“Үҙебеҙҙең бейеү, йыр ансамблдәребеҙ бар, милли музыка ҡоралдарында уйнайбыҙ, төрлө конкурстарҙа, этник фестивалдәрҙә даими ҡатнашабыҙ, – ти Люция. – “Өләсәйем һабаҡтары” тип исемләнгән түңәрәк ойошторҙом, унда йөрөгән балаларға туған телебеҙҙең нескәлектәрен, милли йолаларыбыҙҙы, йыр-бейеүҙәребеҙҙе өйрәтәбеҙ. Йыл һайын һабантуй үткәрәбеҙ. Ситтә йәшәһәк тә, тыуған яғыбыҙ Башҡортостан менән бәйләнеш өҙөлмәгән. 18 майҙа башҡортса диктант яҙыуға беҙ ҙә ҡушылабыҙ һәм был ғәмәлде үтәүгә башҡаларҙы ла саҡырабыҙ”.