Мостай Кәримдең повесы буйынса “Беҙҙең өйҙөң йәме” спектаклен ҡуйыу өсөн Салауат дәүләт башҡорт драма театрына Ҡазан режиссеры Ренат Әйүпов килде.
Театрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә пьесаны уҡып сыҡҡандар, төп ролдәрҙе бүлгәндәр. Әле иһә репетициялар бара. Спектаклгә бөтә театр коллективы йәлеп ителгән. Премьера 22 июнгә тәғәйенләнә. Әйткәндәй, спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәнтөйәк” мәҙәни проекты нигеҙендә ҡуйыла.
Ренат Әйүпов М.С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһының драма театры актеры бүлеген тамамлаған. Ижади эшмәкәрлеген Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрында артист булып башлай. Шулай уҡ Б.В. Щукин исемендәге Юғары театр училищеһының режиссерлыҡ бүлеген тамамлаған.
1995 йылда Ренат Мирзахәсән улы Ҡазан татар дәүләт йәш тамашасы театрының баш режиссеры итеп тәғәйенләнә. 1996 – 2002 йылдарҙа – Яр Саллы дәүләт татар драма театрының баш режиссеры. 2002 йылда йәш тамашасы театрына баш режиссер булып әйләнеп ҡайта. Ул – Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы.