Ҡәләм йәшәһә, ғәләм йәшәр

Гәзит-журналһыҙ тормошон күҙ алдына ла килтерә алмаусылар, әлбиттә, уларҙың хаҡына ла, бәхет йылмайған осраҡта отасаҡ бүләгенә лә ҡарап тормай, күңел талабы буйынса яратҡан баҫмаһынан йыуаныс таба. Эйе, “гәзит ене” ҡағылған кеше ниндәйҙер мәҡәләне уҡып, үҙенең фекерҙәшен осрата, ҡайһыһындалыр уның һикәлтәле тормош юлы, аяныслы яҙмышы ярылып ята. Республика тормошондағы яңылыҡтар, тормош-көнкүреш хәбәрҙәре, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләре, иман тураһындағы мәҡәләләр ҙә гәзит-журнал уҡыусыларҙы уйланырға, һығымталар яһарға мәжбүр итә.

Гәзит-журналһыҙ тормошон күҙ алдына ла килтерә алмаусылар, әлбиттә, уларҙың хаҡына ла, бәхет йылмайған осраҡта отасаҡ бүләгенә лә ҡарап тормай, күңел талабы буйынса яратҡан баҫмаһынан йыуаныс таба. Эйе, “гәзит ене” ҡағылған кеше ниндәйҙер мәҡәләне уҡып, үҙенең фекерҙәшен осрата, ҡайһыһындалыр уның һикәлтәле тормош юлы, аяныслы яҙмышы ярылып ята. Республика тормошондағы яңылыҡтар, тормош-көнкүреш хәбәрҙәре, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләре, иман тураһындағы мәҡәләләр ҙә гәзит-журнал уҡыусыларҙы уйланырға, һығымталар яһарға мәжбүр итә.


Зәңгәр тауҙар аръяғында...


Ләкин һуңғы йылдарҙа гәзит-журналдарҙы уҡыусыларҙың йә­ше “ҡартайыуы” киң йәмәғәт­селекте тәрән хафаға һала. Йәш­тәрҙең, үҙҙәре әйтмешләй, гәзит уҡып ултырырға ваҡыты юҡ, баштары менән донъя мәшә­ҡәт­тә­ренә сумған.
Ситкә йөрөп эш­ләргә, мал-мөлкәт тупларға, көн­күреш шарттарын яҡшыр­тырға, башлы-күҙле булып балалар үҫтерергә... Күбеһе туған телде китап, гәзит уҡырлыҡ кимәлдә белмәй, шуға күрә лә мәктәптәрҙә башлыса рус телендә белем ал­ған йәштәргә ҡырын ятып смартфондарынан ҡыҙыҡлы мәғлүмәт­тәрҙе сүпләү, музыка тыңлау, видео ҡарау күпкә ҡулайлыраҡ. Мәктәп уҡыусыларын да хәҙер шул “крутой” телефондарҙан айырып алырлыҡ түгел. Исмаһам, берәйһе генә лә шунда яңылыш ҡына “Йәншишмә” гәзитенең йәки “Аманат” журналының сайтын асып берәй мәҡәләне уҡыһасы! Хәйер, аҙнаһына бер-ике сәғәт туған тел дәресендә ултырған бала әҙәби телдең нескәлектәрен ҡайҙан белһен дә туған теленең матурлығын нисек тойһон? Рус телле мәктәптәрҙә республикала балалар өсөн сығарылған милли баҫмаларҙың атамаһын бөтөнләй белмәүселәр байтаҡ. Был осраҡта иң ҙур ғәйеп — тел уҡытыусыһында.
Теләгең генә булһын, уҡытыу программаһына тап килерлек мәҡәләләр, һүрәтләмәләр гәзит-журналдарҙың һәр һанында етерлек. Бик булмағанда, айға бер тап­ҡыр ошо баҫмаларҙы күмәк­ләп уҡыуҙы ойоштороу, уҡыусы­ларҙы гәзит-журналдар иғлан иткән төрлө ижади конкурстарға ылыҡтырыу һис кенә лә тор­мошҡа ашмаҫлыҡ хыял түгел. “Балама үҙе яратҡан гәзитен һуң­ламай яҙҙырайым әле”, — тип янған ата-әсәләр заманын хәҙер һағынып һөйләргә генә ҡалды. Гәзиткә яҙылғансы, минең балам башҡаларҙыҡынан ниңә кәм йөрөргә тейеш әле тип, ғәзиз­дәренә, хаҡына ла ҡарамайынса, һуңғы моделле смартфон бүләк итеүҙе хуп күрә бөгөнгө ата-әсә. Тимәк, теләһәк-теләмәһәк тә, ваҡытлы матбуғатҡа, туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү уҡы­тыусылар иңенә төшә.
Әйткәндәй, уҡытыусыларҙың үҙ­ҙәре һуң милли матбуғатҡа әү­ҙем яҙыламы? Был һорауҙы биргәнде күптәр өнәп етмәй. Ҡай­һы­һының гәзит уҡып ултырырға ваҡыты юҡ, имеш, отчеттар быуып алып бара, икенселәре быны бө­төнләй кәрәк тип тапмай. Мәк­тәп китапханаһы өҫтәлендә өйөлөп ятҡан милли баҫмаларға иғтибар биреүселәр һаны ла бармаҡ менән һанарлыҡ. “Ҡы­ҙы­ғын тапмайым”, — тип үҙ-үҙен аҡларға тырышҡан уҡытыусы уҡыусыларында милли баҫма­ларға ҡарата ниндәй ҡыҙыҡ­һыныу уята алһын? Ауыл китапханаларына ла китап, гәзит-журнал уҡырға башлыса оло йәш­тәгеләр йыйыла. Ә мәктәбе, клубы, китапханаһы булмаған ауылдарҙа халыҡ бөтөнләй республика матбуғатынан мәхрүм булып сыға түгелме? Ярай ҙа бындай ауылдарҙа “гәзит ене” ҡағылған бер-ике кеше табылһа. Улары ла үҙҙәре генә уҡый. Элекке кеүек күрше-күлән бергә йыйылышып гәзит уҡып ултырыр ваҡыттар зәңгәр тауҙар, томандар аръяғында ғына ҡалған шул...


Беҙ — мәғрифәтле халыҡ


Хәтерләйем, элегерәк ауыл халҡы “Башҡортостан” гәзитенең һәр һанын дүрт күҙ менән көтөп ала торғайны. Ризван Хажиев, Рә­үеф Насиров, Марсель Ҡот­лоғәлләмов, Сәлимйән Бәҙрет­динов кеүек көслө, үткер ҡәләмле журналистарҙың халыҡ мәнфә­ғәтен ҡайғыртҡан аналитик мәҡә­ләләре гәзиткә йәм генә түгел, йән дә өрә, уҡыусыларҙы ғәҙел­леккә, батырлыҡҡа, илһөйәрлеккә һәм башҡа матур сифаттарға эйә булырға өндәй ине. Эшләпәле хәбәрсе “Өлгөрбай” ағайҙың яҙмалары бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Хатта түрҙә ултырған оло ағайҙар ҙа Өлгөрбай Тиктор­маҫовтың утлы табаһында ҡыҙ­ҙы­рылғандан һуң, уның алдында яуап тотоп, хаталарын тө­ҙәтеү­ҙәре тураһында белгер­терҙәр, ҡабат уның ҡармағына эләкмәҫ өсөн үҙ бурыстарын теүәл баш­ҡарырға тырышырҙар. Гәзит ҡәҙәре гәзиттә исемең яман яҡтан сыҡһын әле, ояты ни тора! Ә бөгөнгө түрәләрҙең нисәһенең өҫтәлендә “Башҡортостан” гәзите ята?
Проблемалар тигәндәй, беҙ күптән инде уларһыҙ йәшәргә өйрәндек. Барыбыҙ ҙа ыңғай фекерләйбеҙ, тирә-йүнебеҙ ал да гөл. Тормош ысынбарлығын дөрөҫ баһалай белеү, уны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә ынтылыуҙы өйҙәге сүпте тышҡа сығарыу тип ҡабул итеү һис тә дөрөҫ ҡараш түгел. Урынлы, ипле тәнҡит йәмғиәтте һәр саҡ алға этәрә, яңы үҫешкә юл аса. Үке­нескә ҡаршы, бөгөнгө матбуғатта был матур жанр юҡ хәлендә.
“Башҡортостан” гәзите — рес­публикабыҙҙың иң абруйлы баҫ­ма­ларының береһе. Уның эстә­леге генә түгел, биҙәлеше лә баш­ҡа гәзит-журналдарға өлгө булырға бурыслы. Ижади ҡараш­лы, үткер ҡәләмле, ҡыйыу фекер­ле, матур телле журналис­тарҙан торорға тейеш хеҙмәт коллективы. Икмәккә май урынына һылап, сәйнәмәйенсә йоторлоҡ телдә яҙылған, уйлыны – уйға, моңлоно моңға һалырлыҡ, фекер ҡеүәһен үҫтерерлек мәҡәләләр менән байытылған, үҙебеҙсә әйткәндә, “көлөп торған” гәзит өҫтәлдә­ребеҙҙә ятһа, “ҡыҙығын тапмайым” тип гәзиттән баш тартыу­сылар, яҙылыу кампанияһы осоронда күҙен ситкә бороусылар һаны, һис шикһеҙ, кәмер.
Беҙҙең халыҡ – мәғрифәтле халыҡ. Аң-белемгә, ғәҙеллеккә ынтылыу, ирекле, азат фекерле булыу ҡаныбыҙҙан килә. Үҙенең 100 йыллыҡ тарихында “Баш­ҡортостан” гәзите ошо хәҡиҡәтте һәр саҡ иҫбатланы һәм әле лә халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итә. Ә милли баҫмабыҙҙың киләсәге өсөн һәр кемебеҙ яуаплы. Бәлә­кәй балаларҙан алып аҡ һаҡаллы ҡарттарға тиклем. Туған телебеҙ, шул моңло телебеҙҙе аҡ ҡағыҙға теркәрлек ҡәләмебеҙ йәшәһә, ғаләмебеҙ – Башҡортостан Рес­публикаһы һәм уның милли баҫмаһы – “Башҡортостан” гәзите лә оҙон ғүмерле булыр.


Ҡырмыҫҡалы районы.
Читайте нас