Бөрйән районының иң матур ауылдарының береһе Байназарҙа, республикабыҙҙың 100 йыллығына арнап, ағинәйҙәр ҡоро “Серле биҙәк ҡорама – үткәндәрҙән ҡот ала” тип аталған сағыу байрам ойошторҙо. Уның төп маҡсаты оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы әүҙемләштереү, йәштәрҙе әлеге милли шөғөлгә өйрәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу, ҡорама-туй байрамын үткәреүҙе йолаға әүерелдереү тип билдәләнде.
Туҡыма киҫәктәренән матурлыҡ тыуҙырған, иҫ китмәле зауыҡлы ҡаралты һәм башҡа әйберҙәр ҡораған алтын ҡуллы Байназар, Мәһәҙей, Мораҙым, Яуымбай, Ҡурғашлы ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары, һеңле-апайҙар, ағинәйҙәр сарала оло теләк менән ҡатнашты. Иң йәш ҡорамасы Азалия Ишбаеваға – ун йәш, Яуымбай ауылынан иң олоһо Әминә инәй Кинйәкәеваға 90 йәш ине. Шулай уҡ Байназарҙан 88 йәшлек мәғариф ветераны Фәнүзә Бикбаева, 80 йәшлек Әсмә Хәлилова һәм Мораҙымдан 70 йәшлек Нәзирә Үтәбаеваларҙың ҡатнашыуы ҡорама-туйға мәртәбә өҫтәне.
Ағинәйҙәр ҡоро “Ҡорамасылар” төркөмөн ойоштороп ебәргән. Улар “Бәйләнештә” сайтында ла әүҙем эш алып бара, ундағы “Ҡорама” төркөмө үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ролен үтәй. Оҫтабикәләр яңынан-яңы технологияларҙы, заманса алымдарҙы үҙләштерә. Бөрйәндең билдәле ҡорамасылары Рима Алтынбаева, Нәсимә Наурыҙбаева-Насирова, Нәзифә Зәйнуллина, Әнисә Салауатова, Әлфирә Сөләймәнова, Фәнүзә Ишбаеваларҙың эштәрен бөгөн үк Мәскәү, сит ил күргәҙмәләренә ҡуйырлыҡ. Улар оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрә.
Әлеге байрамда ҡатнашҡан гүзәл заттарҙың эштәре лә хайран ҡалырлыҡ ине. Мәһәҙейҙән Таңһылыу Әҙелгәрәева, Байназарҙан Таңһылыу Нурғәлина, Сәрүәр Сатвалова-Маликова, Нәйлә Мәсәғүтова, Фәриҙә Айытбаева, Гөлсирә Наурыҙбаева, Фәйләрә Наурыҙбаева, Фәриҙә Әйүпова, Сәриә Шәрипова, Рая һәм Гөлназ Зәйнуллиналар, Лена Әлхәмова, Зәлиә Алтынбаева, Әҙилә Зәйнуллина, Ҡурғашлынан Рәшиҙә Исмәғилева, Мораҙымдан Сәмәрә Моратшина, Яуымбайҙан Зәлиә Ҡарасурина, Рәшиҙә Латипова, Нәйлә Исмәғилева оҫталыҡтары менән һоҡландырҙы.
Байназар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Салауатов, ауыл Советы депутаты, шәхси эшҡыуар Наилә Зәйнуллина, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәмилә Салауатова, район ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Рәшиҙә Ғиззәтуллина, ағинәйҙәр Нәсимә Наурыҙбаева-Зәйнуллина, Көнһылыу Ҡотлобаева сараға оло баһа биреп, ихлас теләктәрен еткерҙе.
Байрамдың сағыу биҙәге булған “Ҡурыуҙы” халыҡ фольклор ансамбле ҡыҙҙарының “Ҡаралты ҡағыу” йолаһын яратып ҡараныҡ.
Ҡорама-туйҙа ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Саранан һәр кем рухи күтәренкелек, матур тәьҫораттар алып таралышты.