Музейҙар төнөндә – “БашҡортАRTстан”

18 майҙа Өфөлә үткәрелгән Музейҙар төнөндә II “БашҡортАRTстан” асыҡ халыҡ-ара заманса сәнғәт фестивале башлана. Былтыр академик сәнғәткә баҫым яһалһа, быйыл төрлө йүнәлештәр тәҡдим ителәсәк.

18 майҙа Өфөлә үткәрелгән Музейҙар төнөндә II “БашҡортАRTстан” асыҡ халыҡ-ара заманса сәнғәт фестивале башлана. Былтыр академик сәнғәткә баҫым яһалһа, быйыл төрлө йүнәлештәр тәҡдим ителәсәк.


Фестиваль сәнғәт төрҙәрен генә түгел, Өфөлә танылыу яулаған башҡа сәхнә майҙансыҡтарын, киңлектәрен берләштерәсәк. Күберәк тамашасыны, социаль ҡатламдарҙы һәм төркөмдәрҙе йәлеп итеү өсөн саралар бер нисә урында ойоштороласаҡ. 18 майҙа “Рәсәй – минең тарихым” мультимедиалы паркында Рәссамдарҙың ижади союзының “Баш ҡала портреты” һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ижади эштәренән торған “БлагоДарю!” күргәҙмәләре, “Болоттар” заманса сәнғәт үҙәгендә Елена Веревкинаның шәхси күргәҙмәһе асыла. Заманса сәнғәт музейы алдында асыҡ һауала тамаша ҡорасаҡтар.


Фото: yandex.by
Читайте нас