Учалы районы Туңғатар ауылында “Барын-табын уйындары” тип аталған сара үтте.
Традицияға инә барған байрам был юлы ла крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе, район Советы депутаты Мозафар Ҡадировтың башланғысы менән ойошторолдо.
Сараға ярашлы, традицион уҡ атыу буйынса “Уҡсы табын” ярышы уҙғарылды. Унда Учалынан Лилиә Хужәхмәтова менән Өфөнән Рушан Хәсәновҡа етеүсе булманы.
Урындағы хакимиәт башлыҡтары приздарына ойошторолған ат бәйгеләре лә ҡыҙыу барҙы.
Комсомольск зонаһы һәүәҫкәрҙәре тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле концерт байрамға йәм өҫтәне.