Бөтә яңылыҡтар

Алһыуҙың ҡыҙы ғәҙел еңгәнме?

Быйыл Беренсе каналдағы “Голос. Дети” тапшырыуын күптәр ҡарағандыр. Унда билдәле Рәсәй йондоҙо Алһыуҙың ҡыҙы Микаела иң күп тауыш (56,5 процент) йыйып, еңеүсе тип танылғайны. Ҡыҙ еңгәндән һуң йәмәғәтселектә бик күп бәхәстәр тыуҙы.

Быны иҫәптә тотоп, канал тауыш биреү һөҙөмтәләрен тикшерә башланы. Был эш менән Group-IB компанияһы шөғөлләнде. Ошо көндәрҙә уның һөҙөмтәләре билдәле булды.

Ысынлап та, тауыштарҙы “әйләндереү”, тимәк, өҫтәү булған. Тулы отчет май аҙағында әҙер буласаҡ, әммә Беренсе канал бөгөндән тәүге һөҙөмтәләрҙе юҡҡа сығара. Ә 24 майҙа бар финалсылар ҡатнашлығында “Голос. Дети” тапшырыуының махсус сығарылышы буласаҡ.

Алһыу һәм уның ғаиләһе әлегә комментарийҙар бирмәгән.

Фото: aif.ru
Читайте нас: