Башҡортостан
+20 °С
Облачно
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Мая 2019, 14:05
Таланттар эҙләйҙәр!
Бөтә Рәсәй “Башҡортостан таланттары” балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсын уҙғарыу яҡшы йолаға әйләнде. Ул балаларҙың ижадын популярлаштырыу, конкурсанттарҙың белем кимәлен күтәреү һәм тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында үткәрелә. Ойоштороусылар сараның сираттағыһын Балаларҙы яҡлау көнөнә арнарға ҡарар иткән, шуға ла ул 2 июндә уҙғарыла.
Бөтә Рәсәй “Башҡортостан таланттары” балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсын уҙғарыу яҡшы йолаға әйләнде. Ул балаларҙың ижадын популярлаштырыу, конкурсанттарҙың белем кимәлен күтәреү һәм тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында үткәрелә. Ойоштороусылар сараның сираттағыһын Балаларҙы яҡлау көнөнә арнарға ҡарар иткән, шуға ла ул 2 июндә уҙғарыла.
Сарала 3 – 17 йәшлек балалар ҡатнаша ала, шулай уҡ 18 йәштән өлкәнерәктәргә лә һәләтен күрһәтеү мөмкинлеге бирелә. Бәйгелә йырларға ла, бейергә лә, нәфис һүҙ һөйләргә лә, үҙенсәлекле жанрҙа сығыш яһарға ла, музыка ҡоралдарында уйнарға ла, үҙең теккән кейемдәрҙе күрһәтеүҙе (мода театры) ойошторорға ла мөмкин. Уларҙың һәр береһе буйынса айырым номинациялар ҡаралған.
Конкурс Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының, Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығының, Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм “МАТУР ТВ” телеканалының мәғлүмәт ярҙамына таянып уҙғарыла.
– Бөтә Рәсәй “Башҡортостан таланттары” конкурсы – һәләтле балалар өсөн үҙенсәлекле проект. Беҙҙең эшмәкәрлек яҡшыларҙан-яҡшыны асыу, ижадты үҫтереүгә һәм һәләтле балаларҙы асыҡлауға йүнәлтелгән. Ике йылда беҙҙең конкурстарҙа өс меңдән ашыу бала ҡатнашты. Уларҙың һәр береһенә бүләктәр тапшырҙыҡ. Бынан тыш, 1400-ө призлы урынға лайыҡ булды. Был юлы ла бер бала ла бүләкһеҙ ҡалмаясаҡ. Еңеүсегә Магнитогорск ҡалаһының Абҙаҡ янында урынлашҡан комплексындағы “Ял” муниципаль бюджет учреждениеһы ике аҙнаға юллама бүләк итә. Унда ял иткән саҡта хореография һәм лингвистика йүнәлешендә күнекмәләр ҙә ойоштороласаҡ, – тине “Максимум” реклама-маркетинг компанияһы директоры Юлия Рябчинская.
Ойоштороусылар һәр конкурсты айырым темаға бағышлай. Мәҫәлән, V конкурс Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арналды. Ошо айҡанлы сара уҙған ерҙә башҡорт тирмәһе атрибутикаһы ҡуйылған фото төшөү урыны булдырылды. Был юлы ла сара барышында балалар өсөн бушлай фотоға һәм видеоға төшөү ойоштороласаҡ. Еңеүселәргә бушлай клип төшөрөргә ярҙам итәсәктәр.
“Башҡортостан таланттары” конкурсының тағы бер өҫтөнлөгө бар: унда төрлө әҙерлектәге һәм теләге булған һәр бала ҡатнаша ала. Уларҙың һәләтен Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге абруйлы белгестәре баһалай. Шулай уҡ ҡатнашыусыларҙы туҡландырыу ҙа ойошторола.
Әйткәндәй, Өфөгә килеп ҡатнаша алмағандар өсөн Бөтә Рәсәй интернет-конкурсы уҙғарыла. Унда ла балаларҙың һәләте шул номинациялар буйынса баһаланасаҡ.
Тулыраҡ белешмә алыу өсөн телефон: 8-965-645-33-77. Шулай уҡ социаль селтәрҙә
http://talanty-bashkortostana.ru
адресы буйынса инеп, ғариза ҡалдырырға мөмкин. Сарала ҡатнашыу өсөн заявкалар 17 майға тиклем ҡабул ителә.
Өфө ҡалаһы.
Реклама.
Читайте нас