Быйыл “Вечерняя Уфа” гәзите 50 йыллығын билдәләй. Дөйөм алғанда иҡтисад, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, эшҡыуарлыҡ, хәйриә, ошо өлкәләрҙәге проблемалар һәм ҡаҙаныштар, ҡала эшсәндәре баҫманың төп темаларын тәшкил итә.
20 майҙа Рус дәүләт академия драма театрында гәзит мәҡәләләре геройҙарын, даими уҡыусыларын, мәғлүмәти партнерҙарын йыясаҡ. Театр фойеһында “Толпар” шахмат клубы менән берлектә ҡала һәм республика киң мәғлүмәт саралары командалары араһында “Алтын ладья” шахмат турниры ойошторола. “Өфө” нәшриәт йортонан белдереүҙәренсә, берлектәге сара республикабыҙҙа шахмат уйынын артабан да танытыуға, журналистар мөхитендә дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытыуға булышлыҡ итәсәк.