йола булып ҡалһын.


Улым менән “Йәншишмә”не уҡыр йәшкә етеп киләбеҙ. Уға ла, ауылдаштарыма ла гәзит яҙҙырҙым.

Күптән түгел Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы тамамланды. Шунда ла ваҡытлы матбуғат аша белем биреү хаҡында һөйләштек. Бәлки, Бөтә Рәсәй башҡорт матбуғаты журналис­тары съезын ойоштороу кәрәктер проблемаға төптән ҡарау өсөн?!.
Читайте нас: